Эшҡыуар, күңеле иреп, кәзә бүләк иткән29.01.2019
Хәйбулла районының Аҡъяр район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә быға тиклем төрлө бүләк тапшырылғаны бар, әммә һауын кәзәһе беренсе тапҡыр бирелгәндер, моғайын.

...Былтыр Ғаилә йылы уңайынан урындағы телевидение коллективы тарафынан “Бәхет утрауы” тигән телепроект алып барыла. Уның төп маҡсаты – етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы тәрбиәгә, уллыҡҡа йә ҡыҙлыҡҡа алған ғаиләләрҙең йәшәйешен күрһәтеү.

Йыл дауамында мәрхәмәтле замандаштарыбыҙ хаҡында бихисап тапшырыу күрһәтелә. Тап шуларҙың береһе кәзә ҡымыҙы етештереү һәм унан сыр яһау буйынса үҙ эшен асҡан йүнсел Денис Лоскутовтың күңеленә үтеп инә. Ул үҙҙәренең дүрт балаһы янына йәнә дүртәүҙе тәрбиәгә алырға батырсылыҡ иткән Надежда менән Андрей Андямовтарға бүләк бирергә ҡарар итә.

Эшҡыуар Аҡъяр район мәҙәниәт йортонда мәрхәмәтле ғаиләгә тантаналы рәүештә һауын кәзәһе тапшырҙы. Андямовтарҙың әйтеүенсә, уларҙың күптәнге теләген бойомға ашырған Денис Лоскутов.


Вернуться назад