Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Күңел талабыҺөнәр һәм һәләт. Был ике төшөнсәне айырырға теләмәһәк тә, тормошта улар йыш ҡына бер-береһенә тап килмәй. Ә уҡытыусылыҡ эшендә һөнәрмән булыу ғына аҙ, тәү сиратта һәләт, балаларҙы яратыу фарыз. БДУ-ның Нефтекама филиалында башҡорт филологияһы кафедраһына етәкселек иткән Әнисә Муллағолова тап шундай сифаттарға эйә.

Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуған ул. Ғаиләлә алты бала үҫәләр. Дүртәүһе педагог һөнәрен һайлай. Был, әлбиттә, юҡтан түгел, ә ҡандан килгән: өләсәләре Әсмә Баймырҙина ярты быуатҡа яҡын ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған, Батыр Вәлит, Абдулхаҡ Игебаев кеүек шағирҙарҙың, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың тәүге уҡытыусыһы. Әле Баймаҡ районының Күсей ауылындағы бер урам уның исемен йөрөтә.
Әнисә Муса ҡыҙы мәктәп йылдарындағы остаздарын ҙур ихтирам менән телгә ала. "Директорыбыҙ Азамат Тажетдиновҡа, беҙгә күрше йәшәгән Разия һәм Дәүләтбай Ибраһимовтарға ихтирамым сикһеҙ. Белемле, сабыр, ҙур йөрәкле шәхес улар", — ти.
Әнисә Муллағоловаға Сибай педагогия училищеһында, Башҡорт дәүләт университетында ла тәжрибәле, эшен мөкиббән яратҡан шәхестәрҙән — РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусылары Хөснитдин Хәмитов менән Фәриҙә Бикбулатова, Клара Чанышева, Рәсимә Ураҡсина, Марат Зәйнуллин, Роберт Байымов, Әхмәт Сөләймәнов, Лена Сәйәхова кеүектәрҙән — белем алыу бәхете тейә. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң тиҫтә йыл Республика һынлы сәнғәт гимназияһында уҡыта, унан БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһына эшкә саҡырыла. Бер нисә йылдан ғилми етәксеһе Роберт Байымовтың кәңәше буйынса БДУ-ның Нефтекама филиалына килә.
— Бында ул ваҡытта башҡорт, урыҫ, сит тел уҡытыусыларын берләштергән филология кафедраһы эшләй ине, — тип иҫкә ала бөгөн Әнисә Муса ҡыҙы. — 2005 йылда айырым башҡорт филологияһы кафедраһы барлыҡҡа килде. Мине уның мөдире итеп һайлап ҡуйҙылар.
Кафедра тарафынан Нефтекама, Ағиҙел ҡалаларының, Яңауыл, Борай, Асҡын, Тәтешле, Ҡалтасы райондарының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ғилми-методик ярҙам күрһәтелә, Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә педагогтарға курстар, семинарҙар ойошторола. Әнисә Муса ҡыҙы шуға ныҡлы инанған: республикала йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре аҫаба халыҡтың телен өйрәнергә, белергә, хөрмәт итергә тейеш. Ошо маҡсатты студенттарына ла һалырға тырыша ул. Йәштәргә ныҡлы белем биреүҙән тыш, яҙыусылар, ғалимдар, мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар үткәрелә, Ғ. Соҡорой, Ш. Бабич, Н. Нәжми, Ә. Атнабаев, Б. Алиевтарҙың йорт-музейына, Өфө, Ҡазан ҡалаларына сәйәхәт ойошторола. Бынан тыш, студенттар халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, көнкүреш шарттарын тәрәнерәк өйрәнеү өсөн йыл да фольклор һәм диалектология экспедицияларына сыға. Әйтәйек, Балтас, Ҡариҙел, Тәтешле яҡтарында булып, бай мәғлүмәт туплағандар. Ошо нигеҙҙә күптән түгел Әнисә Муллағолованың башланғысы менән "Сыңрау торна" фольклор үҙәге асылған. Тәжрибәле педагог дәрестәрендә лә төплө мәғлүмәт бирә, һәр сәғәтен ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрә. Бынан тыш, ғалим булараҡ, ғилми-тикшеренеү эштәре, конференциялар, семинарҙар ойоштора, уҡыу әсбаптары, программалар, монографиялар яҙа, студенттарҙың диплом эшенә етәкселек итә. Әле, мәҫәлән, кафедра уҡытыусылары менән берлектә проза буйынса сираттағы китапты әҙерләйҙәр, башҡорт-төрки филологияһы буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһына көс туплайҙар.
БДУ-ның Нефтекама филиалындағы филология һәм журналистика кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Әнисә Муллағолова — эшендә генә түгел, тормошта ла күркәм кеше. Ике бала тәрбиәләп үҫтергән әсә бөгөн өләсәйлек бәхетенә лә эйә.
— Алтмыш йылдан ашыу бергә йәшәгән атай-әсәйем беҙҙе сабыр булырға өйрәтте, — ти ул. — Ҡатын-ҡыҙ тәү сиратта ил-йорт йәмен, именлеген һаҡлай. Тырышлыҡ, сабырлыҡ тормошта аһәң тыуҙыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 103

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 458

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 991

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 900

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 661

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 248

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 567

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526