Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сифат, асыҡлыҡ һәм һөҙөмтә
Сифат, асыҡлыҡ һәм һөҙөмтә1 сентябрҙән "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Закон үҙ көсөнә инә. Проекты өс йылға яҡын тикшерелгән, ҡыҙыу фекер алышыу аша тыуған яңы ҡануниәтте "халыҡ документы" тип атарға мөмкин. Хәйер, был эштә йәмғиәттең дәррәү ҡатнашыуына ғәжәпләнәһе түгел, сөнки мәғариф тураһындағы закон Рәсәйҙә йәшәгән һәр дүртенсе кешегә, йәғни 40 миллион самаһы яҙмышҡа йоғонто яһаясаҡ: илебеҙҙә 30 миллион тирәһе мәктәпкәсә йәштәге бала, уҡыусы, студент иҫәпләнә, бынан тыш, белем биреү һәм фән өлкәһендә ун миллионға яҡын кеше эшләй. Хәтергә төшөрөп уҙайыҡ: законды әҙерләүҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, мәғариф ойошмалары, йәмәғәтселек вәкилдәренән торған эш төркөмө яҡындан ҡатнашты. Улар тарафынан тәҡдим ителгән 17 төҙәтмәнең етеһе ҡабул ителеп, башҡалары положениеларҙы төҙөгәндә һәм раҫлағанда иҫәпкә алынды. Ғөмүмән, Башҡортостан ҡанунды әҙерләүгә өлөш индереү йәһәтенән төбәктәр араһында тәүгеләр рәтендә булды. Яңы законда төп иғтибар белем биреүҙең сифатына, асыҡлығына, аныҡ, һөҙөмтәле эшкә, уҡыусыларҙың, педагогтарҙың хоҡуҡтарына йүнәлтелгән. Йәш быуын тәү сиратта яҡшы шарттарҙа белем алырға тейеш. Был йәһәттән республикала хәл тотороҡло: мәктәптәрҙең күбеһе яңы, шулай уҡ уларға ремонт яһау, төҙөкләндереү өсөн ил һәм республика ҡаҙнаһынан тейешле аҡса бүленә. Иң ҙур иғтибар сифатҡа йүнәлтелә. Балалар баҡсалары төҙөүҙә лә ошо шарт төп урынды биләй. Республика Президенты талап иткәнсә, йәш быуын өсөн барыһы ла юғары сифатлы булырға тейеш. Эске шарттарға килгәндә, кабинеттарҙы компьютерлаштырыу йәһәтенән ҙур эш алып барыла. Ғөмүмән, мәғариф тармағы яҡын арала ошондай алымға күсергә тейеш. "Йәш быуын икенсе төрлө, заманса фекер йөрөтә, ә беҙ уларҙы элеккесә уҡытыуҙы дауам итәбеҙ. Эшкә яңылыҡ индереүҙән ҡурҡһаҡ, мөмкинлектәр булдырмаһаҡ, донъя буйынса киң ҡулланылған заманса ысулдарҙан артта ҡаласаҡбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов мәғариф буйынса республика кәңәшмәһендә. — Төбәктә электрон белем биреүҙең идеологияһын, үҫеш стратегияһын булдырырға һәм ғәмәли йәһәттән тормошҡа ашыра башларға кәрәк". Ҡануниәттәге айырым статьялар электрон белем биреүҙең мөһимлеген раҫлап, уны ҡулланыу юлдарын күрһәтә. Яңы закон уҡыусыларҙың баҫма һәм электрон әсбап менән тулыһынса тәьмин ителергә тейешлеген гарантиялай. Рәсәй субъекттарында туған телде, мәҙәниәтте өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән китаптарҙың да булыуы шарт. Шуныһы мөһим: яңы законда башҡорт телен республиканың дәүләт теле итеп уҡытыу һаҡлап ҡалынды. Был, әлбиттә, башланғысты ғәҙәттәгесә дауам итеүҙе аңлатмай. Яңы закон телде уҡытыуҙа һөҙөмтәлерәк, интерактив алымдар эҙләргә юл аса. Быға ҡәҙәр эштең бигүк ыңғай бармауының төп сәбәбен дәреслектәрҙең ҡатмарлы булыуында күрҙек. Мәсьәлә күпмелер кимәлдә яйға һалына башланы. Мәҫәлән, мәғариф буйынса республика кәңәшмәһендә күптән түгел төҙөлгән бер нисә әсбап күрһәтелде, уларға ҡарата фекерҙәр тыңланды. Дәреслектәрҙән тыш, педагогтарҙың да замансараҡ эшләүе, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәреүе мөһим. Ҡатмарлы грамматик, морфологик ҡағиҙәләр менән сит милләт вәкиленең генә түгел, башҡорт балаһының да иғтибарын йәлеп итеү мөмкин түгел. Әгәр дәүләт телен һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ икән, уны өйрәтеүҙең яңыса алымдарын ҡулланыу, эҙләү мөһимлеге көн кеүек асыҡ. Яңы законда кластан тыш саралар үткәреү, мәктәп эшенә ата-әсәне йәлеп итеү хаҡында әйтелә. Тимәк, туған телдә кисәләр, ярыштар, түңәрәктәр ойоштороу, уларға өлкәндәрҙе лә саҡырып, фекер алышыу отошло буласаҡ — тел аралашыуҙа асыла. Кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә килгәндә, аныҡ һөҙөмтә хуплана: әгәр мәғариф учреждениеһы тейешле шарттарға яуап бирмәй, сифатлы белгестәр әҙерләмәй икән, уны тотоуҙың кәрәге булмаясаҡ. Яңы закон барлыҡ юғары уҡыу йорттарының, шулай уҡ дәүләткә ҡарамағандарҙың да, эшмәкәрлегенә мониторинг үткәреү бурысын ҡуя. Ә мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыу йәһәтенән, белеүегеҙсә, урындағы халыҡтың фекерен иҫәпкә алырға ҡарар ителде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, закон менән нығытылған хоҡуҡ ҡайһы бер ерҙәрҙә тулыһынса файҙаланылмай. Башланғыс класс уҡыусыларын 10 — 15 саҡрым араға (ҡағиҙә буйынса бер-ике саҡрымдан артмаҫҡа тейеш) йөрөтөп уҡытҡандар ҙа бар. Урындағы властың ҡағиҙәгә буйһонорға тырышмауымы был, әллә халыҡтың күндәмлегеме? Нисек кенә булмаһын, яңы ғына төҙөлгән мәктәптәрҙең буш, кәрәкһеҙ ҡалыуын күреү берәүҙә лә ҡәнәғәтлек тойғоһо тыуҙырмайҙыр. Бәләкәй мәғариф учреждениеларын ябып, уҡыусыларҙы ҙурыраҡ мәктәптәргә йөрөтөп уҡытыуҙы власть "һәр бала заманса шарттары булған кабинеттарҙа белем алырға хоҡуҡлы" тип аңлата — бының менән дә килешмәү мөмкин түгел. Әле ил буйынса 15 балаға бер уҡытыусы тура килергә тейеш. Беҙҙең республикала был һанды кәметеүгә өлгәшелгән: бер педагогка — 11 уҡыусы. "Федераль министрлыҡ был һанды 2018 йылға 13-кә арттырырға ниәтләй. Беҙ иһә критерийға тыуымға ярашлы үҙгәреш индерергә әҙер, — тине Президент уҡытыусылар кәңәшмәһендә. — Бөгөнгө хәлде, һандарҙы күҙ уңында тотоп, мәктәптәрҙе уйламай ябыу дөрөҫ түгел". Статистика мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, ҡулайлаштырыуҙың күп өлөшө 2010 йылға тура килгән. Республикала 2005 йылға тиклем 3 200 — 3 300 мәктәп булһа, биш йылдан был һан 1 800-гә төшкән. Әлеге тыуым кимәленең дә бер нисә йыл ғына һаҡланыуы, аҙаҡ кире кәмеүе күҙаллана. Ауылдарҙағы хәҙерге ауыр хәл ҡабатланмаһын өсөн, мәғарифҡа бүленәсәк сығымды ошо күрһәткестәргә ярашлы планлаштырыу мөһим. Яңы законда рухи-әхлаҡи, спорт тәрбиәһенә, балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлау сараларына ҙур иғтибар бүленә. Ҡануниәт Берҙәм дәүләт имтиханының һаҡланыуын гарантиялай, тимәк, һынау камиллаштырыласаҡ. Дөйөм алғанда, яңы уҡыу йылын заманға ярашлы, элеккеһенә ҡарағанда күпкә көслө ҡануниәт менән башлайбыҙ. Талап ҡуйыу бер, уны тейешенсә үтәү өсөн ҙур көс һалыу, берҙәм маҡсатта эшләү мөһим. Кемдәрҙер "закон телеграф бағанаһы кеүек: уға үрмәләргә ярамай, урап үтергә мөмкин" тигән һүҙҙәрҙе иҫенә төшөрөп, үҙҙәренсә борорға, тормошҡа ашырырға тырышмаһа...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 906

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528