Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төп бурыс – ҡышты имен ҡаршылау
Республикала был йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр етерлек

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һаман да Рәсәй халҡын борсоған төп мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Шулай ҙа тармаҡта ыңғай үҙгәрештәр ҙә күҙгә cалына. Мәҫәлән, Башҡортостанда ла һуңғы йылдарҙа был йәһәттән байтаҡ эш башҡарылды, йырып сыҡҡыһыҙ булып күренгән бихисап ҡатмарлы проблемалар хәл ителде. Ысынлап та, халыҡ менән бер төпкә егелеп, тап уның мәнфәғәтендә эшләгәндә, ыңғай һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәй.

Арабыҙҙа һаман да емерек йорттарҙа йәшәүселәр етәһе, әммә улар ҙа яҡын арауыҡта яңыһына күсеп шатланасаҡ: июлдә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды тарафынан республикаға ошо маҡсатта 1,13 миллиард һум бүленәсәге тураһында мәғлүм булды. Төбәк үҙе иһә 1,33 миллиард һум йүнәлтәсәк. Был аҡсаға һүтелергә тейешле 187 йортта көн иткән 4 417 кешене өр-яңы торлаҡлы итеү күҙ уңында тотола.
Шулай уҡ емерек йорттарҙан халыҡты күсереү аша аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә лә был фонд тарафынан 420 миллион һумға яҡын аҡса бүленәсәк, республика үҙе иһә был маҡсатҡа 411 миллион һум тирәһе сарыф итергә тейеш. Авария хәлендәге 101 йортта көн иткән 1 829 кешене күсереү планлаштырыла.
2008 – 2013 йылдарҙа капиталь ремонтлау программаларын тормошҡа ашырыу һәм халыҡты һүтелергә тейешле йорттарҙан яңыһына күсереү өсөн Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды тарафынан 11 миллиард һумға яҡын аҡса бүленһә, ошоға ҡушып республика ҡаҙнаһынан 4 миллиардтан ашыу һум сарыф ителгән. Был аҡсаға 200 меңдән ашыу кеше йәшәгән 1 223 күп ҡатлы йортта капиталь ремонт башҡарылған, шулай уҡ авария хәлендәге 602 йортта көн иткән 16 меңгә яҡын кеше яңы торлаҡ алып ҡыуанған.
2011 йылда Торлаҡ кодексында күп фатирлы йорттар советтары булдырыуҙы рөхсәт иткән статья барлыҡҡа килгәйне. Тиҙ арала Президенттың башланғысы менән республикала 12 меңдән ашыу йорт комитеты үҙ эшен башланы. Уларҙың 11 меңдән ашыу вәкиле махсус курстарҙа белем алды. Һөҙөмтәлә был алым республика етәкселегенә халыҡтың торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле йылдар дауамында тупланған һорауҙарын ишетергә һәм уларҙы тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирҙе.
Башҡортостанда әле 2014 йылға тиклем күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса төбәк программаһын әҙерләү бара. Республиканың күп фатирлы торлаҡ фондына инвентаризация яһау – уның төп шарттарының береһе. Ошо сәбәпле ҡала һәм райондарҙа күп фатирлы торлаҡ фонды күләме билдәләнә, урындағы етәкселәргә улар буйынса талап ителгән эштәрҙе баһалап сығыу бурысы йөкмәтелгән.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, республикала капиталь ремонт буйынса эштәрҙең бер генә төбәк операторы иңенә йөкмәтелеүе ихтимал. "Башҡортостан Республикаһының төбәк операторы" фонды коммерцияға ҡарамаған махсус ойошма булараҡ эшләйәсәк, Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь, шулай уҡ Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлыҡтары уны ойоштороусы сифатында теркәләсәк.
Ойошманың эшмәкәрлеген республика ҡаҙнаһынан финанслау ҡарала.
Капиталь ремонт фондын булдырыу Рәсәйҙең Торлаҡ кодексындағы үҙгәрештәргә бәйле. Ойошма иҫәбендә торлаҡ хужаларынан капиталь ремонтҡа тип йыйылған аҡса тупланасаҡ. Фондҡа түләүҙең күләмен республика етәкселеге көҙгә ҡарай билдәләргә тейеш. Яҡынса алғанда, торлаҡтың бер квадрат метры өсөн ул айына биш һум тирәһе булыр тип көтөлә. Был түләүҙән һүтелергә йә реконструкцияланырға тейешле йорттарҙа йәшәүселәр азат ителә.
Күҙаллауҙарға ярашлы, фондта йыл һайын 3 миллиард һумға яҡын аҡса тупланасаҡ. Ләкин ҡайһы бер муниципалитеттар Хөкүмәттең башланғысын хупламай, был артыҡ үҙәкләштереү буласаҡ һәм башҡарылған бөтөн эште күҙҙә тотоу операторҙың хәленән килмәйәсәк тип иҫәпләй. Әйткәндәй, бөгөн Волга буйы федераль округында иң ҙур торлаҡ фонды Башҡортостанда икән: уның дөйөм майҙаны 89 миллион квадрат метр (70 мең күп фатирлы йорт) тәшкил итә.
Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡты кәрәкле техника менән тәьмин итеү ҙә күҙ уңынан ысҡындырылмай. Быға миҫалдар байтаҡ: мәҫәлән, күптән түгел генә Өфө ҡалаһы 20 заманса техника менән тулыланды. Ошоға ҡәҙәр ҙә 12 бәләкәй тейәүсе трактор һәм биш күп функциялы коммуналь-төҙөлөш машинаһы һатып алынған булған. Ни тиһәң дә, заманса техникаһыҙ мегаполистағы коммуналь хеҙмәттәрҙе тейешле кимәлдә башҡарыу мөмкин түгел. Быны республика етәкселеге лә төшөнә һәм тармаҡты техника менән тәьмин итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
Бөгөн бөтә республика буйынса ҡышҡа әҙерлек эштәре бара. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында белдереүҙәренсә, әле тармаҡтың әҙерлеге 80 процент тирәһе тәшкил итә. Муниципалитеттар финанс ярҙамһыҙ ҡалмаған. "Хөкүмәт өҫтәмә рәүештә тағы ла 200 миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтергә ҡарар итте, быны Президент та хупланы. Аҡса бөтә биләмәләр буйынса тигеҙ итеп таратыласаҡ. Ошо саралар ҡышты проблемаһыҙ ҡаршыларға ярҙам итер тип ышанам", – тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин. Хөкүмәт тарафынан ҡуйылған төп бурыс – бөтөн әҙерлек эштәрен сентябрь урталарына йомғаҡлау.


Автор: З. РӘШИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518