Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт барАҡъярҙағы 110-сы һөнәрселек училищеһы — ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләү буйынса алдынғылар рәтен биләгән мәғариф учреждениеһы. Унда бөгөн 300-гә яҡын уҡыусы белем ала. Йәштәрҙең күбеһе юғары уҡыу йортона ынтылыуға ҡарамаҫтан, училищены һайлаусылар кәмемәй.
Бында мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыуҙың да өлөшө бар: байтаҡ йәштәр IX класты тамамлағас та һөнәри белем алырға ҡарар итә. Бында ауыл өсөн квалификациялы белгестәр — “ВСДЕҒ” категориялы тракторсы-машинист, “ВСДЕ” категориялы водитель, иретеп йәбештереүсе, ташсы, төҙөүсе, тегенсе, һатыусы, контролер-кассир, умартасылар әҙерләйҙәр. Шулай уҡ ҡайһы бер һөнәрҙәр буйынса түләүле киске курстар ойошторолған. Училищела, эш биреүсе ойошмаларҙың талаптары күҙ уңында тотолоп, заман технологиялары киң ҡулланыла, уҡыу-уҡытыу программаһына яңылыҡтар даими индерелә, өҫтәмә белем биреү саралары күрелә. Мәҫәлән, 2012/13 уҡыу йылында “Урал аръяғы” МТС-ының һорауы буйынса сит илдәрҙең заманса техникаларында эшләү өсөн “Ғ” һәм “D” категориялы яңы кимәлдәге механизаторҙар әҙерләнгән. Бындай танытма 35 кешегә тапшырылған. Белем усағының ике ҡатлы бинаһында 20-гә яҡын уҡыу һәм алты лаборатория кабинеты эшләй. Студенттарҙың үҫешендә бай китапхананың да өлөшө ҙур. Унда 16 меңдән ашыу фәнни һәм әҙәби әсбап тупланған, иркен, яҡты уҡыу залы бар. Төрлө райондан, Ырымбур, Силәбе өлкәһенән килгән уҡыусыларға дөйөм ятаҡтан урын бирелә. Өс ҡатлы 128 урынға иҫәпләнгән йортта йәшәү, белемде арттырыу, рухи үҫеш өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Аҙна һайын төрлө кисә, мәҙәни һәм тәрбиәүи саралар уҙғарыла. Иркен спорт, тамаша залдары бер ваҡытта ла буш тормай. Ашханала көнөнә дүрт тапҡыр бушлай туҡланыу ойошторола. Уҡытыу-етештереү кимәлен күтәреү маҡсатында училище йыл да яңы техника менән тулыландырыла. Әле унда тиҫтәгә яҡын еңел һәм йөк машинаһы, автобус, трактор, комбайндар бар. Техникала йөрөп өйрәнеү өсөн иркен майҙансыҡ булдырылған. Студенттар практиканы училищеның баҫыуҙарында үтә. Сәсеү, уңыш йыйыу эштәрен дә үҙҙәре башҡара. Улар шулай уҡ “Урал аръяғы” МТС-ында, райондың ауыл хужалығы һәм юл төҙөү ойошмаларында, шәхси фермер хужалыҡтарында алған һөнәрен камиллаштыра ала. Бында умартасылыҡҡа ла иғтибар ҙур. “2011 — 2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш төбәкте иҡтисади яҡтан үҫтереү” комплекслы программаһына ярашлы, училищела ҡортсолоҡ үҙәге булдырылып, унда әлегә ҡәҙәр ете меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Директор Хәлил Ибраһимов уҡыу йортоноң һәйбәт эш һөҙөмтәләрен, юғары күрһәткестәрен коллективтың уртаҡ хеҙмәт емеше тип баһалай. Бында оҙаҡ йылдар белем биргән тәжрибәле уҡытыусыларҙы, мастерҙарҙы — Варис Миңлешев, Лидиә Ғарифуллина, Нәүфәл Ибраһимов, Ирина Сәлимова, Илһам Юлдашбаевты — телгә алып китмәү мөмкин түгел.

Атайҙарса хәстәрлек булғас...

Уҡыу йортонда 20 йылдан ашыу ауыл хужалығы машиналары буйынса дәрес алып барған Нәүфәл Ибраһимов эшенән йәм табып йәшәй. Атайҙарса хәстәрлекле, һөнәрен биш бармағы кеүек белгән педагогтың техникаға һөйөүе уҡыусыларына ла күскән: ниндәйҙер деталде йыйһындармы, йә булмаһа, һүтеп, ҡайтанан ҡорһондармы — йәштәр өсөн барыһы ла ифрат мауыҡтырғыс. Нәүфәл Фәрит улында практика үтеүҙе күптәр түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Яҙғы сәсеү, көҙгө уңышты йыйыу эшен остаздары менән бергә, уның ныҡлы күҙәтеүе аҫтында башҡарыу — үҙе ҙур мәртәбә.
Һөҙөмтә ярышта күренә

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар“Йәштәрҙе спортҡа, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, буш ваҡыттарын файҙалы үткәреү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыла”, — ти физик тәрбиә буйынса етәксе Виталий Попов. Үҙҙәрендә күркәм йолаға әйләнгән сараларҙан тыш, уҡыусылар республика, төбәк-ара бәйгеләрҙә лә уңышлы сығыш яһай. Мәҫәлән, күптән түгел Учалы ҡалаһында өҫтәл теннисы буйынса уҙған ярышта училищеның командаһы ll урынға сыҡһа, Зәбир Рәхмәтуллин шәхси беренселектә икенсе баҫҡысты яулаған. Башҡортостандың башланғыс һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттары араһындағы баскетбол ярышында ла училище командаһы Урал аръяғы зонаһы буйынса ll урынға лайыҡ булған. Әбйәлил районында уҙған гер күтәреүселәр бәйгеһендә Нәзиф Аҡбалин, Сергей Охрименко икенсе урынды алып, дөйөм команда өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелгән. Мини-футбол буйынса үҙҙәренең уҡыу йортонда ойошторолған зона һәм республика ярыштарында ла алдынғылыҡты бирмәгән 110-сы һөнәрселек училищеһы спортсылары тәүге урынды яулаған.

Йәштәрҙән ҡалышыу юҡ!

Районда уҙғарылған “Өлкәндәр өсөн халыҡ университеты” курстарының 110-сы һөнәрселек училищеһында дауам итеүе юҡҡа түгел: заман талаптарына яуап биргән спорт залында һауыҡтырыу-спорт уҡыуҙарын физкультура уҡытыусыһы Һәҙиә Ҡоломбәтова алып бара. — Өлкән йәштәгеләр менән эшләүе айырыуса оҡшаны, — ти ул. — Улар яуаплы, ҡыҙыҡһыныусан. Үҙ-ара кәңәшләшеп, оҡшаған күнекмәләр менән шөғөлләндек. Йәштәрҙән ҡалышмай, сәләмәт тормошто үҙ иткән өлкәндәрҙе үҙ уҡыу йортонда ҡабул итә алыуына училище коллективы ифрат шат.
“Дала башҡорттары”

Кемдәр тиһегеҙме? Әлбиттә, студенттар! Училищела ике йыл элек ошо исем менән аталған КВН командаһы төҙөлгән. Ул егеттәрҙән генә тора. “Дала башҡорттары”, күптән түгел генә барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, үҙен республикала танытып өлгөргән: Күмертау ҡалаһында “Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы гвардияһы” марафонының төбәк-ара уйынында — беренсе, Белоретта “Урал аръяғы” клубы ярышында өсөнсө урынды яулаған. Шулай уҡ “Башҡортостан йәштәр лигаһы”нда ҡатнашыу бәхетенә өлгәшкәндәр. Командаға төрлө төркөмдә белем алған студенттар тупланған. Улар – Рауил Сынбулатов, Руслан Фәйзуллин, Рөстәм Туҡбаев, Николай Арясов, Фәнил Булатов һәм Ғәлинур Әминев. “Дала башҡорттары”на артабан да уңышлы эшләргә яҙһын!
Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529