318 мең кеше өҫтәмә аласаҡ29.01.2019
1 февралдән федераль льготаға эйә булған кешеләр өсөн айлыҡ аҡсалата түләүҙәр 4,3 процентҡа индексациялана.

Был яңылыҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, блокадалы Ленинградта йәшәгәндәргә, һәләк булған (вафат булған) һуғыш инвалидтарының ғаилә ағзаларына, фашист концлагерҙарының әүәлге бәлиғ булмаған тотҡондарына, шулай уҡ I, II, III төркөм инвалидтарына һәм инвалид балаларға, радиация йоғонто яһаған кешеләргә ҡағыла.

Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, республикала бындай түләүҙе 318 мең кеше аласаҡ.

Бер үк ваҡытта федераль льготаға эйә кешеләргә тапшырылған социаль ярҙам йыйылмаһының аҡсалата күләме лә арта. 1 февралдән ул 1 121,42 һум тәшкил итә. Шуның 863,75 һумы – бушлай дарыуҙар алыуға, 133,62 һумы – шифахана-курортта дауаланыуға, ҡалған 124,05 һумы дауалана торған ергә ҡала яны тимер юл транспортында, шулай уҡ ҡала-ара транспортында бушлай барыуға һәм ҡайтыуға йүнәлтелә.




Вернуться назад