Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берҙәм көс менән тормошҡа ашырылыр ҡанун
"Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Закон нигеҙендә Башҡортостандың белем биреү өлкәһендә үҙ ҡануны булдырыласаҡ. Төп документта билдәләнеүенсә, төбәктәр уҡытыуҙа урындағы үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алыу мөмкинлегенә эйә. Ошо йәһәттән Башҡортостандың мәғариф тураһындағы яңы законында ниндәй яңылыҡтар буласаҡ, үҙгәрештәр көтөләме? Милли республикаларҙы айырыуса ҡыҙыҡһындырған һәм борсоған "Белем биреү теле" тип аталған 14-се статья төбәк ҡанунында нисек сағылыш табыр? Ғөмүмән, бөгөнгө уҡытыу һәм тәрбиә системаһының эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлекме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға аныҡлыҡ индереү маҡсатында Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис ҒАЯЗОВ, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил ӘСӘҘУЛЛИН, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының мәғариф комиссияһы рәйесе Фәнзил САНЪЯРОВ, танылған йәмәғәтсе һәм яҙыусы, дәреслектәр авторы Мәрйәм БУРАҠАЕВА ҡатнашлығында редакцияла "түңәрәк өҫтәл" ойошторҙоҡ.

"Республика халҡының һүҙен үткәрә алдыҡ"

— Хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙҙең һәр берегеҙҙе эшмәкәрлеген һәм ғүмерен белем биреүгә бағышлаған, был өлкә өсөн янып-көйөп йәшәгән шәхестәр итеп беләбеҙ. Илдең мәғариф тураһында яңы Законы әҙерләнгәндә лә үҙ һүҙегеҙҙе, фекерегеҙҙе әйтмәйенсә ҡалманығыҙ. Әлфис Суфиян улы, һеҙ, республика халҡының мәнфәғәттәрен Рәсәй Дәүләт Думаһында яҡлаған кеше булараҡ, яңы ҡанунға ниндәйерәк баһа бирер инегеҙ?
Берҙәм көс менән тормошҡа ашырылыр ҡанунӘ. ҒАЯЗОВ:
— Иң тәүҙә шуны әйтеп үтәйек: мәғариф буйынса яңы Закон йәмғиәтте ҡуҙғытып ебәргән документ булды. Уны әҙерләгәндә, халыҡтан ике меңдән ашыу тәҡдим килде. Барыһы ла ҡанунда сағылыш тапты тип әйтеп булмай, әлбиттә, әммә ниндәй йүнәлештә эшләргә тейешлекте аныҡ билдәләү мөмкинлеге асылды.
Белеүегеҙсә, Рәсәйҙең мәғариф буйынса яңы закон проекты ҡаралғанда, республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, педагогик йәмғиәт вәкилдәренән төҙөлгән эш төркөмө ҡатнашты. Һөҙөмтәлә беҙ тәҡдим иткән төҙәтмәләрҙең байтағы иҫәпкә алынды. Әйтеп үтеүегеҙсә, миңә был йәһәттән Мәскәүҙә бер нисә тапҡыр сығыш яһарға тура килде. Ауыл уҡытыусыларына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләүҙә социаль гарантияны һаҡлау, милли республикаларҙа туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен уҡытыу мөһимлеге, бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙе япҡанда, йәмәғәтселектең фекерен иҫәпкә алыу кеүек тәҡдимдәребеҙ яҡлау тапты.
Федераль закон 1 сентябрҙән көсөнә инә. Шулай ҙа әле үк күп кенә статьялары эшләй башланы. Төбәктәр үҙҙәренең мәғариф тураһындағы ҡанунын әҙерләй. Республиканың Мәғариф министрлығында документтың тәүге варианты төҙөлдө. Ул, лингвистик, юридик тикшереүҙәр үткәс, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға тапшырыласаҡ. Артабан халыҡтан килгән тәҡдимдәр өйрәнелеп, үҙгәреш индерелеп, закон ҡабул ителәсәк. Тик шуны оноторға ярамай: төбәк ҡануны илдекен нигеҙ итеп ала. Төп документҡа урындағы халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе ваҡытында индереп ҡалдыҡ, был үҙебеҙҙең ҡанунды төҙөүҙә нигеҙ булып тора.
“Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Закон граждандарҙың туған телдәрҙә белем алыу, уларҙы өйрәнеү кеүек гарантияларын һаҡлай. Республика ҡанунында ла был төп принцип үҙ көсөндә ҡаласаҡ. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе ойоштороу ҙа федераль белем биреү стандарттары сиктәрендә һаҡланасаҡ. Ата-әсәгә, йәмәғәт ойошмаларына белем биреү процесында яҡындан ҡатнашыу мөмкинлеге киңәйә.
— Раил Мирвай улы, яңы ҡанунды һеҙ нисек ҡабул иттегеҙ? Ул юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлегенә ниндәй үҙгәрештәр индерә?
Берҙәм көс менән тормошҡа ашырылыр ҡанунР. ӘСӘҘУЛЛИН:
— Яңы Законды "йәмғиәттең уртаҡ хеҙмәт емеше" тип атарға мөмкин. Ул әҙерләнгән ваҡытта миңә лә Мәскәүҙә парламент тыңлауҙарында, Рәсәйҙең Ректорҙар союзы уҙғарған кәңәшмәләрҙә ҡатнашып, төбәк мәнфәғәттәрен яҡларға тура килде.
Тәүҙә Дәүләт Думаһы һәм КПРФ тарафынан әҙерләнгән ике альтернатив закон проекты бар ине. Фекер алышыу ваҡытында улар бер-береһен тулыландырҙы. Минеңсә, Парламенттыҡы яңы социаль-иҡтисади мөнәсәбәттәргә нығыраҡ яраҡлашҡан, әммә күп кенә социаль гарантиялар юғалғайны. Коммунистар партияһы тәҡдим иткән вариант иһә күпмелер хоҡуҡты һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирҙе.
Юғары уҡыу йорттарына килгәндә, күп нәмәгә башҡасараҡ ҡараш сағыла. Законда М. Ломоносов исемендәге Мәскәү һәм Санкт-Петербург дәүләт университеттарына айырым статья арналған. Ғөмүмән, федераль, ғилми-тикшеренеү юғары уҡыу йорттарының статусы айырым билдәләнгән. Мәҫәлән, башҡа урындарҙа ректорҙар юғарынан тәғәйенләнһә, улар иһә етәксене үҙҙәре һайлап ҡуйыу хоҡуғына эйә.
Уҡытыу программаларында етди үҙгәрештәр бар. Хәҙер юғары белем биреү тармағы бакалавриат, магистратура һәм артабанғы белем алыуҙан тора. Сираттағы үҙгәреш мине айырыуса һөйөндөрә: алдынғы мәғариф учреждениелары үҙ белем биреү программаларын төҙөй ала. Мәҫәлән, урта һөнәри уҡыу йорто — дөйөм белем биреү программаһын. Был уға ҡеүәтле комплекстар булдырырға булышлыҡ итәсәк. Ғөмүмән, яңы Закон төрлө кимәлдәге программалар буйынса эшләгән мәғариф учреждениеларын интеграциялау мөмкинлеген бирә. Әйтәйек, юғары уҡыу йорто, мәктәпкәсә белем биреү программаһын булдырып, үҙендә ошондай ойошма аса ала.
— Бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙе лә ошо алым буйынса һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге бармы?
Р. ӘСӘҘУЛЛИН:
— Эйе. Миҫал өсөн, күптән түгел Благовар районында, депутат булараҡ халыҡты ҡабул иткән мәлдә, Болошло ауылы мәктәбе директоры тап шундай һорау менән мөрәжәғәт итте. "Балалар баҡсаһын ҡушҡан хәлдә, төп белем биреү учреждениеһын һаҡлап ҡаласаҡбыҙ", — тине ул. Элекке закон бындай мөмкинлекте бирмәй ине. Әлегеһе иһә тап ошондай йүнәлеште яҡлай.
Тағы ла шуныһы: яңы Закон буйынса мәғариф учреждениелары "белем биреү ойошмаһы" тип үҙгәртелде. Тимәк, финанс һәм иҡтисади мөмкинлектәребеҙ арта, ҡарар ҡабул иткәндә йылдамыраҡ булыу бурысы көсәйә. Күп мәсьәләне үҙаллы хәл итә аласаҡбыҙ.

14-се статья нимә бирер?

— Милли республикалар халҡын иң ныҡ ҡыҙыҡһындырғаны һәм һөйөндөргәне — Закондың "Белем биреү теле" тип аталған 14-се статьяһы. Уны тормошҡа ашырыу юлдарын ниҙә күрәһегеҙ?
Берҙәм көс менән тормошҡа ашырылыр ҡанунФ. САНЪЯРОВ:
— Иң тәүҙә мәғариф буйынса яңы Закондың уҡытыусыларға ла, балаларға ла, ата-әсәгә лә ҙур мөмкинлектәр асыуын билдәләр инем. Ул заманса йәмғиәт төҙөүгә ынтылышты сағылдыра. 14-се статья иһә туған телдәрҙең, милли компоненттарҙың һаҡланыуын гарантиялай. Закон бер-ике йылға ғына түгел, ә оҙайлы ваҡытҡа ҡабул ителә. Тимәк, туған телдәрҙе артабан уҡытыуҙа дәүләт яҡлауын алдыҡ, тип ышаныслы әйтергә мөмкин.
Статьяға күҙ һалайыҡ. Ул алты пункттан тора, һәр береһе туған телдәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән. Әммә бындағы "мөмкин" тигән һүҙ мине ҙур борсоуға һала. Өсөнсө пунктҡа иғтибар итәйек: "Рәсәй Федерацияһындағы республикала урынлашҡан дәүләт һәм муниципаль мәғариф учреждениеларында республика ҡануниәтенә ярашлы ошо биләмәләге дәүләт телдәре уҡытылыуы һәм өйрәнелеүе мөмкин". "Мөмкин"дең эргәһендә "мөмкин түгел"енең дә йөрөүе бик ихтимал бит. Ошо һүҙҙе, Әлфис Суфиян улы, республикала булдырыласаҡ законға индермәҫкә ине. Юғиһә уның ҡанун талаптарын үтәүҙә ике төрлө фекер тыуҙырыуы бар.
Р. ӘСӘҘУЛЛИН:
— "Мөмкин" һүҙе буйынса мин дә фекеремде әйтеп үтәйем. Күренеүенсә, 14-се статьяның беренсе пунктында Закондың туған телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе өйрәтеүҙе яҡлауы тураһында әйтелә. Артабан уҡыһаҡ, был эштең стандарттарға тап килергә тейешлеге хаҡында белдерелә. Ә улары инде шундай параметр билдәләй — тәүге пункттағы мөмкинлектәребеҙ сикләнә башлай. Республикаларҙың дәүләт телдәрен уҡытыу Рәсәйҙең дәүләт телен өйрәнеүгә зыян килтермәҫкә тейеш, тиелә. Ошондай урындар "мөмкин" һүҙенең барлыҡҡа килеүенә нигеҙ булып тора ла.
Башҡа статьяларҙы ҡарайыҡ. "Берҙәм дәүләт имтиханы — аттестацияның һәм уҡырға инеүҙең төп формаһы" тип белдерелә. Был да үҙ сиратында туған телдәрҙе уҡытыу мөмкинлеген сикләй.
Ә. ҒАЯЗОВ:
— Закондағы "мөмкин" һүҙе "ҡанунға ҡаршы килмәй икән, эшләргә була" тигәнде аңлата. Тимәк, стандарт рөхсәт итһә, быны башҡарырға хоҡуғыбыҙ бар. Телдәрҙе уҡытыу мөһимлеген төп документҡа ваҡытында индереп ҡалғанбыҙ икән, был мөмкинлектәр үҙебеҙҙең законды төҙөүҙә төп нигеҙ булып ҡаласаҡ.
Берҙәм көс менән тормошҡа ашырылыр ҡанунМ. БУРАҠАЕВА:
— Закондың 14-се статьяһы минең өсөн дә ҙур ҡыуаныс булды. Баланың туған телендә белем алырға тейешлеген юғары даирәләрҙә лә аңланылар тип ҡабул иттем.
Халыҡ араһында йыш йөрөлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп мәктәптәрҙә туған телде уҡытыу торошо һөйөндөрөрлөк түгел. Уҡытыусылар, етәкселәр һеҙ барған саҡта тормоштоң гел яҡшы, ыңғай яҡтарын күрһәтеп ҡалһа, минән бер нәмәне лә йәшермәй.
Ә. ҒАЯЗОВ:
— Юҡ, Мәрйәм апай, кире күренештәрҙе лә күп күрәбеҙ.
Р. ӘСӘҘУЛЛИН:
— Беҙгә лә бик ҡаты эләгә ул, Мәрйәм апай...
М. БУРАҠАЕВА:
— Миңә барыбер күберәк күренәлер. Ауыл мәктәптәрендәге әлеге хәлде күргәс, "яңы Закон директорҙарға үҙаллылыҡты күп биреп, теҙгенде бушатмаймы икән?" тигән һорау тыуа. Ҡанунда, мәҫәлән, уҡытыуҙың сифатына ҙур иғтибар бүленһә лә, тәрбиә ситтә ҡалған кеүек. Шулай булғас, мәктәп етәкселеге төп бурысын уҡыусыларҙың Берҙәм дәүләт имтиханын яҡшы билдәләргә тапшырыуында ғына күрә башлай. Ә был үҙ сиратында телде уҡытыуға зыян килтерә. Әйтәйек, һуңғы йылдарҙа республиканың Бөрйән, Хәйбулла райондары балаларҙы урыҫса уҡытыуға күсте. Башҡа төбәктәр ҙә ошо юлды һайларға әҙер. Туған телебеҙ бер яҡтан ошолай ҡыҫылһа, икенсенән, бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыу мәсьәләһе килеп баҫты. Мәҫәлән, Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылында башҡорт һәм урыҫ кластары ҡушылды. "Ярай, балалар аҙ булғас, берләштереү кәрәк булғандыр", — тип һығымта яһаныҡ. Әммә Бишбүләк районының боронғо, ҙур Ҡаныҡай ауылының мәктәбенә күрше урыҫ ауылы уҡыусыларын ҡушыуҙары уйланырға мәжбүр итте.
Ф. САНЪЯРОВ:
— Белем биреү теле урыҫсаға әйләнә бит...
М. БУРАҠАЕВА:
— Шулай. Белем биреү генә түгел, бөтөн тәрбиә эштәре урыҫса алып барыласаҡ. Һөҙөмтәлә телебеҙ шул тиклем ярлыланасаҡ. Музыка, спорт, медицина, иҡтисад һәм башҡа өлкәләрҙә ҡулланылған терминдарҙың башҡортса тәржемәһе былай ҙа юҡ. Иғтибар итәһегеҙҙер: телевидение, радио аша сығыш яһаған белгестәрҙең күбеһе һөйләй-һөйләй ҙә, махсус терминға килеп терәлгәс, "урыҫса әйткәндә..." тип аныҡлап ҡуя.
"Йәйләү" лагерын алайыҡ. Ҡайһылыр районда менюҙы башҡортса яҙып ҡуйыуҙарын һорағайным. Бер мәл ҡараһам, "овсянка кашаһы" тигән яҙма элеүле тора... Кем ғәйепле: уҡыусымы, әллә мәғариф тармағымы?
Лагерҙа минең менән һәр саҡ башҡортса һөйләшеүҙәрен талап итәм. Бер саҡ күрәм: ике бала илап тора. Шунда уҡ һиҙҙем: ниндәйҙер һүҙҙең башҡортса тәржемәһен белмәй был бәләкәстәр. Сыҡһам, өсөнсөләре: "Үксә була, үксә!" — тип һөрән һалып килә. Баҡһаң, ҡыҙҙарҙың береһе ҡолап, тубығын һыҙырған икән. Әммә кемеһелер тубыҡты “үксә” тип аңлатып ебәргән...
Мәғариф министрлығы ошо йәһәттән мәктәп директорҙарының теҙгенен бушатмаһын ине. Дәүләт телеме ул, туған телме — барыһының да тамыры белем усаҡтарында нығый. Балаларыбыҙҙы IX класты тамамлағансы башҡортса уҡытмаһаҡ, милләт булараҡ юғаласаҡбыҙ.
Ф. САНЪЯРОВ:
— Мәрйәм апай менән тулыһынса килешәм. Бала фәҡәт туған тел аша ил, донъя мәҙәниәте менән танышырға тейеш. Беҙҙә, шулай уҡ илдең башҡа милли төбәктәрендә лә, был йәһәттән бөгөнгө хәл борсоуға һала. Мәҫәлән, 2005 йылда республикалағы башҡорт балаларының 40 проценты туған телендә белем алған. Әле был һан кәмене. Бөрйән хәтлем Бөрйәндә урыҫса уҡытыуға күскәндәр икән, хафаланырға урын бар. Ысынлап та, Мәрйәм апай әйтмешләй, был мәсьәләлә директорҙың һайлаған уҡыу планына риза булып, ҡул ҡаушырып ултырырға тейеш түгелбеҙ.

Директорҙы әрләйбеҙ ҙә ул...

— Икенсе яҡтан ҡарағанда, телде уҡытыуҙағы бөтөн ғәйепте директорға ғына япһарып буламы икән?
Р. ӘСӘҘУЛЛИН:
— Минеңсә, барыһын да мәктәп етәксеһенә өйөү дөрөҫ түгел. Алдан әйтеп үткәнемсә, 14-се статьялағы мөмкинлектәр башҡа бүлектәр тарафынан төрлөсә сикләнә: илдең дәүләт телен уҡытыу, БДИ һәм башҡаларға урын кәрәк. Беҙ әле әрләгән бахыр директор, шулай уҡ мәғариф өлкәһенең төп менеджеры — министр — нимә эшләргә тейеш? Уларҙың төп бурысы — законды теүәл башҡарыу.
Минеңсә, телде, мәҙәниәтте үҫтереүҙә мәктәпкә генә күҙ төбәргә ярамай. Беҙ әлеге һөйләшеүҙә телгә төрлө норматив, белем биреү стандарттары буйынса уҡытылырға тейешле предмет булараҡ ҡына баһа бирҙек. Уны үҫтереүҙең башҡа юлдары ла бар бит. Әйтәйек, Интернет был йәһәттән мөмкинлектәр аса. Миҫал өсөн, унда инглиз телен үҙаллы өйрәнеү программалары ҡуйылған. Улар шул тиклем камил, хатта кеше үҙенең белем кимәлен күҙәтеп бара ала.
Беҙ ҙә БДПУ-ла ошоға оҡшаш программа булдырырға ниәтләйбеҙ: теләгән һәр кем Интернет аша башҡортса өйрәнә аласаҡ. Шулай уҡ Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың тәҡдиме һәм ярҙамы менән башҡорт телен дистанциялы уҡытыу программаһының пилот проекты әҙерләнә. Уҡыу йортондағы тағы ла бер яңылыҡты әйтеп үтәйем: "һөйләшеүсе" ручкалар булдырҙыҡ. Ул һүҙҙәрҙе башҡортсаға тәржемә итергә ярҙам итәсәк. Әле был проектты Мәғариф министрлығы ҡарамағына тапшырғанбыҙ.
Телде үҫтереүгә шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларын ныҡлап йәлеп итергә кәрәк. Кинофильмдар төшөрөү, комикстар сығарыу ҙа әһәмиәтле буласаҡ. Ғөмүмән, туған тел һәр саҡ яныбыҙҙа "йөрөһөн" тиһәк, мөмкинлек ифрат киң. Уларҙың барыһы ла мәктәптәге төп программаны тулыландырасаҡ.
М. БУРАҠАЕВА:
— Ысынлап та, директор мәғариф буйынса Закондағы бөтөн талаптарҙы үтәргә мәжбүр шул. Әммә уға дөрөҫ йүнәлеш биреү ҙә кәрәктер, тим. Мәҫәлән, мин Хәйбулла районының бер мәктәбендә туған телдең әһәмиәте тураһында һөйләгәс, уның директоры башҡортса уҡытыуға күскәйне. Ни тиһәң дә, иң камилы — тәбиғәт ҡануны. Беҙгә бер нисә телдә һөйләшеү, аңлашыу һәләте бирелгән. Әммә кеше фекерләргә, ижади эшләргә фәҡәт туған тел аша ғына өйрәнә. Ситтәр уның кеүек кешенең ҡан хәтерен уята алмай. Ә ҡан хәтерендә әҙәм балаһының әллә күпме һәләте тупланған. Нисек уйлайһығыҙ: ни өсөн һуңғы йылдарҙа республиканың төньяҡ-көнбайышынан Әхнәф Харисов, Кирәй Мәргән кеүек шәхестәр сыҡмай? Дөрөҫ: унда тел онотолоп бара. Ниңә халыҡ ижады менән бәйләп, яңы асыштар яһалмай? Ғилемде юғарыға күтәргән Диҡҡәт Бураҡаев, Миңләхмәт Моталов, Нияз Мәжитов, Марат Аҙнабаев кеүек шәхестәр ҡайҙа? Уларҙың бит барыһы ла башҡортса белем алған. Әлеге хәл менән риза булып ултырһаҡ, ғилемебеҙҙе лә юғалтасаҡбыҙ.
— "Башҡортостан" гәзитендә донъя күргән "Күләүектә Йыһан сағыла" тигән мәҡәләгеҙҙә "Башҡортостан мәҙәниәте" предметы буйынса олимпиадаға килгән балаларҙың эштәрен дә сағыштырып күрһәткәйнегеҙ.
М. БУРАҠАЕВА:
— Эйе. "Башҡортостан мәҙәниәте" предметынан олимпиадаға килгән балаларҙың эштәре араһынан Бөрйән районы уҡыусыһының яҙмаһы менән махсус рәүештә таныштым (алдан әйтеп үтеүемсә, был төбәктә урыҫса уҡытыуға күстеләр). Тема "1812 — 1814 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташ яугир" ине. Бөрйәндән килгән баланың эше ошолай башлана: "Ошо темаға инша яҙыр өсөн экскурсияға сыҡтыҡ. Сәфәр алдынан уҡытыусыбыҙ талпандан һаҡланыу саралары тураһында һөйләне". Артабан уҡыусы оҙон-оҙаҡ итеп ошо саралар хаҡында бәйән итә... Ә Көйөргәҙе районының башҡорт лицейынан килгән ҡыҙ бына нимә тигән: "Гете кимәлендә һөйләшә алған олатайҙарыма һоҡланып, мин инша түгел, ә ҡобайыр яҙам!" Туған телендә һәм урыҫса белем алған ике башҡорт балаһы араһындағы айырма иҫ китмәле бит!
"Йәйләү"гә килгәндәрҙе урманға алып сығып, ағастарҙың исемен һорайым — белмәйҙәр. "Исмаһам, өсәүһенекен отоп алығыҙ", — тим. Урыҫсаһын да, башҡортсаһын да әйтә алмайҙар. Ҡоштарҙы ла айырмайҙар. Турғайҙың ғына 100-ҙән ашыу төрө бар, ә улар бер-икәүһен генә белһәсе...
Ә. ҒАЯЗОВ:
— Мәктәп кенә ғәйепле түгел бында, Мәрйәм апай. Ғаиләнең дә өлөшө ҙур.
М. БУРАҠАЕВА:
— Ата-әсәнең дә күбеһе бөгөн белем сифатына ғына иғтибар биреп, тәрбиәгә күҙ йома шул...

Башҡортто башҡорттан нығыраҡ яратҡандар бар!

— Хөрмәтле ҡунаҡтар, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ артабан нисек уҡытыу кәрәклеге тураһында ла фекерҙәрҙе ишетке килә. Белеүегеҙсә, Рәсәйҙең мәғариф буйынса яңы Законы бындай мөмкинлекте сикләмәй.
Ф. САНЪЯРОВ:
— Был йәһәттән белем биреүҙе юғары кимәлгә күтәрергә кәрәк. Юғиһә дәреслектәрҙең ҡатмарлы булыуы, бәғзе уҡытыусыларҙың түбән кимәле һәм башҡа сәбәптәр менән ҡайһы бер осраҡта башҡа милләт балаларында телебеҙгә ҡарата кире тәьҫир тәрбиәләүебеҙ сер түгел. Минеңсә, белем биреүҙә ыңғай күренештәрҙе өлгө итеп күрһәтергә кәрәк. Мәҫәлән, Ырымбур егете Вячеслав Черневты. Уға бит башҡорт телен берәү ҙә көсләп өйрәтмәй, үҙенең теләге ҙур. Ә бындай кешеләр элек-электән булған. Мәҫәлән, башҡорт грамматикаһын башлап яҙған профессор Н.К. Дмитриев бөтөн төрки телдәрен дә белгән. Араларында иң яратҡаны башҡорт теле булған. Шулай уҡ беҙҙең халыҡтың моңона ғашиҡ Ырымбур губернаторы В.А. Перовский янында гел ике ҡурайсы йөрөткән. Барлыҡ ижадын башҡорт мәҙәниәтенә арнаған рәссам Александр Бурзянцев, композитор Нариман Сабитов, скульпторҙар Тамара Нечаева, Сосланбәк Тавасиев, күптән түгел арабыҙҙан киткән, халҡыбыҙҙы "Ҡыҙыл паша"һы аша донъяға танытҡан Нәжиб ағай Асанбаев... Минеңсә, башҡа милләт вәкиле булып та, милләтебеҙҙе данға күмгән, башҡортто башҡорттан да нығыраҡ яратҡан ошондай шәхестәребеҙ тураһында йышыраҡ һөйләһәк, уларҙы өлгө итеп ҡуйһаҡ, йәш быуын башҡорт телен ҙурыраҡ теләк менән өйрәнә башлар ине.
Тағы ла шуны әйтер инем: әле урыҫ телендә ике мең ярым тирәһе башҡорт, татар, төрөк һүҙе бар. Улар төрлө заманда индерелгән. Дәүләт телен уҡытҡан педагог, ошо һүҙҙәрҙе нигеҙ итеп алып дәрестәрендә даими ҡулланһа, урыҫ балаһын тиҙ арала башҡортса һөйләшергә өйрәтер ине.
Р. ӘСӘҘУЛЛИН:
— Фәнзил Бүләк улы менән тулыһынса килешәм. Дәүләт телен өйрәтеү буйынса беҙгә тәүге сиратта көслө методик әсбаптар, бала өсөн ябай, ҡыҙыҡлы дәреслектәр кәрәк. Был хаҡта былтыр мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә республика Президенты Рөстәм Хәмитов та белдергәйне. Телде өйрәнеү йәһәтенән стандарттар биргән барлыҡ мөмкинлекте файҙаланырға, предметты комплекслы өйрәнеү өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Тәжрибә күрһәтеүенсә, олимпиадалар, конкурстар үткәреү бик әһәмиәтле. Әммә ундай бәйгеләргә аҡса табыуы ифрат ҡыйын. Мәҫәлән, БДПУ-ла йыл һайын "Әсә теле" тигән конкурс үткәрәбеҙ. Уның өсөн аҡсаны үҙебеҙгә табырға тура килә. Ә төрлө матурлыҡ конкурстары үткәреүгә күпме финанс сарыф ителә!
Һөҙөмтәлә шундай фекер тыуа: барлыҡ милләт вәкилдәре араһында ла бай кешеләр бар, улар ошондай туған телде үҫтереү сараларына ярҙам итә алмаймы ни?
Ә. ҒАЯЗОВ:
— Әле һөйләнгән һәр һүҙ, тәҡдимдәр, фекерҙәр ифрат көнүҙәк. Әммә барыһы ла технология булғанлыҡтан, улар законға индерелмәй. Шулай ҙа иң мөһиме шул: ҡанун беҙ теләгәнде рөхсәт итә. Тимәк, эште оҙаҡҡа һуҙмай башларға кәрәк. Ләкин барыһын да мәғариф өлкәһенә генә йөкмәтергә ярамай: ғаиләгә лә ҙур ышаныс бағлайбыҙ. Шулай уҡ телде үҫтереү бурысының һәр тармаҡҡа үтеп инеүе мөһим. Берҙәм йүнәлеш алыу кәрәк. Һөҙөмтәлә закон да ниндәйҙер кимәлдә үҙгәреш кисереп, беҙгә кәрәкле норманы бирәсәк.
Ҡабатлап әйтәм: мәктәп менән генә алға китеү мөмкин түгел. Бының төп сәбәптәренең береһе шунда: стандарттар һаман күтәрелә бара. Әгәр бөгөн башҡорт теле дәүләт теле булараҡ мотлаҡ рәүештә II кластан уҡытыла икән, бер аҙҙан — III, унан IV класҡа күсеүе ихтимал. Уны бер ҡайҙа ла һыйҙырып булмай, сөнки стандарт — һәр кем өсөн закон. Әйтәйек, был ҡанун министрлыҡта үтәлмәһә — мин, педагогия университетында иҫәпкә алынмаһа — Раил Мирвай улы, мәктәптә иғтибарҙан ситтә ҡалһа, директор ғәйепле буласаҡ.
Ғөмүмән, был мәсьәләләр стандарттар буйынса закон ҡабул иткән кешеләр тарафынан уйланып еткерелмәгән. Шундай һорау тыуа: беҙ һайлап ҡуйған, ышаныс белдергән депутаттар нимә ҡараған? Дәүләт Думаһында ултырған башҡа милли республикаларҙың вәкилдәре ниңә өндәшмәгән? Беҙ бит үҙ сиратыбыҙҙа, алда әйтеп үткәнемсә, һүҙебеҙҙе әйттек, тәҡдимдәребеҙҙе еткерҙек, һөҙөмтәлә закон проектына төҙәтмә индереүгә өлгәштек. Депутаттар халыҡ мәнфәғәттәрен нығыраҡ яҡлаһа, төбәгенең патриоты булһа, мәғариф тармағындағы мәсьәләләр күпкә еңелләшер ине.
Раил Мирвай улының "дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе үҫтереүҙә киң мәғлүмәт сараларын ныҡлап йәлеп итергә кәрәк" тигән фекерен хуплайым. Улар эшләй ул, әммә проблемаларҙы ғына яҡтыртып ҡалмай, унан сығыу юлдары хаҡында ла фекерҙәрен еткерһендәр, төрлө алымдар тәҡдим итһендәр ине. Телде уҡытыу буйынса методистарыбыҙ ифрат күп, ләкин аныҡ йүнәлештә эшләп китә алмайҙар. Ошо йәһәттән Мәрйәм апай Бураҡаеваның "Тормош һабаҡтары" дәреслеген юғары баһалайым. Үҙенсәлекле алым менән төҙөлгән әсбапты уҡыусылар яратып өйрәнә.
М. БУРАҠАЕВА:
— Йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн рәхмәт, Әлфис Суфиян улы. Был минең 70 йәшкә ҙур бүләк булды.

Ауылды мәғариф ҡына күтәрмәйәсәк

— Мәғариф өлкәһендәге тағы ла бер ҡатмарлы мәсьәлә — бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙең ябылыуы — тураһында ла әйтмәй үтеү мөмкин түгел. Яңы закон был йәһәттән өмөтләнерлек мөмкинлек бирһә лә, бәләкәй белем усаҡтарына йоҙаҡ элеү дауам итә. Артабан нисек булыр?
Ф. САНЪЯРОВ:
— Айырыуса башҡорт мәктәптәре ябыла. Бының төп сәбәбе, бәлки, ауылдарҙың һәм шул сәбәпле мәктәптәрҙең элек-электән бәләкәй булыуындалыр.
Әммә беҙҙең "республиканың аҫаба халҡы" тигән исемебеҙ бар. Бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙе япҡанда, ошо төшөнсә ниңә иҫәпкә алынмай? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәғариф буйынса яңы Законда ла аҫаба халыҡ тураһында һүҙ юҡ. Улар бит ЮНЕСКО тарафынан айырым иғтибарға алынған, хәстәрлеккә, үҫтереүгә мохтаж. Ошоно иҫәптә тотоп, башҡорт ауылдарындағы мәктәптәрҙе ябыу мәсьәләһе килеп сыҡҡан хәлдә, төптәнерәк уйларға ине, минеңсә. Әйтәйек, заманында Ҡырмыҫҡалы районының волость үҙәге булған Бишауыл-Уңғарға 14 ауыл буйһонған. Ә мәктәбе ҡайһылай данлы ине! Хәҙер иһә унда 73 кенә бала уҡый.
Р. ӘСӘҘУЛЛИН:
— Ҡулайлаштырыу тулҡынының еле юғары уҡыу йорттарына ла ҡағылмай үтмәй. Мәҫәлән, беҙҙе "студенттарға насар белем бирәһегеҙ" тип ғәйепләүселәр бар. Бының төп сәбәбе мәктәп системаһын ҡыҫҡартыуҙа түгелме? Әйтәйек, беҙҙә юғары белем алған физика уҡытыусыһы ауылда тарихты ла, химияны ла, башҡорт телен дә уҡытырға мәжбүр. Быға ул ғәйеплеме ни?
Икенсенән, мәктәптәрҙең ябылыуында ошо ерҙе төйәк иткән кешенең дә өлөшө бар. Мәҫәлән, ул ниңә тыуған ауылында етештереү предприятиеһы асып, эш урындары булдырмай?
М. БУРАҠАЕВА:
— Раил Мирвай улы, һүҙегеҙҙе бүлеп, шуны әйтеп үтәйем: әсәйемдең тыуған ауылында мәктәп ябыласағы тураһында ишеткәс, улым Илгизәр менән һөйләштек тә унда шәхси предприятие астыҡ. Киләһе уҡыу йылында I класҡа 18 бала киләсәк! Себергә киткәндәр кире ҡайта башланы, 15 яңы йорт һалына.
Р. ӘСӘҘУЛЛИН:
— Шуныһы аптырата: күп осраҡта райондарҙағы эшмәкәрлеге туҡтатылған төрлө предприятиеларға сит милләттекеләр аҡса һалырға тырыша. Үҙебеҙҙекеләр ни ҡарай? Әлбиттә, шунда уҡ байып китеү мөмкин түгел. Көс түгергә, тырышырға кәрәк. Әммә эш урыны булһа, халыҡ ауылдан китмәҫ, балалар тыуыр, мәктәптәр ябылмаҫ ине.
Күптән түгел урындағы бер етәксе менән һөйләшергә тура килгәйне. Эй зарлана! "Ауыл бөтә инде", — ти. "Ә һеҙҙә берәйһе, мәҫәлән, теплица эшләнеме?" — тип ҡыҙыҡһынам. "Эйе, үзбәктәр", — ти әңгәмәсем. Мәктәптәрендә лә һигеҙ үзбәк балаһы уҡып йөрөй икән. Беҙҙең халыҡ быны булдыра алмаймы ни?
Шулай уҡ Ставрополдән килгән бер депутат зарланғайны. "Һеҙҙә, нисектер, милли мәсьәләләр ыңғай хәл ителә, — тине ул. — Ә беҙҙе Кавказ халҡы баҫып алып бара. Күп итеп бала үҫтерәләр. Үҙебеҙҙекеләр аҙайғандан-аҙая". Уларға халыҡ һанын арттырырға нимә ҡамасаулай? Ниңә барлыҡ ғәйепте сит кешеләрҙән, властан эҙләйбеҙ?
Ә. ҒАЯЗОВ:
— Ысынлап та, халыҡ үҙенә лә ғәҙел баһа бирергә өйрәнһен ине. Бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙең ябылыуына килгәндә, уларҙы мөмкин тиклем һаҡларға тырышырға кәрәк. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 11 апрелдә ойошторолған тура бәйләнештә Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов та белдергәйне. Әммә был да мәғариф өлкәһенең генә көсөнән килмәй. Мәсьәләне хәл итеүҙә һәр кем үҙендә яуаплылыҡ тойорға бурыслы.
Барыбыҙ ҙа философия фәнен уҡыған кешеләр. Уға нигеҙләнеп фекер йөрөткәндә, "нимә тәүҙә барлыҡҡа килгән — ауылмы, мәктәпме?" тигән һорау тыуа. Әлбиттә, ауыл! Ул юҡ икән, мәктәбе лә, медицина пункты ла, мәҙәниәт йорто ла, фермаһы ла булмай. Халыҡ ошо хәҡиҡәтте аңлап, тыуған ауылын һаҡлайым ти икән, шунда төйәкләнеп, балалар үҫтереп, хәленән килгәнсә тырышып донъя көтһөн ине. Власть бит быға хоҡуҡты тыймай, киреһенсә, хуплай ғына. Тел дә, алда әйтеп үткәнемсә, ошондай уҡ хәстәрлеккә, төрлө яҡлап үҫтереүгә мохтаж. Дөйөм алғанда, барыһы ла иң тәүҙә ғаиләгә, илһөйәрлеккә бәйле.
"Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы Законға нигеҙләнеп, республиканың ҡануниәтен төҙөгән мәлдә лә халыҡтың битараф ҡалмауына, эштә яҡындан ҡатнашыуына ҙур өмөт бағлайбыҙ. Тап ошо ваҡытта, фекер алышыу мәлендә, һәр кем тәҡдимдәрен әйтһен ине. Әле төбәгебеҙ мәғарифының йүнәлеше билдәләнә икән, унан берәү ҙә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Бергәләп төҙөлгән закондың әһәмиәте лә, һөҙөмтәһе лә ҙурыраҡ буласаҡ.
— Хөрмәтле ҡунаҡтар! Ошондай сарала ҡатнашып, үҙ фекерегеҙҙе белдереү һәм гәзит уҡыусыларға еткереү, һис шикһеҙ, ҙур әһәмиәткә эйә. "Түңәрәк өҫтәл"дә һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 906

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528