Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъяла һин яңғыҙ түгел
"Ҡасан да булһа берәүҙе лә ишеткең килмәһә, шылтырат — өндәшмәҫкә һүҙ бирәм".
Г.Г. Маркес.

Тормошта ауыр мәлдәр йыш була. Яҡындарың аңламаһа, хәлеңде уртаҡлашырҙай, сереңде сисерҙәй кешене ситтән эҙләргә мәжбүрһең, кемдеңдер кәңәшенә, ярҙамына мохтажһың.

Өфөләге "ышаныс телефоны" хеҙмәте тап ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Бер төркөм консультантты — йәше, енесе, инаныуҙары, социаль һәм ғаилә хәле төрлө булған кешеләрҙе — бүтәндәргә ярҙам итеү теләге берләштергән. "Ышаныс телефоны" хеҙмәткәрҙәренә ауыр хәлгә тарыған кешенең проблемалары яҡшы таныш. Был ойошмала хәлеңде уртаҡлашырға, ярҙам күрһәтергә, һөйләшергә һәр саҡ әҙерҙәр, мәсьәләләрҙе ҙурға, бәләкәйгә бүлеп ҡарамайҙар. Көсһөҙҙәр генә "ышаныс телефоны" хеҙмәтенән файҙалана тип ярҙам һорарға уңайһыҙланыу урынһыҙ. Барыбыҙға ла йыш ҡына терәк, таяныс кәрәк.
Хеҙмәттең маҡсаты — юғалып, баҙап ҡалмаҫҡа өйрәтеү, үҙ-үҙеңә ышаныс тәрбиәләү. Консультанттар яңғыҙлыҡ, туғандарың менән аралашыу, юғалтыу ҡайғыһын кисереү, ғаиләлә балаға тәрбиә биреү мәсьәләләрен яйға һалыуҙа булышлыҡ итәсәк. Өфөләге психологик күнекмәләр, программалар тураһында мәғлүмәт кәрәкһә, рәхим итеп шылтыратығыҙ.
Бында бәхетле булырға өйрәтмәйҙәр, ауыр хәлгә тарығандарға кәңәш бирмәйҙәр. Белгес һеҙгә проблеманың айышына төшөнөргә, уға төрлө күҙлектән ҡарарға ярҙам итәсәк, сөнки ихтыяжығыҙҙы һеҙҙән дә яҡшыраҡ белгән, тойған кеше юҡ бит. Тимәк, теге йәки был ғәмәлде лә үҙегеҙ һайларға тейешһегеҙ.
Алға киткән сит илдәрҙән айырмалы, Рәсәйҙә ғаиләлә йәбер-золом мәсьәләһенә иғтибар аҙ. Статистика һәм юриспруденция мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йәмғиәт был социаль мәсьәләне ситкә этәреүен дауам итә. Рәнйетелгәндәр үҙ ҡайғы-хәсрәте менән яңғыҙ ҡала, кәңәш, ярҙам һорар кешеһе юҡ. "Ышаныс телефоны" барлыҡҡа килеү менән хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрер, тигән өмөттәбеҙ.
Һуңғы йылдарҙа балалар араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларҙың артыуы борсоуға һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикабыҙ был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Мәсьәләгә ҡағылышлы фекер алышыуҙар нигеҙҙә ғәйеплене асыҡлауға ғына ҡайтып ҡала. Ә бит проблема тәрәндәрәк. Беҙ, ололар, йыш ҡына баланың хәлен, уның яңғыҙлығын, эргәһендә серен асырҙай кешенең булмауын аңлап етмәйбеҙ. Аралашыу ғәмәлдә уй-кисереш менән уртаҡлашыуға түгел, ә "тейеш һәм тейеш түгел" тигән һүҙҙәр менән сикләнә. Беҙ, ғәҙәттәгесә, унан яҡшы уҡыуын, эсмәү-тартмауын, тәртипле булыуын талап итәбеҙ. Һөҙөмтәлә бала ата-әсә талаптарының ҡолона әүерелә. Уға был яуаплылыҡ баҫымын күтәреүе бик ауыр.
Ике йыл элек илебеҙҙә, ниһайәт, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн берҙәм ышаныс телефоны ғәмәлгә инде (8-800-2000-122). Сабыйҙарҙы йәберләүҙән һаҡлау кампанияһына ярашлы, ошо телефон һандары федераль каналдарҙан бик ашығыс күрһәтелде. Уның кемдеңдер хәтерендә ҡалыуы ла икеле. Шуға күрә гәзит уҡыусыларға үҙебеҙҙең "ышаныс телефоны"н башҡаларға еткереүҙә ҡатнашырға тәҡдим итәбеҙ. Бер ай дауамында 8 (347) 2516-111 телефоны һандарын гәзиттә баҫтырып сығарырға, үҙәк каналдарҙағы яңылыҡтар тапшырыуында юлаҡ итеп бирергә мөмкин. Кино билетында, мәктәп көндәлеге битендә, һөт тышлыҡтарында ла сағылыш таба ала ул. Ата-әсәләр йыйылышында һөйләшеп, яҡындағы типографияла "ышаныс телефоны" күрһәтелгән наклейкалар баҫтырып, балағыҙ уҡыған мәктәптә таратыу ҙа отошло буласаҡ. Был һандарҙы ҡыҙығыҙҙың йәки улығыҙҙың кеҫә телефонына теркәп ҡуйырға онотмағыҙ.
"Ышаныс телефоны"на шылтыратҡандарҙың барыһына ла аноним аралашыу, серҙе һаҡлау гарантиялана. "Төрлө хәлдән ҡотолоу юлы бар! Был донъяла һин яңғыҙ түгел!" "Ышаныс телефоны": 8 (347) 2516-111.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 107

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 462

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 996

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 905

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 665

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 251

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 573

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528