Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер бала ла “икенсе сорт” булмаһын
Бер бала ла “икенсе сорт” булмаһын"Һуңғы ҡыңғырау" тантанаһы яҡынлаша. Был көн күпселек кешенең хәтерендә "аҡ алъяпҡыслы, аҡ таҫмалы байрам" булып уйылған. Әлеге йәштәрҙең дә күркәм йоланы ихлас дауам итеүе мәктәп формаһының ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген тағы бер ҡат раҫлай кеүек.

Белеүегеҙсә, ул 1992 йылда бөтөрөлгәйне. Илебеҙгә хас күренеш: һуңғы йылдарҙа форманы кире ҡайтарыу хаҡында һүҙ йөрөтә башланылар. Уҡыусылар өсөн берҙәм кейем булдырыуҙың мөһимлеген Президент Владимир Путин да хупланы. Уның фекеренсә, бөгөнгө баҙар иҡтисады шарттарында халыҡтың социаль хәле төрлө булыуға ҡарамаҫтан, бер бала ла үҙен "икенсе сортлы" итеп тойорға тейеш түгел. Ил башлығының күрһәтмәһе буйынса Рәсәй Хөкүмәтенә мәктәп формаһын булдырыуҙы ҡануни йәһәттән тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде. Күптән түгел Дәүләт Думаһына бер нисә депутат тарафынан закон проекты индерелде. Уға ярашлы, һәр төбәк уҡыусыларға айырым форма булдырыу, йә иһә был эште муниципалитеттарға тапшырыу хоҡуғын ала. Был хаҡта "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Законда ла әйтелгән: мәктәп кейеменә ҡағылышлы талаптарҙы белем биреү ойошмаһы (хәрби профилле уҡыу йорттарынан тыш) үҙе билдәләй. Әле төбәктәргә таратылған методик ҡулланмаларға ҡарағанда, дәүләт һәм муниципаль белем биреү ойошмаларында уҡыусыларҙың кейеме дөйөм эш стиле нормаларына ярашлы булырға тейеш.
Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгән тағы ла бер закон проектында ЛДПР-ҙан депутат мәктәп формаһы эскиздарының, өлгөләренең Рәсәй Хөкүмәте йәки Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан раҫланырға тейешлеген билдәләй. "Был эштә субъекттарға хоҡуҡ бирергә ярамай, сөнки Рәсәйҙең күп өлөшөн милли республикалар тәшкил итә һәм уҡыусылар кейемендә сағыласаҡ милли элементтарҙың халыҡ-ара низағҡа килтереүе ихтимал", — тигән фекерҙә ул.
Һәр хәлдә, хәҙер "мәктәп формаһы кәрәкме, әллә юҡмы?" тигән һорау артта ҡалды. Кәрәк. Гәзиттең үткән һандарындағы ошо темаға ҡағылышлы мәҡәләләрҙә әйтеп үткәнебеҙсә, берҙәм кейем булдырыуҙың ыңғай яҡтары бихисап: ул ниндәйҙер кимәлдә социаль тигеҙһеҙлекте ҡаплай, баланы туған мәктәбенә яҡынайта, уға ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләй. Уҡыусы шулай уҡ бәләкәйҙән тәртипкә өйрәнеп, костюмдың йәмғиәттә үҙеңде тотоу сараһы ла икәнлеген аңлап үҫә. Әйтәйек, совет осоронда балалар октябрят, пионер исеменә тап төшөрмәҫ өсөн мәктәп формаһын ҡәҙерләп кенә кейә торғайны. Аҡ яғалар, галстуктар һәр саҡ үтекләнгән булды. Был тәртип боҙолған осраҡта мәктәп етәкселеге етди сара күрә ине.
Әммә шуға шик юҡ: ул ваҡыттағы форманы бөгөнгө балаларға кейҙереп булмаясаҡ. "Мәктәп кейеме матур ҙа, уңайлы ла булырға тейеш", — тигән фекерҙә йәмғиәт. Уны һайлағанда һаулыҡ мәнфәғәтенең дә иҫәпкә алыныуы мөһим. Рәсәйҙең баш дәүләт санитар табибы, Роспотребнадзор етәксеһе Геннадий Онищенко фекеренсә, уҡыусы өсөн берҙәм мәктәп формаһы туҡланыу кеүек мөһим. "Был — баланың сәләмәтлегенә яҡшы туҡыма аша йоғонто яһауҙың һөҙөмтәле алымы", — тигән фекерҙә ул.
Форма уҡыусының шәхси үҫешен тотҡарларға тейеш түгел, ти белгестәр. Белеүебеҙсә, мәктәптәр менән хеҙмәттәшлек иткән әлеге предприятиеларҙың күбеһе арзанлыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Ә осһоҙ туҡыманан тегелгән кейемдең күрке лә булмай. Үҫеш осорондағы балаға быны кисереү еңел түгел. Ул үҙен хоҡуғы сикләнгән, яҡшыраҡҡа дәғүә итә алмаған кеше итеп тоя. Тимәк, яңы мәктәп кейеме ҡупшы, зауыҡлы, заманса булырға тейеш. Быны модельерҙар, кейем тегеү фабрикалары етәкселәре аңлай һәм үҙ өлгөһөн тәҡдим итергә әҙер. Гәзиттең үткән һандарында яҙып үтеүебеҙсә, билдәле кутюрье Вячеслав Зайцев Рәсәй уҡыусыларына модалы форма кейҙерергә ниәтләй. Ул I — IV класс балалары өсөн әҙерләнгән биш төр костюмдың тәүге варианттары менән таныштырған. Ҡыҙҙарҙың кейеме плисселы итәк, салбар, шаҡмаҡлы сарафан, төрлө кардиган һәм кофталарҙан торһа, малайҙарҙыҡында салбар, күлдәк, водолазка, жилет һәм кардигандар өҫтөнлөк итә. Коллекция алһыу, аҡ биҙәкле һоро һәм күк төҫтәрҙән тора. Костюмдарҙың хаҡы 3 — 3,5 мең һум булыр тип күҙаллайҙар. Модельер өлкән класс уҡыусылары өсөн пинжәктәр тәҡдим итәсәк.
Билдәле булыуынса, Өфөнөң трикотаж фабрикаһы Рәсәйҙең мәктәп формаһын етештереүсе сертификатлы ойошмалары исемлегенә инде. Унда әйтеүҙәренсә, әле уҡыусылар өсөн тулы комплект әҙерләнгән. Кейемдәрҙә һоро һәм күк төҫкә өҫтөнлөк бирелгән.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, быға ҡәҙәр балалар кейеменең бер проценты ғына үҙебеҙҙә етештерелгән. Ә хәҙер сентябргә тиклем илдәге 12 миллион тирәһе уҡыусыны кейендереп өлгөрөү бурысы алға баҫты. Кейем зауыҡлы ла, уңайлы ла, арзан да булырға тейеш. Етмәһә, уны йыл һайын тиерлек алмаштырып торорға кәрәк буласаҡ. Был һәр яҡлап күп сығым талап итә. Ватан етештереүсеһенең быға көсө етерме, талаптарға яуап бирерме? Бәлки, ошо мәктәп формаһы урындағы сәнәғәткә аяҡҡа баҫырға, үҙебеҙҙе бер Ватан кешеләре итеп тойорға юл асыр?

Иҙел НОҒОМАНОВ, Баймаҡ районы:
— Бөгөн йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү хаҡында күп һөйләйҙәр. Үҙебеҙҙә етештерелгән мәктәп формаһында йөрөү балаларҙа ошо тойғоно ниндәйҙер кимәлдә көсәйтеп ебәрәсәк, тип уйлайым. Әммә, минеңсә, яй ҡуҙғалабыҙ. Һөҙөмтәлә мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырыуыбыҙ ҙа бар. Өлгөр ҡытайҙарҙың был эштә лә алдынғылыҡты бирмәҫенә иманым камил.

Рәсәйҙә мәктәп формаһының тарихы:

1834 йыл. Империяла дөйөм граждан мундирын раҫлаған закон раҫлана. Системаға ярашлы, гимназия уҡыусылары, студенттар өсөн дә берҙәм кейем ҡабул ителә.
1896 йыл. Гимназияла уҡыған ҡыҙҙар өсөн форма булдырыла.
1918 йыл. Революцияға тиклемге Рәсәйҙәге гимназистар формаһы буржуазия ҡалдығы тип билдәләнә һәм бөтөрөлә.
1949 йыл. Революцияға хәтлемге образға кире ҡайтырға булалар: малайҙар — яғаһы тура торған хәрби гимнастеркала, ҡыҙҙар көрән төҫтәге күлдәк һәм ҡара алъяпҡыста йөрөй башлай. Ирекле кейемде, киреһенсә, буржуазия билдәһе тип атайҙар.
1962 йыл. Малайҙарға дүрт төймәле ҡалын һоро костюм кейҙерәләр. Ҡыҙҙарҙыҡы шул килеш ҡала.
1973 йыл. Малайҙар өсөн яңы форма индерелә: ярым йөн туҡыманан тегелгән күк төҫтәге, эмблема һәм алюмин төймәләр менән биҙәлгән костюм. Ул джинсы куртканы хәтерләтә. Өлкән кластарҙа уҡыған малайҙар пинжәк кейә башлай.
1976 йыл. Өлкән кластарҙа уҡыған ҡыҙҙар өсөн яңы форма булдырыла: ярым йөн туҡыманан тегелгән күк төҫтәге итәк һәм жакет.
1988 йыл. Тәжрибә маҡсатында ҡайһы бер мәктәптәргә мәжбүри форманан баш тартырға рөхсәт итәләр.
1992 йыл. Рәсәй мәктәптәрендә берҙәм форма бөтөрөлә.
1999 йылдан алып илдең айырым төбәктәре мәжбүри мәктәп формаһын индереү буйынса үҙ кимәлендә норматив акттар ҡабул итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 243

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523