Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нимә талап итәләр һуң?
Нимә талап итәләр һуң?Сығарылыш класс уҡыусыларын ғына түгел, уҡытыусыларҙы, ата-әсәне лә дер һелкеткән Берҙәм дәүләт имтихандары артта ҡалды. Һынау һөҙөмтәләре кемделер ҡыуандырһа, икенселәр баҙап ҡалғандай тойолдо. Яҡшы уҡыған күптәрҙең тейешенсә балл йыя алмауы, күрһәткесе дәрескә илке-һалҡы йөрөгәндәрҙекенән кәм булыуы айырыуса шаҡ ҡатырҙы.
“Класында иң яҡшы уҡыған, бөтөн диктанттарҙы “бишле”гә яҙған Зәлиәне "көсөңә ышан, һынауҙы тапшыра алаһың" тип инандырыуым юҡҡа булған, — тине бер таныш ҡатын, ҡыҙының урыҫ теле буйынса имтихандан бик түбән баһа алыуына зарланып. — Ярҙам итеүселәр табырға кәрәк булған”. Ысынлап та, балаһының һынауҙа ниндәй билдә алырын ҡайһы бер ата-әсәнең алдан уҡ хәстәрләп ҡуйыуы бер кемгә лә сер түгел.
Ғөмүмән, БДИ уҡыусының психологияһына кире йоғонто яһаған заман сиренә әйләнде тиһәк, хата булмаҫ. Быйыл, мәҫәлән, ҡала мәктәптәренең береһендә үҫмер, шул тиклем ҡаушауынанмы, әллә нервыһы ҡаҡшау сәбәплеме, имтихан ваҡытында кәрәкле лә, кәрәкһеҙ ҙә урындарға билдәләр ҡуйып бөтә. Меҫкен уҡыусының ҡулынан хатта ручкаһын ысҡындырып ала алмайҙар, шул көйө дауаханаға илтәләр. Был баланың сәләмәтлеге өсөн кем яуап бирер? Әле бит уның дауахананан ниндәй хәлдә сығыры ла, артабан ҡайҙа уҡырға барыры ла билдәһеҙ.
Тағы ла миҫал: БДИ һөҙөмтәләрен кәрәкле урынға алып китеп барғанда, бер район вәкилдәре аварияға осраған. Һөҙөмтәлә ике кешенең ғүмере өҙөлгән...
Күпме йоҡоһоҙ төн үткәрелгән, күҙ йәше түгелгән! Быға имтихан өсөн түләнгән аҡсаны ла ҡушҡанда, БДИ-ның файҙаһынан зыяны күберәк килеп сыға түгелме? Әлбиттә, һынау һөҙөмтәһендә күптәрҙең Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларындағы юғары уҡыу йорттарына инә алыуын инҡар итеп булмай. Әммә бының нигеҙендә һаулыҡ өсөн зарарлы күпме көсөргәнеш ята!
Өҫтәүенә, БДИ арҡаһында уҡытыусыға ҡарата хөрмәттең юҡҡа сыға барыуы күҙәтелә. Педагог йыл дауамында балаларҙы етди имтиханға әҙерләй, һынауҙың ғәҙел буласағына, яҡшы белем талап ителеүенә ышандыра, һөҙөмтәлә күп осраҡта тырыш уҡыусылар түбәнерәк балл йыя. Мәктәптә 40 йылға яҡын белем биргән абруйлы бер педагогтың әйтеүенсә, бындай ваҡытта уҡыусыларҙың күҙенә ҡарауы ла уңайһыҙ, сөнки алдаҡсы булып күренәһең.
Уҡыусы имтиханға байрамға барғандай килергә, белгәнен әйтеп, белмәгәнен өйрәнеп сығырға хаҡлы, ә ҡурҡышынан ҡалтыранып ултырырға тейеш түгел. Беҙҙә, өҫтәүенә, иң юғары балл йыйғандар ҙа эҙәрлекләүгә дусар була, йәғни уларҙың хоҡуғы боҙола. Белһәң дә, белмәһәң дә насар — нимә талап итәләр һуң?

Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 242

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 964

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523