Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дауахана — бөҙрәхана түгел
Дауахана — бөҙрәхана түгел“Һаулыҡ” милли проекты бойомға ашырыла башлағандан алып илдә медицина хеҙмәтенең сифаты бермә-бер яҡшырған – 2006 йылдан бирле Рәсәй халҡының ғүмере яҡынса дүрт йылға оҙайған. Милли медицина палатаһы президенты, күренекле хирург Леонид Рошаль фекеренсә, ыңғай үҙгәреште һаҡлау өсөн медицина ҡорамалдарын яҡшыртыу ғына етмәй. “Тәү сиратта медицина ярҙамы сифатлы һәм һәр кем файҙалана алырлыҡ булырға тейеш”, – тине ул Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре менән уҙғарылған осрашыуҙа.
“Милли медицина палатаһы” коммерцияға ҡарамаған партнерлығы 2010 йылда ойошторола. Маҡсаты – Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыуға булышлыҡ итеү. Палатаның ошо йүнәлештәге тәҡдимдәре Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының “Сәләмәт милләт” программаһына индерелгән. Осрашыуҙа Леонид Рошаль документтағы мөһим пункттарға, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге айырым мәсьәләләргә туҡталды.
– Яңыраҡ мәрмәр таштар менән биҙәлгән мөһабәт дауахананан оло йәштәге бер ҡатын һуҡранып килеп сыҡты. “Окулисҡа күренер өсөн өс сәғәт көтөргә ҡуштылар”, – тине ул. Теркәү бүлегенә барып, хәлде аңлатып биреүҙәрен һораным, әммә аныҡ яуап булманы. Дауаханала сиратта тороу – 20, ҡалаларҙа “ашығыс ярҙам”дың килеүе – 15 минуттан, операцияны көтөү бер айҙан да ашырға тейеш түгел. Дәүләт кимәлендә ошондай бурыстар ҡуйылһа, халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеү яҡшырасаҡ, – тине Леонид Михайлович һәм табиптарҙы пациенттарға ихтирамлы, иғтибарлы булырға саҡырҙы.
Милли медицина палатаһы президенты “Рәсәй Федерацияһы граждандары һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы Федераль закондың ҡайһы бер өлөштәре менән килешеп етмәүен белдерҙе.
– Әгәр минән генә торһа, уны үҙгәртеп яҙыр инем. Закон киләсәктә камиллашырға тейеш. Ҡайһы хеҙмәттең түләүле, ҡайһыһының бушлай икәнлеге әбей-бабайҙарға түгел, миңә лә аңлашылып етмәй. Дауахана — бөҙрәхана түгел, унда һәр яҡлап та ныҡлы тәртиптән тыш, яуаплылыҡ тойғоһо көслө булырға тейеш, – тине Л. Рошаль.
“Сәләмәт милләт” программаһына ул шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә үҫеүсе балаларҙы 12 йәшкә тиклем бушлай дарыу менән тәьмин итеү, табиптарҙың хатаһы арҡаһында күрелгән зыян өсөн компенсация күләмен арттырыу, ауылдарҙа медицина пункттарын япмау буйынса тәҡдимдәр индергән.
Халыҡ сәләмәтлеге һағында тороусы Леонид Рошалдең ҡыйыу тәҡдимдәре Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Премьер-министры иғтибарынан ситтә ҡалмай. Әлеге мәлдә Леонид Михайлович, Рәсәй президентлығына кандидат Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса үҙәк халыҡ штабының мобиль төркөмө ағзаһы булараҡ, илдең табиптары менән ошондай осрашыуҙар уҙғара. Башҡа төбәктәрҙәге кеүек, Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәре лә ҡунаҡҡа һорауҙарын биреп ҡалырға ашыҡты. Конгресс-холда уҙған йәнле аралашыуҙа Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Сергей Дорофеев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, Рәсәй президентлығына кандидат Владимир Путинға йәмәғәт ярҙамы күрһәтеү буйынса Башҡортостан Республикаһындағы Халыҡ штабы етәксеһе Альберт Мифтахов менән Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Әнүәр Бакиров та ҡатнашты.
Н. ХӘСӘНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 110

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529