Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бергә йәшәргә өйрәнәйек
Бергә йәшәргә өйрәнәйек“Асыҡ мөхит” программаһы бар. Ә үҙебеҙ инвалидтарға асыҡбыҙмы
Әле республикала 315 меңдән ашыу инвалид йәшәй. Үкенескә ҡаршы, уларҙың 14,5 меңе — балалар. Араларында үҙаллы хәрәкәтләнә алмау сәбәпле, фатирҙарынан сыға алмай йәшәгәндәре лә, коляска менән йөрөү өсөн махсус юлдар булмау арҡаһында йәмғиәттән айырылып көн итергә мәжбүр булғандары ла байтаҡ. I группа инвалидтары — 7 процент, II группаға ҡарағандары 40 процент самаһы тәшкил итеүе генә лә мәсьәләнең ни тиклем етди булыуына инандыра.
Инвалидтарға башҡалар кеүек үк йәнле тормош менән йәшәү, хоҡуҡтарынан файҙаланыу һәм әүҙемлектәрен арттырыу өсөн нимәләр ҡамасаулай һуң? Улар осрашҡан ҡаршылыҡтар киләсәктә юҡҡа сығырмы, тейешле шарттар тыуҙырылырмы? Һорауҙар күп.
“Башҡортостан Республикаһында инвалидтарға социаль инфраструктура мәғлүмәттәренән һәм объекттарынан файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итеүҙең торошо һәм проблемалары” тигән республика конференцияһында инвалидтарға ҡағылышлы иң көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, инвалидтар мәсьәләһенә айырым иғтибар бирелеүгә ҡарамаҫтан, әлегә күрелгән сараларҙың етерлек булмауын билдәләне.
Быйыл апрелдә 2011 — 2015 йылдарға иҫәпләнгән “Асыҡ мөхит” республика маҡсатлы программаһы ҡабул ителгәйне. Инвалидтарға ҡағылышлы бик күп сараларҙы үҙ эсенә алған ошо программаның нисек тормошҡа ашырылыуы менән хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ентекле таныштырҙы.
Инвалидтар тормошон күпкә еңеләйтеү маҡсатында программаны финанслауға 3,5 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Һөҙөмтәлә алдағы ике йылда инвалидтарға йәмәғәт биналарына инеү, ҡала пассажир транспортына ултырыу, светофорҙар ҡуйылған урындарҙан һәм юл аша сығыу, фатирҙарына күтәрелеү һәм төшөү, йорт алдында йөрөй алыу хыялы ысынбарлыҡҡа әүереләсәк.
Мәскәү ҡалаһының халыҡты социаль яҡлау департаменты етәксеһе урынбаҫары Игорь Гордеев әйтеүенсә, илдең баш ҡалаһында инвалидтар өсөн байтаҡ саралар күрелә. Беҙҙә һаман да хәл итеүе ауыр һаналған ҡайһы бер мәсьәләләр уларҙа күптән бойомға ашырылған. 1 миллион 200 меңдән ашыу инвалид йәшәгән Мәскәү ҡалаһында өлгө алырлыҡ саралар байтаҡ. Һөҙөмтәлә мөмкинлектәре сикләнгән граждандар башҡалар ярҙамынан тыш та йорттарына инеп йөрөй ала, ҡала транспортында ла артыҡ ауырлыҡ кисермәй. Социаль әһәмиәтле барлыҡ биналарҙы 2012 йылда инвалидтар өсөн уңайлы итергә ынтылалар. “Был йүнәлештәге эште тормошҡа ашырыуға банк һәм бизнес әүҙем ҡушыла, ярҙамдары ҙур”, — тине ул. Йыл һайын яңы йорттарҙа 70 — 90 фатирҙың махсус йыһазландырылып тапшырылыуына ла көнләшергә генә ҡала.
Бөтә Рәсәй “Факел” йәмәғәт ойошмаһының республика йәмғиәте идараһы рәйесе Марат Йосопов әйтеүенсә, беҙҙә әлегәсә яңы йорттар төҙөгәндә инвалидтарҙы борсоған проблемалар иҫәпкә алынмай. Ошо мәсьәләнең хәл ителеүе тәү сиратта урындағы етәкселәрҙең ҡарашы ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә бәйле, тип иҫәпләй ул.
“Түңәрәк өҫтәл”дәге һөйләшеүҙә лә инвалидтарға бәйле мәсьәләләр үҙәктә торҙо. “Асыҡ мөхит” программаһын тормошҡа ашырыу көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерер, әлбиттә. Шулай ҙа йәмғиәттең инвалидтарға йөҙ менән боролоуы кәрәк. Иң мөһиме шул.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 112

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 465

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 099

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 909

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 668

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 254

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 576

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 530