Димдә балалар баҡсаһы төҙөлә19.03.2019
Димдә балалар баҡсаһы төҙөләӨфөнөң Дим районындағы “Сағыу” биҫтәһендә мәктәп кенә түгел, балалар баҡсаһы ла төҙөү күҙаллана. Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин төҙөлөш майҙансығын ҡарағанда ошо мәсьәлә тикшерелде.

Әле республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы тендер документтарын әҙерләй. Аукциондан һуң һайланған подрядсылар эшкә тотонасаҡ.
Дим районындағы яңы кварталда мең урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө былтыр йәй башланғайны. Ул быйыл ноябрҙә сафҡа индерелергә тейеш.





Вернуться назад