Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барыһы ла бала хаҡына
Барыһы ла бала хаҡынаУҡытыусылар һәр сараны матур, сағыу байрамға әйләндерә белә. Һөнәри оҫталыҡ, ихласлыҡ, хис-тойғоноң байлығы — барыһы бергә үҙенсәлекле тамаша хасил итә. Республикала 23-сө тапҡыр уҙғарылған “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсы ла тап ошондай мөхиттә үтте. Ғәҙәттәгесә, был бәйгелә урыҫ теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте буйынса еңеүселәр ҙә асыҡланды.

Иң тәүҙә шуны билдәләп үтәйек: һөйөнөскә күрә, бәйгеселәр араһында йылдан-йыл ир-ат арта бара. Быйыл, мәҫәлән, уларҙың дүртәүһенә финалға сығыу бәхете тейҙе.
Конкурсты йомғаҡлау тантанаһына Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, мәғариф министры Әлфис Ғаязов, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, бәйгеселәрҙең хеҙмәттәштәре килде. Лилиә Салауат ҡыҙы, мәғариф тармағы ҙур үҙгәрештәр кисергән осорҙа үҙ һөнәренә, асылына тоғро ҡалған уҡытыусыларҙың хеҙмәтен юғары баһалап, уларға артабан да ижади үрҙәр, уңыштар теләне.
— Белем биреү өлкәһен яңыртыу өсөн күпме генә аҡса бүленмәһен, иң тәүге маҡсатыбыҙ йәш быуынды ғилемле, әхлаҡлы итеп үҫтереүгә ҡайтып ҡала, — тине вице-премьер. — Был бурыстарҙы һәр уҡытыусының теүәл үтәүенә ышанам. Быйылғы тамашаның Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында үтеүе лә — үҙенсәлекле күренеш. Байрамда ҡатнашҡан һәр уҡытыусының ошо данлыҡлы бейеү ансамбленә исем биргән оло талант эйәһе кеүек үҙ эшенең оҫтаһы булыуын, педагогика өлкәһендә легендар шәхескә әйләнеүен теләйек.
Бәйгеселәр төрлө сәскәнән йыйылған гөлләмәне хәтерләтә: берәүҙәре — ҡаланан, икенселәре — ауылдан, төрлө фәндән белем бирәләр, мәктәп тупһаһына күптән түгел аяҡ баҫҡан йәштәр ҙә, тәжрибәле өлкәндәр ҙә бар. Уларҙың һәр береһенең һәләте, оҫталығы конкурстың номинацияларында билдәләнде.
Иң тулҡынландырғыс мәл яҡынлашты: хәҙер еңеүселәр асыҡланасаҡ! Бына улар: “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2013” исеменә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернатынан Луиза Мырҙаҡаева лайыҡ булһа, Өфөнөң 115-се гимназияһынан Оксана Шәрәфетдинова — иң яҡшы урыҫ теле һәм әҙәбиәте, Туймазы ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатынан Зинфира Нурисламова иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып танылды.
Тамашаға күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2013” төбәк-ара конкурсында финалға сыҡҡан педагогтар ҙа саҡырылғайны. Ошо барлыҡ бәйгеләрҙә тәүге урынды алғандарҙың араһынан абсолют еңеүсе билдәләнде. Ул — Өфөләге 115-се гимназияның урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Оксана Шәрәфетдинова! Төп призды яулаған педагог ошондай уҡ конкурста Башҡортостандың данын яҡлаясаҡ.

Раил ӘСӘҘУЛЛИН, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры, конкурстың жюри рәйесе:
— Ете көн барған бәйгелә уҡытыусыларға баһа биреп кенә ҡалмай, уларҙың һәр уңышына ҡыуандыҡ, йәнле аралаштыҡ, бер-беребеҙҙән тәжрибә тупланыҡ. Үҙ эшен, балаларҙы мөкиббән яратҡан, даими үҫешкә ынтылған педагогтарға ҙур рәхмәт!

Оксана ШӘРӘФЕТДИНОВА, бәйгенең еңеүсеһе:
— Хеҙмәтемә ҙур баһа биргән жюри ағзаларына, еңеүгә әйҙәгән хеҙмәттәштәремә, Совет районы хакимиәтенә рәхмәт белдерәм. Алда — ғәҙәти эш көндәре. Уларҙың һәр береһе уҡыусыға дөрөҫ юл бирерлек тормош дәрестәренән торһон ине, тип теләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Радик Сафин
    Радик Сафин от 10.04.2013, 06:57
    Немного этимологии. Английское слово "teacher" - учитель, произошло от мищярского слова "укытыучы".






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 530