Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бында мөғжизә тыуа
Бында мөғжизә тыуаКүҙ ауырыуҙарын дауалау йәһәтенән Өфө илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәү менән бер рәттә тора, тиһәк, моғайын, хата булмаҫ. Ҡайһы бер йүнәлештәрҙә нәҡ беҙҙең клиникалар айырыуса көслө һанала. Беҙгә Урал һәм Волга буйынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән генә түгел, БДБ, алыҫ сит илдәрҙән дә дауаланырға килеүселәр етерлек. Республикабыҙҙың баш ҡалаһында күҙ ауырыуҙарын дауалауҙың төрлө йүнәлештәрендә махсуслашҡан яңынан-яңы клиникалар барлыҡҡа килеүе ғәжәп түгел — фәнни һәм практик нигеҙебеҙ көслө.

“РИА-Медоптик” офтальмология үҙәге Өфөлә 1998 йылдан алып эшләй. Үҙәк составында лазер хирургияһы, катаракта хирургияһы клиникалары, балалар үҙәге, глаукома үҙәге, күҙлек етештереү буйынса лаборатория, офтальмология кабинеттары һәм оптика салондары бар.
Үҙәктә эшләгән табиптарҙың бөтәһе лә тиерлек Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында оҙаҡ йылдар эшләп, ҙур тәжрибә һәм оҫталыҡ туплап килгән. Күҙ хирургтары заманында абруйлы институт дауаханаһы бүлексәләрендә төрлө ҡатмарлыҡтағы операциялар эшләгән, бик күптәргә күреү һәләтен ҡайтарған, донъяның гүзәллегенә һоҡланыу, үҙ көнкүрешен үҙе ҡайғыртыу, кеше көнөнә ҡалмау мөмкинлеге бүләк иткән. Коллектив менән медицина фәндәре кандидаты, тәжрибәле табип Рәшит Искәндәров етәкселек итә. Әңгәмәбеҙҙе геройыбыҙҙың үҙе тураһында һөйләүҙән башларға теләһәк тә, уның яуабы ҡыҫҡа булды.
— Классик биография миндә. Мәктәп, медицина институты, ғилми-тикшеренеү институты һәм хәҙер — бында. Хеҙмәт кенәгәһендә ни бары ике генә яҙыу бар, — тине ул.
Рәшит Хөсәйен улы Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында 17 йыл табип, бүлек мөдире һәм баш табипҡа тиклем хеҙмәт юлы үтә. Ә бынан 15 йыл элек ошо уҡ йүнәлештә үҙ эшен булдырырға ҡарар итә һәм “РИА-Медоптик”ка нигеҙ һала. Бөгөн уның коллективында медицина фәндәре докторы, профессор Рауил Аҙнабаев, медицина фәндәре кандидаттары Дилә Ҡыуандыҡова, Гөлнара Бәхтийәрова кеүек юғары класлы, исемдәре республикала киң билдәле белгестәр тупланған. Дөйөм алғанда, үҙәктә 17 табип эшләй, барлығы 70-кә яҡын кеше өсөн эш урыны булдырылған.
Күҙ ауырыуҙары — тар специфика. Ә “РИА-Медоптик” иһә ошо тар специальносты тағы ла тарыраҡ йүнәлештәргә бүлә. Мәҫәлән, катаракта хирургияһы клиникаһы айырым эшләй. Ғөмүмән, был йүнәлеш иң мөһимдәрҙән иҫәпләнә. Мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең 80 проценты самаһы катаракта менән килә. Шулай уҡ лазер менән күреү һәләтен коррекциялау клиникаһы ла айырым. Күрәшлек менән нигеҙҙә йәштәр мөрәжәғәт итә. Өлкәндәр һәм балалар күҙлеккә риза булһа, йәштәрҙең унһыҙ ҙа матур күргеһе килә.
Үҙәктең тағы бер үҙенсәлеге — балалар үҙәге лә айырым. Бында уларҙы дауалау ойошторолған, операция яһалмай. Сабыйҙар ҡылый күҙлелек, үтәғарашлыҡ һәм башҡа сирҙәр менән килә, уларҙы төрлө аппараттар менән дауалайҙар. Глаукома буйынса шулай уҡ үҙәк бар.
— Киң таралған ауырыуҙар өсөн айырым филиал булдырыу, унда ҡабул итеү һәм дауалау үткәрергә тырышабыҙ, — ти үҙәктең етәксеһе. — Был беҙҙең республика өсөн бик ғәҙәти булмаһа ла, башҡа илдәрҙә күптән ошондай практика бар. Белгес бер сирҙе ныҡлап өйрәнеп эшләгәс, һөҙөмтә лә һәйбәт.
“РИА-Медоптик”тың был алымы, һис шикһеҙ, үҙен аҡлай. Ғәҙәттә, бөтә ауырыуҙар бер поликлиникаға килә. Регистратурала 50-ләп кеше сират тороп теркәлә, һәр ҡайһыһында — төрлө сир, төрлө бәлә. Бер үк бинала, бер үк табиптар ҡарай. Һөҙөмтәлә өс-биш көндән икенсе сир килеп сығыуы ихтимал. Әлбиттә, бында табиптар ғәйепле түгел, улар регистратурала уҡ йоҡтора. Ә айырым филиалдар бындай зарарланыу мөмкинлеген юҡҡа сығара.
“РИА-Медоптик”ты яҡшы беләләр, уларҙың үҙ клиенттары бар. Һандар теленә мөрәжәғәт иткәс, шул билдәле булды: былтыр ғына бында консультация алыу өсөн 30 меңдән артыҡ кеше килгән. Төрлө ауырлыҡтағы 1400-ҙән ашыу операция яһалған. Үрҙә әйтеп киткәнсә, “РИА-Медоптик”тың, Өфөләгенән тыш, Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында, Анапа һәм Яр Саллы ҡалаларында филиалдары эшләй. Минеңсә, был да күп нәмә тураһында һөйләй. Тимәк, беҙҙең белгестәргә илдең башҡа ҡалаларында ла ышаналар һәм һорау бар.
Анапала ихтыяж ғына түгел, мохтажлыҡ та ҙур, сөнки бында күҙ ауырыуҙарына махсуслашҡан дәүләт учреждениеһы бөтөнләй юҡ. Унда беҙҙең белгестәр ай һайын барып операция эшләп ҡайта, урындағы табиптар кешеләрҙе ҡабул итеп дауалай. Ә Яр Саллыла учреждениеның балалар бүлексәһе эшләй. Уға ла ихтыяж ҙур. Шишмә менән Ҡырмыҫҡалыла операциялар яһалмай. Унда ике табип эшләй, халыҡты ҡабул итә һәм консультация бирә, бер нисә төр дауа ойошторолған. Әйткәндәй, үҙәктең һәр клиникаһы янында үҙенең оптикаһы бар. Был халыҡ өсөн ифрат уңайлы. Табип яҙып тотторған рецепт буйынса шунда уҡ күҙлек йәки линза алмаһаң, ул онотола, юғала, ваҡыт етмәй...
Ошо көндәрҙә “РИА-Медоптик” үҙенең 15 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был — шәхси медицина ойошмаһы өсөн етди дата. Ни өсөн илдә шәхси медицина ойошмалары барлыҡҡа килгән? Кешегә кәрәкме ул, тигән һорауҙар тыуа. Эйе, бында һине сиратһыҙ тәжрибәле белгестәр ҡабул итә, сифатлы заманса ҡорамалда тикшерәләр, тейешле дауа билдәләйҙәр, ҡатмарлы операция яһайҙар. Зауыҡлы бина, иғтибарлы мөнәсәбәт — барыһы ла пациентҡа уңайлы һәм файҙалы булһын өсөн.
— Беҙ, дәүләт учреждениелары менән бер рәттән, һаулыҡ һағында торабыҙ, бергә эшләйбеҙ. Һәр кемдең үҙ урыны. Әммә пациентта һәр ваҡыт һайлау мөмкинлеге булырға тейеш, — ти Рәшит Хөсәйен улы. — Аппаратура, белгестәр — тейешле кимәл бар. Шуға 15 йыл эшләйбеҙ һәм, шөкөр, үҫәбеҙ. Тимәк, беҙ халыҡҡа кәрәкбеҙ. Әле Өфөлә беҙҙән тыш дүрт шәхси күҙ ауырыуҙары клиникаһы бар. Әйҙә, улар күберәк булһын, был иң тәүҙә сирлеләр өсөн файҙа.
Һәр хәлдә, республикала эшләүсе шәхси клиникаларҙың береһе лә ябылмай, тимәк, ихтыяж бар. Башҡортостанда Мәскәүҙән, сит илдән килгән күҙ ауырыуҙары клиникаһы юҡ. Сәбәбе ябай: Өфө күҙ ауырыуҙары институтынан сыҡҡан белгестәребеҙ дәғүәселеккә һәләтле, шуға ситтәр килмәй ҙә. Ышанып, үҙебеҙҙең кешеләр тип бара халыҡ.


Автор: Ә. ИЛДУСОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 110

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529