“Бәхетле әсә” хеҙмәте” проекты Грант яуланы15.08.2018
“Бәхетле әсә” хеҙмәте” проекты Грант яуланыЯрославль өлкәһендә уҙған Бөтә Рәсәй Йәш ғаиләләр форумында Октябрьский ҡалаһының “Йәштәр һарайы” учреждениеһы тәҡдим иткән “Бәхетле әсә” хеҙмәте” проекты уңышлы тип табылды, һәм улар 100 мең һум күләмендә грантҡа лайыҡ булды.

Йәштәр һарайы былтыр “Бәхетле ғаилә” йәш ғаиләләр клубы асҡан. Ул йәштәрҙе сабый тыуыуға әҙерләү, уны ҡарау буйынса белемдәрен арттырыу, ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шулай уҡ был клубта “Бәхетле атай-әсәйҙәр” проекты ла тормошҡа ашырыла. Ошо проекттарға ярашлы, былтыр уҙғарылған “Бәхетле әсәй”, “Бәхетле атай-әсәйҙәр” фестивалендә 120-нән ашыу ғаилә ҡатнашҡан. Быйыл тағы ла күберәк булыр, сөнки әлеге мәлдә Октябрьский ҡалаһында 20–35 йәштәгеләр 30 490 кеше иҫәпләнә, ти ойоштороусылар.
Йәштәр һарайы белгестәре йәш ғаиләләргә ярҙам итеү өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып бара. “Бәхетле әсә” хеҙмәте” проекты – шуларҙың береһе. Уны Рәсәй кимәлендә яҡлап сығыш яһауҙы йәш белгес Екатерина Недопекинаға ышанып тапшырғандар, һәм ул һынатмаған.
– “Бәхетле әсә” хеҙмәте” проектын ҡалала ғына түгел, республикала ла таратырға теләйбеҙ. Йәш атай-әсәйҙәр баланың үҫеш үҙенсәлектәре тураһында ныҡлап белмәй һәм сабыйҙың тыуыуына ла психологик яҡтан әҙер түгелдәр. Ауырлы ҡатындар, ҡайһы саҡта интернеттан ҡапма-ҡаршылыҡлы, белдекһеҙ мәғлүмәттәр алып, төшөнкөлөккә бирелеп, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән япа-яңғыҙы тороп ҡала. “Бәхетле әсә” хеҙмәте уларға психологик, социаль ярҙам күрһәтә, шулай уҡ ауырлы ҡатындарға талап ителгән белгестәрҙе лә саҡырабыҙ. Проект, гүзәл заттың йөклө осоро матур үтһен өсөн, яңы социаль шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итә, – ти Йәштәр һарайы директоры Наталья Спирина.
Ысынлап та, Европа илдәрендәге кеүек, беҙҙә лә ғаиләгә ярҙам итеү алымдары заманса үҫеш йүнәлешен алды. Был йәһәттән әле Йәштәр һарайында өс психолог эшләй. Улар ғаиләләргә ярҙам итеү менән генә сикләнмәй, ата-әсәләр һәм балалар менән дә эш алып бара. Шәмбе, йәкшәмбе һайын “Ял көнө” клубы ойошторола, тематик майҙандар эшләй. Унда социаль яҡлау хеҙмәтенән, юристар ассоциацияһынан, торлаҡ сәйәсәте комитетынан, медицина һәм башҡа учреждениеларҙан белгестәр саҡырыла. Ошо ыңғай миҫалдарҙан сығып, Октябрьский ҡалаһындағы Йәштәр һарайының ғаиләне нығытыу, популярлаштырыу буйынса башҡа ҡала-райондар менән уртаҡлашырҙай тәжрибәһе бар.


Вернуться назад