Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тештәреңде дауаларға 32 сәбәп бар
Тештәреңде дауаларға 32 сәбәп барТабиптар мөғжизә тыуҙырыусы ҡулы менән дә, һауыҡтырыу тылсымына эйә һүҙе менән дә кешеләргә ярҙам итергә Хоҙай тарафынан ебәрелгән, тиҙәр. Стоматолог Әминә Ҡаразбаева – ана шундайҙарҙың береһе.

«Өфө ҡалаһында тыуғанмын. Ғаиләлә өс бала үҫтек, бөтәбеҙ ҙә тормошта үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ. Атайым Харис Ҡолдәүләтов ҡаланың 40-сы заводында эшләне. Ул мәрхүм булғас, өс баланы тәрбиәләү күп йылдар буйы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында биология фәненән уҡытҡан әсәйем Алмаҡай Сәлмән ҡыҙының иңенә төштө. Аҡыллы, зирәк, алсаҡ, ихлас ул, шуға ла йортобоҙҙан кеше өҙөлмәне», — тип хәтерләй бала сағын изге һөнәр эйәһе.
Әминә Харис ҡыҙының яғымлы тауыш менән ипле һөйләүен тыңлап туймаҫлыҡ. Эстән генә: «Нисек стоматолог булып китте икән?» — тип уйланым. Әңгәмәсем, уйымды һиҙгәндәй, хәтер йомғағын һүтте:
— Әсәйем уҡытҡан гимназияны тамамланым да Башҡорт дәүләт медицина институтына стоматолог һөнәренә уҡырға индем. Башта педиатр булырға ине уйым, әммә балалар табибы һөнәренә эйә ике туған апайым Римма биргән кәңәш икенсе юлды һайларға мәжбүр итте. «Балаларҙы яратһаң, уларҙың тешен дауалаусы бул», – тип кәңәш иткәйне ул. Мин шул ваҡытта апайымдың һүҙенә ҡолаҡ һалдым һәм үкенмәйем, көн дә ҙур теләк менән эшкә йөрөйөм. Медицина университетының стоматология бүлеген тамамлағас, интернатураны Силәбе ҡалаһында үттем, аҙаҡ Өфөгә ҡайттым. Яңы Александровка ҡасабаһында урынлашҡан Республика психиатрия дауаханаһында ун йыл самаһы эшләнем.
— Ә ниңә Өфөгә? Дипломлы йәш белгес башҡа төбәктәрҙә лә кәрәк булғандыр бит? — тип һорайым.
— Өфө – яңылыҡ үҙәге. Кешеләрҙе дауалау, уларға ышаныслы киләсәк бүләк итеү теләге менән баш ҡалаға кире ҡайттым да инде...
1999 йылда ете врачтан торған төркөм «32 ынйы» клиникаһын булдыра. Араларында — Әминә Ҡаразбаева. Коллегалары менән татыу ғаилә һымаҡ килешеп эшләп китәләр. Һәр байрамды бергә үткәрәләр, бер-береһенә ҙур терәк булалар. Хәҙер инде 15 йыл бергә эшләйҙәр. Стоматологтарҙың күбеһе — юғары категориялы. Вероника Баканина, Әлфиә Кретова, Гүзәл Балтабаева, Рәлис Ғарифйәнов, Әлфиә Шклярук, Флүрә Ибәтуллина – һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы. Шәфҡәт туташтары Алина Мусина, Әлфиә Ғиматдинова — уларға алмаштырғыһыҙ ярҙамсы.
Бөгөн «32 ынйы» клиникаһынан кеше өҙөлмәй, сөнки бындағы стоматологтар төрлө хәлдәге теште дауалауға ҡыйыу тотона. Заманса ҡорамалдар менән эш итәләр. Дауалауҙан тыш, протез ҡуялар, бүтән төр хеҙмәттәр ҙә уларға ят түгел.
Талапсан, һәр нәмәне айыҡ аҡыл менән баһалаусы Әминә Харис ҡыҙы үҙен яҡшы белгес итеп танытҡан. Иң мөһиме — бер ваҡытта ла һөнәре буйынса камиллашыуҙан туҡтамай. «Заман менән бергә медицина ла алға бара. Төрлө йүнәлештәр, яңы ҡорамалдар барлыҡҡа килә. Йылына ике-өс мәртәбә Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларына барып уҡып ҡайтабыҙ. Унда төрлө төбәктәрҙән йыйылған стоматологтар менән осрашып, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Өйрәнеү маҡсатында беҙгә килгәндәре лә бар. Яңылыҡтарҙы белмәй тороп, һөнәреңдең асылына төшөнөүе ҡыйын», – ти Әминә Ҡаразбаева.
Һөнәре хаҡында сәғәттәр буйы кинәнеп һөйләргә әҙер әңгәмәсемде тыңлайым да уның тормоштағы тәғәйенләнешен аңлағандай булам:
— Көнөнә тиҫтәләгән кеше менән осрашырға, аралашырға, уларҙың ауырыуҙарын өйрәнергә тура килә. Һуңғы йылдарҙа теш ҡаҙнаһы шешеп, ярҙам һорап килеүселәр күбәйҙе, бигерәк тә Яңы йыл байрамынан һуң халыҡ әүҙемләшә. Һәр теш – ул тәндең кәрәкле бер өлөшө. Беҙ уны һаҡларға тырышабыҙ. Ауыртҡан тешен һурҙырырға килгәндәргә лә башта дауалап ҡарарға кәңәш итәбеҙ. Балаларҙың һәм ололарҙың ҡыйыш үҫкән тештәрен тигеҙләйбеҙ. Эшебеҙҙән барыһы ла ҡәнәғәт.
Ғөмүмән, Әминә Ҡаразбаева әйтеүенсә, ауырыуҙарҙың 98 проценты теште һаҡламауҙан килә. Кеше һау-сәләмәт тормош алып бара икән, уның ауыҙындағы «ынйы»лар тәртиптә буласаҡ. Шуға Әминә Харис ҡыҙы күберәк һыу эсергә, теште көнөнә ике тапҡыр таҙартырға, физкультура менән шөғөлләнергә, стоматологтарҙан ҡурҡмаҫҡа кәңәш итә.
Әйткәндәй, табибәнең тормош иптәше Рөстәм Ҡаразбаев та — юғары категориялы стоматолог-ортопед. Бөгөн ул Өфө ҡалаһының 2-се стоматология поликлиникаһында мөдир вазифаһын уңышлы алып бара. «Алтын ҡуллы белгес», – ти уның тураһында ҡатыны. Ҡыҙҙары Айгөл Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетында II курста белем ала, ә Йәмилә әле мәктәптә уҡый.
«32 ынйы» клиникаһы табиптары баш ҡаланың балалар йорттарына йыш ярҙам итә. Үҙҙәре аҡса йыйып, тәрбиәләнеүселәргә байрам ойошторалар, тештәрен бушлай дауалайҙар. Өфөнөң төрлө мәктәптәренә барып, тештәрҙе һаҡлау саралары тураһында лекция ла уҡыйҙар.
Кешеләргә яҡтылыҡ, матурлыҡ өләшеү өсөн яратылған зат ул Әминә Харис ҡыҙы. Һәр эшен күңел йылыһын биреп башҡара. Ауырыуҙарҙың ышанысын аҡлауы, һөнәренә мөкиббән бирелеүе менән бәхетле ул.
Форсаттан файҙаланып, табибә «32 ынйы» коллективы исеменән барлыҡ стоматологтарҙы һөнәри байрамы менән ҡотлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529