Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барыһы ла — етәксенән
Яңы Нуғай мәктәбендә спортҡа вайымһыҙ бер бала ла юҡ. Белем усағына оҙаҡ йылдар етәкселек иткән шәхес, Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Зикаф Исламовтың тырышлыҡ һөҙөмтәһе был.

Ғүмеренең илле йылын мәғарифҡа арнаған педагог бөгөн дә директорлыҡ вазифаһын дауам итә, физкультуранан уҡыта. Уның хәстәрлеге менән заманса йыһазландырылған белем усағында уңышлы эшмәкәрлек өсөн барлыҡ шарттар бар. Зикаф Исламғәли улы хеҙмәт һөйөүсән, татыу коллектив туплауға өлгәшкән. Педагогтарҙың, уҡыусыларҙың хеҙмәтен, дәрестәрҙең сифатын бер ваҡытта ла күҙ уңынан ысҡындырмай ул. Мәктәп баҡсаһындағы йәшелсә-емеш уңышынан килгән аҡса конкурстарҙа, олимпиадаларҙа һәм башҡа ярыштарҙа дәртләндереү сараһы итеп ҡулланыла.
Зикаф Исламғәли улы етәкселек иткән осорҙа Яңы Нуғай мәктәбе Краснокама районында алдынғы уҡыу йорттарының береһенә әүерелде: 1997 йылда — Рәсәй буйынса "Йыл мәктәбе", 1998 йылда халыҡ-ара "Матур мәктәп" конкурстарында еңеү яуланы, 2007 йылда иһә 1 миллион һумлыҡ грант алды.
Яңы Нуғай мәктәбендә спортҡа ҙур иғтибар бүленә, тигәйнек. Зикаф Исламов физкультуранан уҡытҡан осорҙа ғына беренсе разрядлы 154 спорт инструкторы әҙерләгән. Уның тәрбиәләнеүселәре район һәм республика бәйгеләрендә 35 кубок, 600-ҙән ашыу Маҡтау грамотаһы алған. Араларында еңел атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, халыҡ-ара ярыштарҙа күп тапҡыр призер булған Гөлбирә Нуретдинова ла бар.
Зикаф Исламғәли улы үҙе лә республика бәйгеләрендә даими ҡатнаша. Мәҫәлән, саңғыла уҙышыуҙа Башҡортостан Президенты призын яулаған, Нефтекама ҡалаһында чемпион исеменә лайыҡ булған. Шулай уҡ еңел атлетика, велоспорт, штанга, гер күтәреү буйынса еңеп сыҡҡан.
— Хәҙерге заманда сәләмәт тормош алып барыу — Рәсәй халҡы өсөн төп талап, — ти Зикаф Исламғәли улы. — Бының өсөн балаларҙа бәләкәйҙән физкультураға һөйөү тәрбиәләргә кәрәк. Һәр спорт сараһы, ҡайҙа ғына булһа ла, ҙур байрам кеүек уҙғарылырға тейеш.
Ошондай тырыш, эшен, уҡыусыларҙы мөкиббән яратҡан етәксе булғанда, илебеҙгә бихисап шәхес тәрбиәләгән (уларҙың араһында оҙаҡ йылдар "Альфа банк"тың Башҡортостандағы идараһы рәйесе булған Фәрит Имамов, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры булып эшләгән Ғеман Әсәҙуллин, полиция полковнигы Зенит Лоҡманов һәм башҡа бик күп билдәле кешеләр бар) Яңы Нуғай мәктәбенең киләсәктә лә алдынғылыҡты бирмәҫенә ышаныс ныҡлы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 098

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 452

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 988

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 896

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 657

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 244

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 463

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523