Алдандыҡ та... онотолдоҡ23.11.2011
1991 йылда халыҡтың тир түгеп, тинләп тигәндәй йыйған аҡсаһы һаҡлыҡ банкында “янды”. Кире ҡайтарыласаҡ, тип вәғәҙә биреп, алдаштыра торғас, 20 йыл да үтеп китте. Хәҙер вклад хужаларына аҡсаларын биреү хаҡында берәү ҙә уйламай.
Минеңсә, банкта аҡсаһы “яныусыларҙың” вафат булып бөтөүен көтәләрҙер. 2004 йылда “тура бәйләнеш”тә ул саҡтағы Рәсәй Президентына ошо мәсьәлә буйынса биргән һорауыма ҡарата Башҡортостан Республикаһы Милли банкы һүҙ бутҡаһынан торған өс битлек яуап ебәргәйне. Унда фәҡәт компенсация тураһында ғына һүҙ бара, ә һаҡлыҡ кассаһына һалынған аҡса хаҡында — ләм-мим. Ғәмәлдә иһә мең һумға тиклем компенсация түләнде лә ҡалғаны — вәссәләм.
Минең, мәҫәлән, заманында “Москвич” автомобиле һатып алырға етерлек, ашамай-эсмәй тигәндәй йыйған аҡсамды иҫән-һау сағымда ҡулланғым килә.
Олигархтарҙың кеҫәләрен ҡалынайтабыҙ, кәрәкмәгән урында аҡса түгәбеҙ. Ни өсөндөр халыҡтың “янған” вкладтарын ҡайтарыу хаҡында бер партия ла телгә алмай.
Минеңсә, халыҡты борсоған ошо проблеманың осона сығырға һайлау булышлыҡ итергә тейеш.
Фәрит РӘМОВ.
Йылайыр районы,
Юлдыбай ауылы.


Вернуться назад