Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәлиә МЫРҘАБАЕВА: “Төп маҡсат — һәләтле балаларҙы асыҡлау”
Сәлиә МЫРҘАБАЕВА: “Төп маҡсат — һәләтле балаларҙы асыҡлау”21 – 27 июндә Ишембай районының Маҡар ауылында Шашка буйынса халыҡ-ара балалар турниры уҙғарыла. Республика проектында ҡатнашыусылар сит илдәрҙең һәм Рәсәйҙең билдәле спортсылары менән көс һынашасаҡ. Өҫтәмә белем биреү селтәрен камиллаштырыуға йүнәлтелгән проект Башҡортостандағы Парламент ҡатын-ҡыҙҙар клубы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева менән республикалағы Халыҡ-ара шашка федерацияһы тарафынан тәҡдим ителде. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы беҙгә уны тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.

— Республикала интеллектуаль спорт төрҙәрен үҫтереү проекты ғәмәлгә ашырыла башлағанға бер йыл үтте. Әле ниндәй ҙә булһа йомғаҡ яһарға мөмкинме?
— Әлбиттә, йыл еңелдән булманы. Ғәйәт ҙур эш башҡарылды. Өҫтәмә белем биреүгә ҡағылған проектты тормошҡа ашырыу — оҙайлы һәм күп көс һалыуҙы талап иткән процесс. Ойоштороу мәсьәләләрен хәл итергә, уҡытыусылар өсөн шашка уйыны нигеҙҙәрен өйрәткән методик программалар, уҡыу ҡулланмалары эшләргә, иң мөһиме — кадрҙар әҙерләү проблемаларын яйға һалырға кәрәк ине. Республиканың Мәғариф министрлығы ярҙамы менән былтыр ноябрҙә төрлө категориялағы педагогтар, уҡытыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн белемде камиллаштырыу курстары ойошторолдо. Уларҙы шашка буйынса төп тренерҙар, спорт мастерҙары алып барҙы. Бындай курстар Сибай, Күмертау ҡалаларында, Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр һәм Баймаҡ райондарында үтте. Уларҙа 170 кеше белемен камиллаштырҙы. 26 махсус түңәрәк, секция балаларҙы шашка уйыны серҙәренә төшөндөрә башланы. Был йәһәттән халыҡ-ара шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаның хеҙмәтен айырым баһаларға кәрәк. Уның ныҡышмалылығы һөҙөмтәһендә күләмле проект эшләй башланы.
— Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары өсөн 26 түңәрәк — күпме әллә аҙмы?
— Эшмәкәрлекте киңәйтеү өсөн майҙан бар, әлбиттә. Ләкин тәүге түңәрәктәрҙең йыл башында ғына рәсми эшләй башлауын иҫәпкә алырға кәрәк. Дүрт ай эсендә бер меңдән ашыу бала шашка менән шөғөлләнергә теләк белдергән. Тимәк, улар интеллектуаль үҫештә алға табан аҙым яһаған. Мәҫәлән, Күгәрсен районының Мораҡ ауылында балалар баҡсаһындағы 220 бала шашка уйыны нигеҙҙәрен өйрәнә. Минеңсә, был — бик яҡшы миҫал: бала ни тиклем иртәрәк ылыҡһа, шул тиклем һәйбәтерәк. Билдәле совет педагогы В.А. Сухомлинский әйтеүенсә, инттелектуаль уйындарһыҙ аҡыл һәм хәтер һәләтен тулыһынса үҫтереү мөмкин түгел. Шахмат, шашка уйнарға өйрәтеү фекерләү ҡеүәһен байытыуға булышлыҡ итә. Шашка балаға иғтибарҙы, хәтерҙе тупларға, анализ һәм һығымта яһарға, фаразларға өйрәтә. Интеллектуаль уйындар логик һәм аналитик фекерләүҙе үҫтерә, ихтыяр көсө, баҫалҡылыҡ тәрбиәләй. Әле, һирәк булһа ла, ҡайһы бер башланғыс мәктәптәрҙә шашка һәм шахмат дәрестәрен ойоштороу осраҡлы түгел. Башҡа райондарҙы ла ҡыҙыҡһындырыуы ҡыуандыра. Беҙгә тренерҙар уҡытыу, түңәрәктәр асыу тәҡдимдәре килә. Тиҙҙән Хәйбулла, Әбйәлил, Бөрйән райондарында шашка үҙәктәре эшләй башлаясаҡ.
— Күләмле ярыштар ҙа үтте, буғай...
— Эйе, проектты тормошҡа ашырыуға ярашлы, былтыр һәм быйыл Сибайҙа халыҡ-ара шашка буйынса көньяҡ-көнсығыш райондар кубогы ойошторолдо. Быйыл ир-егеттәр араһында — бөрйәндәр, ҡатын-ҡыҙҙар араһында баймаҡтар еңеп сыҡты. Еңеү көнө алдынан Баймаҡта — республика гимназиялары, лицей уҡыусылары араһында ярыштар, Хәйбулла районында “Еңеү кубогы” турниры уҙғарылды. Баймаҡтар “Әсәй, атай, мин — шашка һөйөүсе ғаилә” тип аталған үҙенсәлекле спорт байрамы үткәрҙе. Тиҙҙән Күмертауҙа, Күгәрсен районында ярыштар ойоштороласаҡ. Уҡытыусы-тренерҙарҙың төп бурысы — халыҡты шашка буйынса сараларға йәлеп итеү. Уларҙың ойоштороу һәләтенә, башҡаларҙы үҙҙәренең энтузиазмы менән йәлеп итә алыуына күп нәмә бәйле. Уҙғарылған саралар тураһында отчет аҙна һайын килә. Ә бит был эштең башы ғына.
— Билдәле булыуынса, проектҡа шашка клубтары эшләгән ҡалалар халҡы ғына түгел, Башҡортостан ауылдары ла ҡушылған...
— Ысынлап та, проект республика халҡында ыңғай баһа алды, һәр районда тиерлек фекерҙәштәр табылды. Шуныһы ҡыуаныслы: шашка менән балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҡыҙыҡһына. Беҙ алдан уҡ ауыл балаларын, йәштәрен шашкаға йәлеп итеү маҡсатын ҡуйҙыҡ. Ауыл ере балалар өсөн сифатлы, файҙалы ял ойоштороу мөмкинлеген бирмәй. Ә бит йәш быуындың интеллектуаль үҫеше — йәмғиәтебеҙҙең өҫтөнлөклө бурысы. Шуға күрә белем биреүҙең яңы технологияларын ғәмәлгә индереүгә, һәләтле балаларҙы асыҡлауға, улар өсөн шарттар булдырыуға иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк. Проектта ҡатнашыусылар араһында Сибайҙы айырым билдәләргә теләйем. Республикабыҙҙың шашка-географик картаһында яңы үҙәк барлыҡҡа килде, тип әйтергә мөмкин. Бында шашка секцияларының тотош селтәре эшләй, ярыштар ҙа уҙғарыла. Ҡала шашка менән йәшәй, һәүәҫкәр спортсылар хатта Сибайҙа Башҡортостан шашка федерацияһы филиалын ойошторорға тәҡдим итте.
— Ә уҡытыусы-тренерҙар бушлай эшләйме?
— Һәр хеҙмәт өсөн түләнергә тейеш. Тренерҙар түңәрәк етәкселәре булараҡ рәсми эш хаҡы ала. Әлбиттә, ул ҙур түгел: аҙнаһына 10 академик сәғәт өсөн — 3 мең һум. Шуға күрә уларҙы дәртләндереү, кәрәк-яраҡ, уҡыу ҡулланмалары һатып алыу мөмкинлеген эҙләйбеҙ. Беҙгә хәйриә ойошмалары ярҙам күрһәтә. Әммә иң мөһиме — фекерҙәштәр таптыҡ, маҡсатыбыҙ уртаҡ, эшләргә, һөҙөмтәләргә өлгәшергә теләк бар.
— Һөҙөмтә — яңы чемпиондар тәрбиәләүме?
— Ундай маҡсат ҡуймайбыҙ. Үҙенсәлекле фекер йөрөтә алған балалар тәрбиәләү мөһим. Йылдам үҫкән мәғлүмәттәр быуатында был — кәрәкле сифат. Тағы ла бер бурыс — һәләтле балаларҙы асыҡлау, таланттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү. Ләкин оҙаҡ йылдар ныҡышмалы һәм көсөргәнешле эшләгәндән һуң ғына ниндәй ҙә булһа һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкинлеген аңларға кәрәк. Ата-әсәләргә лә күп нәмә бәйле. Белеүемсә, уларҙың барыһы ла түләүһеҙ спорт түңәрәктәрендә шөғөлләнеүгә әллә ни ҡыҙыҡһыныу белдермәй. Ҡайһы саҡта балалар бер сәбәпһеҙ күнекмәләргә килмәй. Тамара Танһыҡҡужина, Айнур Шәйбәков, Руфина Әйүпова, Айгөл Иҙрисова кеүек билдәле спортсыларыбыҙ менән аралашҡандан һуң, еңеүҙәрҙең күбеһе күнекмәләргә даими йөрөүгә бәйле тигән тәьҫир ҡалды. Был бик мөһим.
— Проектты ойоштороусылар киләсәккә ниндәй пландар ҡуя?
— Һәр мәктәптә, һәр балалар баҡсаһында шашка түңәрәктәре, дәрестәр ойошторолһон ине. Әйтеүемсә, быйыл шашка уйнарға өйрәтеү буйынса тәүге дәреслек нәшер ителде. Тиҙҙән 2 500 дана баҫма республиканың мәғариф учреждениеларына таратыласаҡ. Тамара Танһыҡҡужина йылына бер ҡулланма сығарыу бурысын ҡуйҙы. Әле ул киләһе сығарылыш өҫтөндә эшләй. Йәйге каникул осоронда проекттың тормошҡа ашырылыуын күҙәтеү һәм ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн шашка секциялары буйлап рейд үткәрергә ниәтләйбеҙ. Көҙ тренерҙарҙың белемен камиллаштырыу йәһәтенән тағы ла курстар ойоштороласаҡ. “Пилот” биләмәләрҙә проектты тормошҡа ашырыу программаның һөҙөмтәлелеген раҫланы, интеллектуаль спорт төрҙәрен үҫтереү зарурлығын иҫбатланы. Минеңсә, был проект илдең башҡа төбәктәре өсөн өлгөгә, уҡыусыларҙың ялын ойоштороу йәһәтенән төбәк программаһы нигеҙенә әүерелә алыр ине. Сөнки өҫтәмә белем биреү, балаларҙың һәләтен үҫтереү, йәштәр араһында наркоманияны, эскелекте иҫкәртеү мәсьәләләрен хәл итеүгә өр-яңы ҡараш булдырыу шарт. Проекттың киләсәге бик ҙур, тигән фекерҙәмен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 110

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529