Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етди аҙым алдынан
Етди аҙым алдынанБөгөн сығарылыш уҡыусылары алдында бик етди, яуаплы бурыс тора. Тормошта күңелеңә оҡшаған һөнәр һайлау еңелдән түгел, бигерәк тә Берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәһе ҙур әһәмиәткә эйә булған осорҙа. Шуға күрә һәр кемгә күңеле ҡушҡан, киләсәктә шатлыҡ һәм кинәнес килтерә торған йәмғиәткә кәрәкле һөнәрҙе айырып алыу мотлаҡ. Бының өсөн уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырыу кәрәктер.

Тап ошо маҡсаттан сығып ойошторолған да инде Йылайыр ауылында үткән сара. Район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллиндың тырышлығы менән район мәҙәниәт һарайында сығарылыш класс уҡыусылары һәм республиканың туғыҙ юғары уҡыу йорто вәкилдәре осрашты. Бөгөн районда юғары белемле табиптар, математика, физика, информатика уҡытыусылары, ағас эшкәртеү һәм ауыл хужалығы белгестәре етешмәй. Район хакимиәте башлығы билдәләүенсә, йәштәргә уҡыу йортоноң абруйына ҡарап түгел, ә шәхси үҙенсәлектәреңде һәм һәләттәреңде иҫәпкә алып һөнәр һайларға кәрәк.
— Районға заманса фекер йөрөтә белгән, әүҙем һәм инициативалы кадрҙар кәрәк, ә бындай осрашыуҙар, һис шикһеҙ, сығарылыш уҡыусыларына дөрөҫ юл табырға ярҙам итә, — тине Илгиз Лирман улы.
Артабан һәр уҡыу йорто вәкиле уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе ҡабул итеү шарттары тураһында ентекле мәғлүмәт менән таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе. Осрашыуҙың ике яҡ өсөн дә отошло булыуын иҫәпкә алып, киләсәктә бындай сараларҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәклеген дә билдәләне сығыш яһаусылар.
Илназ АҠҠУЖИН, Йомағужа урта мәктәбенең ХI класс уҡыусыһы:
— Класыбыҙҙа 12 уҡыусы, бөтәбеҙ ҙә бик теләп килдек. Районда осрашыу тәүге тапҡыр үткәрелә, ойоштороусыларға рәхмәт. Мине бигерәк тә техник вуздар ҡыҙыҡһындыра, әле үҙемә кәрәкле бик күп мәғлүмәт алдым. Һөнәр һайлауҙа бөгөнгө сараның әһәмиәте ҙур булыр.
Лилиә ИГЕЛЕКОВА, Матрай урта мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары:
— Һөнәр һайлау — һәр кешенең тормошонда етди аҙым. Был эшкә мәктәп коллективының ғына түгел, район етәкселегенең дә ҙур иғтибар биреүе ҡыуаныслы. Бөгөн йәштәр уҡыу йорттары вәкилдәре менән күҙгә-күҙ осрашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Ә инде уҡыу йортон, һөнәр һайлау — һәр кемдең күңел эше.
Фәрит ҠУЖАБӘКОВ, Һабыр ауылы:
— Быйыл улым ХI класты тамамлай, шуға уның менән бергә килдем. Ҡайҙа барырға тигән уй борсой. Бюджет нигеҙендәге, йәғни стипендия түләнгән уҡыу йортона инә алһа, бик шат булыр инек. Шуға күрә бар яҡтан уйлап, аҙаҡ эш таба алырлыҡ йүнәлешкә өҫтөнлөк биреү кәрәктер тигән фекерҙәмен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 099

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 454

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 989

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 898

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 659

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 245

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 464

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524