Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Йәйғор" сәләмәтлек бүләк итә
"Йәйғор" сәләмәтлек бүләк итә"Һаулыҡ — ҙур байлыҡ" тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Тәндең бер генә ағзаһының ауыртыуы ла тотош организмды ҡаҡшата. Һаулығыңды ҡайғыртыу, үҙеңде һәйбәт формала тотоу ысулдары байтаҡ, был йүнәлештә шифаханаларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Өфө ҡалаһы янында урынлашҡан "Йәйғор" ("Радуга") шифаханаһы ла байтаҡ сирҙән арынырға ярҙам итә. Бында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ялын файҙалы үткәрә.

Ҡалаға яҡын булыуына ҡарамаҫтан, шифахана гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Ылыҫлы ағастарҙың хуш еҫе тын юлын киңәйтеп ебәрә, шифалы һауа һәм тыныс мөхит көндәлек тормош ығы-зығыһынан арындыра, яңы көс тупларға булышлыҡ итә.
1984 йылда ойошторолған "Йәйғор" шифаханаһы һуңғы йылдарҙа халыҡты һауыҡтырыу һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр кисерә. Бында республиканың ҡала һәм райондарынан ғына түгел, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән килгән кешеләр һаулығын да нығыта, рәхәтләнеп ял да итә.
"Йәйғор" сәләмәтлек бүләк итә1998 йылдан алып коллективҡа медицина фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты Альберт Шәмсетдинов етәкселек итә. Уның әйтеүенсә, шифахана умыртҡа һөйәге сирҙәрен, быуындар һыҙлауын, тире ауырыуҙарын дауалауҙа ҙур уңыштарға өлгәшә. Операция яһатырға тәҡдим ителгән пациенттарҙың да күбеһе бында дауалау курсы үткәндән һуң һауығып сыға. Директор фекеренсә, ауырыу ни тиклем иртәрәк мөрәжәғәт итһә, һөҙөмтәһе лә шунса яҡшыраҡ була.
Учреждениеның юғары күрһәткестәргә өлгәшеүендә тырыш һәм татыу коллективтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. "Йәйғор"ҙа эшләүсе юғары квалификациялы табиптар һәм шәфҡәт туташтары үҙ бурысын намыҫлы башҡара. Бында дауаланып ял итеүсе һәр кем шифахана хеҙмәткәрҙәренең иғтибарлы ҡарашын, хәстәрлеген тоя. Белгестәр ауырыу төрөнә, организм үҙенсәлектәренә, сирленең хәленә ҡарап, һәр пациентҡа шәхсән дауалау курсы билдәләй. Заманса ҡорамалдар (уларҙың ҡайһы берҙәре хатта ил буйынса бер нисәү генә) менән йыһазландырылған шифаханала һауыҡтырыу һәм дауалауҙың яңы технологиялары ҡулланыла. Шуға ла "Йәйғор" Башҡортостан шифаханалары араһында лайыҡлы урын биләй.
"Магнитотурботрон" аппаратында, мәҫәлән, магнит тулҡындары ярҙамында умыртҡа һөйәге сирҙәре, быуындар һыҙлауы, нервы системаһы, тын юлы, ашҡаҙан-эсәк, тире ауырыуҙарын дауалайҙар. Баштан-аяҡҡа тиклем тотош организмға тәьҫир иткән ҡорамал иммунитетты нығыта, ҡан баҫымын яйға һала, аппетитты аса, эшкә һәләтлелекте арттыра. Ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһағас, бөтә ағзаларға ла ҡан йөрөшө яҡшыра, шуға ла операцияларҙан һуң ауырыу элекке хәленә тиҙ ҡайта. Аппарат айырым ауырыуҙы дауаламай, ә организмдың төрлө сиргә ҡаршы тороу һәләтен арттыра.
"Гальванованна" ҡоролмаһы мускулдарҙы нығыта, ҡан әйләнешен әүҙемләштерә, ауыр йәрәхәт алған кешеләрҙең хәлен яҡшырта.
"DRX-9000" тип аталған Америка аппараты ярҙамында умыртҡа һөйәге бүҫере операцияһыҙ юҡҡа сығарыла. Бүлектәге ҡорамалдарҙың ҡайһы берҙәрендә хатта бер юлы өс процедура яһап була. Дауаланыу процесында пациент талғын ғына музыка тыңлай, фильмдар ҡарай ала. Гәрәбә бүлмәһе йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы системаһы, тын юлдары ауырыуҙарынан яфаланыусылар өсөн файҙалы.
Шифалы Тоҙло Илек һыуы тултырылған бассейн быуындар һыҙлауынан интеккәндәр өсөн айырыуса ҡулай. Биш метр оҙонлоҡтағы тренажерлы бассейндарҙа һыу аҫтында умыртҡа һөйәген тарттырыу процедураһы яһала. Ҙур һәм бәләкәй бассейндарҙа һыу даими таҙартылып, тейешле температураға тиклем йылытылып тора. Олоһо ла, кесеһе лә рәхәтләнеп йөҙә унда.
"Fidelis" ҡорамалы менән йыһазландырылған стоматология бүлегендә теште лазер ярҙамында дауалайҙар. Был ысулдың механик дауалауҙан айырмаһы шунда: берҙән, ауырттырмай, икенсенән, пломба кәмендә ун йыл тора. Анестезияға аллергияһы булғандар һәм балалар өсөн был ысул бигерәк тә ҡулай һанала. Стоматология бүлегендә шулай уҡ кариесты иҫкәртеү, теште ағартыу, унда ултырған ташты алыу, ҡаҙнаны дауалау кеүек хеҙмәттәр күрһәтелә.
Гүзәл зат вәкилдәре шифахананың косметология кабинетында фотоэпиляция, фотойәшәртеү, озонотерапия (ҡан тамырҙарын таҙартыу, иммунитетты нығытыу, холестерин кимәлен төшөрөү), криотерапия (биткә массаж эшләү) процедуралары яһатыу мөмкинлегенә эйә. Ундағы "ТРИАК-ТИВ" аппараты ярҙамында целлюлит, һытҡылар бөтөрөлә, йөҙҙәге һырҙар яҙҙырыла, шулай уҡ умыртҡа һөйәге сирҙәре һәм быуындар һыҙлауы дауалана. Башҡортостанда берҙән-бер эксимер лазер ҡорамалы ярҙамында псориаз, нейродермит, экзема, витилиго кеүек тире ауырыуҙарынан да арындыралар. Шифаханала гинекология һәм урология проблемалары ла уңышлы хәл ителә. Буласаҡ әсәйҙәрҙең дә һаулығы ҡайғыртыла бында.
Бынан тыш, массаж, мануаль терапия, физиотерапия, энә ҡаҙау, һөлөк һалдыртыу һәм башҡа төрлө дауа ысулдары һауығырына тамам ышанысын юғалтҡан пациенттарҙы аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә. Ҡулай хаҡҡа яҡшы шарттар тәҡдим иткән шифаханала бар уңайлыҡтар тәьмин ителгән. Ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бында дауаланып, хәл йыйып алғандан һуң һәр кеше ҡәнәғәт ҡайтып китә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 106

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 461

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 996

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 905

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 665

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 251

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 573

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527