Йәш спортсыларға мәктәп кәрәк14.03.2019
Төбәгебеҙҙә инвалид балаларҙың ата-әсәһе һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр яҡшы һөҙөмтә күрһәтә алған спорт төрҙәре буйынса балалар-үҫмерҙәр адаптив мәктәбе асыуҙы һорай.

Улар бөгөн тау саңғыһы спорты һәм сноуборд буйынса махсус республика ярыштарында был мәсьәлә менән Башҡортостан етәксеһенең ҡатыны Каринэ Хәбироваға мөрәжәғәт итте.

Өфөлә 2014 йылдан алып тау саңғыһы спорты һәм сноуборд буйынса адаптив клуб эшләй, унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 80-гә яҡын бала шөғөлләнә, сәләмәтлеген яҡшырта. Ата-әсә әйтеүенсә, һөҙөмтә яҡшы, малай-ҡыҙҙар араһында спортта ҙур уңышҡа өлгәшкәндәр байтаҡ.

Балалар клубта бушлай тиерлек шөғөлләнә. “Аҡ йорт” комплексында уларға кейенеү-сисенеү, кәрәк-яраҡты һаҡлау өсөн айырым бина бүленгән. Тик элек тауҙа көн дә шыуыу мөмкинлеге булһа, хәҙер аҙнаһына ике тапҡырға ҡалдырылған. Инвалид балалар өсөн базаны бөтөнләй ябыуҙары ла ихтимал, сөнки комплекс етәкселегенең биләмәне файҙаланыу йәһәтенән үҙ пландары бар, тип хафалана ата-әсә.

Шуға улар бөгөн ярҙам һорап Каринэ Хәбироваға мөрәжәғәт итте.

“Ысынлап та, был балалар өсөн спорт ҙур әһәмиәткә эйә, тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итә. Ата-әсә әйткән проблеманы хәл итеү юлдары бар”, – тине Каринэ Хәбирова.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика