Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Белгестәребеҙҙе эшкә ҡуш ҡуллап алалар
Белгестәребеҙҙе эшкә ҡуш ҡуллап алаларМәләүез механика-технология техникумы әҙерләгән белгестәрҙе ойошмалар ҡуш ҡуллап эшкә ала, сөнки бына инде 50 йылдан ашыу баҙар иҡтисады шарттарында ла әһәмиәте юғалмаған кадрҙар әҙерләнә. Барлығы 1235-кә яҡын студент техникумдың иҡтисад, төҙөлөш, механика, технология бүлектәрендә белем ала.

Бында уҡыу һәм көнкүреш өсөн уңайлы шарттар бар. Бер нисә корпустан торған техникумда кәрәкле йыһаз, заманса техникалы уҡыу кабинеттары, оҫтахана, ике спорт, шулай уҡ тренажер, акт залдары, хатта музей ҙа бар. Һуңғы йылдарҙа компьютерҙар, спорт йыһаздары, телевизор һәм видеомагнитофондар, башҡа техник кәрәк-яраҡ алынған. Ситтән килеп уҡыусылар өсөн ике ятаҡта (егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн айырым) һәйбәт мөмкинлектәр тыуҙырылған, унда ял, уҡыу бүлмәләре лә бар.
Техникум 70 меңдән ашыу китабы булған бай китапханаһы менән дә ғорурлана. Бында йөҙләгән гәзит һәм журнал яҙҙырыла, уларҙың барыһы ла студенттар ҡарамағында.
Һөнәри белемде нығытыу өсөн төрлө факультатив эштәр, түңәрәктәр ҙә ойошторола. Шулай уҡ ижади яҡтан үҫеш өсөн йыр, бейеү ансамблдәре, театр, ҡурай, гармун һ.б. түңәрәктәр уңышлы эшләй, йәнең теләгәненә барып шөғөллән, һәләтеңде үҫтер.
Техникумда спортҡа ҙур иғтибар бүләләр. Спорттың 15 төрө буйынса секциялар эшләй һәм студенттар йыл һайын ҡала, республика ярыштарында лайыҡлыБелгестәребеҙҙе эшкә ҡуш ҡуллап алалар урындар яулай. Ғөмүмән, Мәләүез механика-технология техникумы үҙ студенттарының һәр яҡлап үҫеше өсөн тырыша.
Техникумда белем һәм рухи көс алған студенттар оло тормош юлына ныҡлы әҙерлек менән килә, үҙ урынын табыуға өлгәшә. Һәр ерҙә уңыш, ҡаҙаныштар нигеҙен етәксе һала, уның ойоштороу һәләте, кешеләргә мөнәсәбәте коллективтың эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Мәләүез механика-технология техникумы директоры, Рәсәй Федерацияһының почетлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре Хәмит Рәшит улы Ҡунаҡҡоловтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уның етәкселегендә коллектив агросәнәғәт тармағы өсөн кадрҙар әҙерләүҙең яңы алымдарын тормошҡа ашыра. Техникумды тамамлаған йәш белгестәр Белгестәребеҙҙе эшкә ҡуш ҡуллап алаларМәләүез ҡалаһы һәм районында ғына түгел, республика, Рәсәй төбәктәрендә лә тарала. Мәҫәлән, В.Кирсанова — Белорет һөт заводында цех начальнигы, В. Саглаев — "Мәләүез шәкәр заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры.
Студенттарҙың практика үтеүе лә алдан уйлап ойошторола. Улар "Өфөмолагропром", Мәләүез шәкәр заводы, "Һыра заводы", Мәләүез төҙөлөш компанияһы, "Вимм-Билль-Данн"дың филиалы — Стәрлетамаҡ һөт заводы, Мәләүез һөт-консерва комбинаты кеүек ҙур ойошмаларҙа белемен камиллаштыра, эшкә өйрәнә, артабан шунда эшкә ҡала.
Техникум студенттар юғары белем алһын өсөн Башҡорт дәүләт аграр университеты, Мәскәү дәүләт технология һәм идара итеү университеты менән килешеүҙәр төҙөгән. Ғөмүмән, Мәләүез техникумына уҡырға килгән балалар ышаныслы ҡулдарға эләгә. Уларҙың киләсәк тормошо өсөн борсолмаҫҡа тулы нигеҙ бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 099

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 454

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 989

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 898

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 659

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 245

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 464

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524