Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты24.03.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна Стәрлетамаҡтағы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр менән осрашты.

Уның менән бергә Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡыусылары, “Премьер” төркөмө вокалсылары, “Эко Пышка” башҡорт кухняһы рестораны директоры һәм кондитерҙары килде.

Ҡунаҡтар балаларҙың ҡыҙыҡһынған өлкәләре буйынса оҫталыҡ кластары үткәрҙе. Тәрбиәләнеүселәр Каринэ Хәбироваға үҙҙәре, нисек уҡыуҙары, шөғөлдәре, ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. Ҡыҙҙар республика етәксеһенең ҡатыны менән бергә ҡыҫтыбый ҙа бешерҙе. Һөйләшеү барышында Каринэ Александровна ғаиләһенә төрлө аштар, хашлама әҙерләргә яратыуын һөйләне.

Ҡунаҡтар шулай уҡ малайҙарҙың оҫтаханаһында булды, балаларҙың үҙҙәре йыһазландырған фатир-студияһын ҡараны, китапхана, сенсор бүлмәһе менән танышып сыҡты. Каринэ Хәбирова тәрбиәләнеүселәргә адвокат Павел Астаховтың “Китаптар – балаларға” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы Башҡортостанға килтергән китаптарын тапшырҙы.

“Китап халыҡ тарафынан һәр саҡ көтөп алынасаҡ, – тине ул. – Минеңсә, интернеттан ҡарамай, китап уҡырға яратҡан кеше бер баҫҡысҡа юғары тора”.


Вернуться назад