Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡояш йөҙлө уҡытыусы
Ҡояш йөҙлө уҡытыусыУның йөҙө ҡояш кеүек балҡып, күҙҙәре көлөп тора. Ярҙам, кәңәш һорап барһаң, бер ваҡытта ла юҡ тимәй, ҡулынан килгәнсә хәлеңә инә. Беҙгә — туғандарына, дуҫтарына ҡарата ғына түгел, коллегаларына, уҡыусыларына, бөтөнләй сит-ят кешеләргә лә йылы мөнәсәбәттә ул. Һүҙем — Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Әлмира Ғәлина тураһында.
Апайыбыҙҙың белем биреү өлкәһендә арымай-талмай эшләүенә — 35 йыл. Ул — юғары категориялы уҡытыусы, хеҙмәте Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы президиумының Почет грамотаһы менән баһаланды.
Уҡытыусының ниндәй белгес булыуын белергә теләһәң, уҡыусыларына ҡара, тиҙәр. Сер түгел, бөгөн сит телде уҡытыуҙа иң ауыры — уҡыусыларҙы был телдә һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Иң тәжрибәле һаналған педагогтарҙың дәресендә лә уҡыусыларҙың күп тигәндә бер-ике һөйләм менән генә сикләнеүҙәрен иҫәпкә алғанда, был проблеманың ни тиклем киҫкен тороуын аңлайһың. Был йәһәттән Әлмира Ноғман ҡыҙының һабаҡтары күптәрҙе һоҡландыра һәм ғәжәпләндерә: ул уҡытҡан балалар инглиз телендә иркен аралаша. Бының сере нимәлә һуң?
Сит телде үҙләштереү өсөн иң тәүҙә үҙ телеңде яҡшы белергә кәрәк, тип юҡҡа ғына әйтмәгән ғалим, профессор Жәлил Кейекбаев. Әлмира Ғәлина дәрестәрен туған телгә таянып алып бара. Балаларҙы башҡорт һәм инглиз телдәренең үҙенсәлектәренән сығып уҡытҡанда, туған тел йоғонтоһоноң ыңғай тәьҫирен оҫта аңлатып биргәндә улар тел материалдарын еңел үҙләштерә, ти ул. Ҡайһы бер башҡорт өндәренең инглиз теленә ауаздаш булыуын да әйтергә кәрәк. Был оҡшашлыҡ телде өйрәнеүҙә — ҙур таяныс. Улар менән таныштырыуға бик аҙ ваҡыт китә, шуға күрә ҡалған сәғәттәрҙе уҡыусылар фонетик күренештәргә сарыф итә. Өндәрҙе дөрөҫ, асыҡ итеп һөйләргә өйрәтеү — иң мөһиме. Шуның өсөн дә телгә фонетик күнегеүҙәр кәрәк. Әлмира Ноғман ҡыҙы тәүҙә был һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе башҡорт телендә еткерә. Яңы һүҙҙәрҙе туған тел аша аңлатыу уларҙың мәғәнәһен нығыраҡ хәтерҙә ҡалдырырға ярҙам итә. Бынан тыш, төрлө грамматик уйындар, ҡыҙыҡлы биремдәр, алымдар ҡулланыу уңышлы. Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында эшләү, кескәйҙәрҙең психологияһын яҡшы белеү ҙә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә булышлыҡ итәлер, әлбиттә.
Әлмира Ғәлина — Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан. 1973 йылда урта мәктәпте тамамлағас, яҡшы уҡыған ҡыҙҙы үҙ мәктәбендә инглиз теле уҡытырға ҡалдыралар. Өфөлә инглиз теле буйынса өс айлыҡ курстарҙа белем алып ҡайта. 1975 йылда һәләтле ҡыҙ БДПИ-ның сит телдәр факультетына уҡырға инә һәм, биш йылдан уны уңышлы тамамлап, тыуған районындағы Йөҙимән ауылына эшкә ҡайта. Оҙон буйлы, бөҙрә сәсле сибәр ҡыҙ бик әүҙем була, концерт-спектаклдәр, төрлө саралар унан башҡа үтмәй. Комсомол секретары итеп тә һайлап ҡуялар үҙен. Йөҙимәндә өс йыл эшләгәндән һуң күңеле менән ҡалаға тартылған ҡыҙ Өфөгә килеп балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Бында буласаҡ ире Таһирҙы осрата. Бер аҙҙан ғаилә ҡороп, Стәрлетамаҡ ҡалаһына ҡайталар. Бәләкәстәрҙе яратҡан йәш педагог башта балалар баҡсаһында эшләй, артабан гимназияға күсә. Әйткәндәй, гимназияла Жәлил Кейекбаев музейын асыуҙа ла Әлмира Ноғман ҡыҙы ҙур тырышлыҡ һалды.
Хеҙмәт юлы тураһында яҙыуы ғына еңел. Был йылдар дауамында апайым ул һәм ҡыҙ үҫтереп, уҡытып, тормош юлына баҫтырҙы, байтаҡ уҡыусылары яратҡан остазының юлын һайланы, күпме студент уның ҡул аҫтында практика үтте, тәжрибә һәм белем тупланы, дәрестәренә инеп күпме йәш уҡытыусы үҙ һөнәренең серҙәренә өйрәнде.
55 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙҙар кеүек зифа буйлы һәм етеҙ ул Әлмира апайыбыҙ, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Өйөндә лә, эшендә лә һәр ваҡыт тәртип. Эскерһеҙ, яҡты күңелле, башҡаларҙың да гел яҡшы яҡтарын ғына күрергә тырышҡан, ярҙамсыл кеше ул ҡәҙерлебеҙ. Уға киләсәктә лә ҡоростай һаулыҡ менән оҙаҡ йылдар яратҡан гимназияһында эшләүен, ҡылған изгелектәре игелектәр булып ҡайтыуын теләйбеҙ.
Илүсә ИСМӘҒИЛЕВА,
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты аспиранты.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 906

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528