Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмер ҡыл өҫтөндә ҡалһа, бөтөн өмөт – уларҙа…
Ғүмер ҡыл өҫтөндә ҡалһа, бөтөн өмөт – уларҙа…Был хәл бер нисә йыл элек булғайны. Ғәҙәттәгесә, эштән һуң балалар баҡсаһына ашығам. Көн дә йүгереп килеп ҡосағыма атылған улым был юлы мине сәйер генә ҡаршы алды: һөйләшмәй, башы аҫҡа эйелгән. Кейенергә ярҙам итәм тиһәм, эргәһенә ебәрмәй. Ҡайтып киттек. Юлда уҡ танауынан ниндәйҙер ҡарағусҡыл шыйыҡса аҡҡанын шәйләгәйнем. Өйгә ингәс, яҡтыртҡыс янына ҡуйып ҡарайым тиһәм, бала сәбәләнеп иларға тотондо. Танау ҙа тубалдай булып шешә башлаған. Мейене йәшен тиҙлегендә уй телеп үтте: тимәк, танау эсендә нимәлер бар, шул ауырттыра! Телефондан ҡабаланып “03” һанын йыям – билдәһеҙ әйбер тын юлына китеп барһа? Ярай әле “Ашығыс ярҙам” машинаһы бер нисә минутта килеп етте – баш ҡаланың тиҙ ярҙам күрһәтеүгә махсуслашҡан 22-се дауаханаһына елдерҙек. Һәр минут ҡиммәт, ә юлдарҙа тығын, автомобилгә юл биреүсе юҡ. Бәхеткә күрә, водитель тәжрибәле булып сыҡты – ихаталар, тыҡрыҡтар аша тигәндәй, тиҙ генә алып барып еткерҙе.
Табип малайҙың танауынан бәләкәй генә батарейка килтереп сығарҙы. Ундайҙы, ғәҙәттә, уйынсыҡтарға ҡуялар. Һелтеһе булған хәүефле әйберҙе бала иртән үк тыҡҡан, тимәк, шул килеш төшкө йоҡоһон йоҡлаған булып сыға. “Тағы аҙ ғына һуңлаһағыҙ, организм ағыуланыр ине”, – табиптың ошо һүҙҙәренән һуң Хоҙай Тәғәләгә, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт уҡый-уҡый дауахананан ҡайтҡаным иҫтә.

Форсаттан файҙаландыҡ

Ғүмер ҡыл өҫтөндә ҡалһа, бөтөн өмөт – уларҙа……Уйлап ҡараһаң, “Ашығыс ярҙам” машинаһынан барыһы ла яҡшы “күренә”: һаулыҡ һаҡлау тармағындағы реформалар осороноң ҡапма-ҡаршылыҡлы үҙенсәлектәре, йәмғиәт һулышы, табиптарҙың хәле… Был хеҙмәт сирләп киткән кешеләргә тәүге ярҙам күрһәтеүҙән тыш, социаль хеҙмәттәрҙең дә ҡайһы бер бурыстарын үҙ өҫтөнә алырға мәжбүр. Барыһы ла үтә ябай: айнытҡыстар ябылды – урам берәҙәктәренә, эскеселәргә, наркомандарға “Ашығыс ярҙам” бара. Белем биреү учреждениеларында, балалар йорттарында, приюттарҙа фельдшер урыны ҡыҫҡартылды икән – балалар янына ла ашығырға кәрәк. Ул арала эпидемиялар осоро етә, йыл әйләнәһенә булып торған ғәҙәттән тыш хәлдәр – юл-транспорт ваҡиғалары, йоҙроҡ менән мөнәсәбәттәр асыҡлау, янғында зыян күреү, һыуға батыу һәм башҡалар – былар ҙа “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте иңендә. Ә эш хаҡы әллә ни маҡтанырлыҡ түгел, етмәһә, кешеләрҙең дорфа мөнәсәбәтен күтәрергә, ҡайһы саҡта башҡа һыймаҫлыҡ ҡыланыштарға түҙергә тура килә. Шулай ҙа үҙ эшенә мөкиббән киткән, ғүмерен “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә бағышлаған оҫталар ҙа байтаҡ. Форсат сыҡҡас, уларҙың эше менән яҡынданыраҡ танышырға ниәтләнек. Ҡышҡы һалҡын иртәләрҙең береһендә Зорге урамындағы ике ҡатлы бина янында баҫып тора инек инде.

Яҙмыштарҙы хәл итәләр…

Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү станцияһы ете ярҙамсы станциянан (улар баш ҡаланың төрлө төбәгендә урынлашҡан), ике филиалдан, оператив, Ғүмер ҡыл өҫтөндә ҡалһа, бөтөн өмөт – уларҙа…ойоштороу-методик бүлектәрҙән һәм башҡа подразделениеларҙан тора. Ойошмаға Марат Йыһаншин етәкселек итә.
Алдан килешеү буйынса “Башҡортостан” гәзите вәкилдәрен ойошманың үҙәк станцияһында көтәләр ине (етәксеһе – Флүрә Булатова). Бында йүнәлеүебеҙҙең сәбәбе – “Ашығыс ярҙам” бригадалары менән ҡала буйлап рейдҡа сығыу ғына түгел, ә хеҙмәттең оператив бүлегенең эше менән дә танышыу. Уны “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең “йөрәге” тип юҡҡа ғына атамайҙар: баш ҡаланың һәр мөйөшөнән, яҡын-тирәләге райондарҙан шылтыратыуҙар тап ошонда килә, белгестәр тарафынан бригада туплана һәм ярҙамға оҙатыла. Смена һайын диспетчерҙарҙың эшен (улар тиҫтәнән ашыу, барыһының да медицина белеме бар) ике баш табип көйләй. Ярҙам тураһындағы ҡарар – тап уларҙың бурысы.
Күҙәтеп торам: оператив бүлектең эше бер минутҡа ла тынмай. Шылтыратыуҙар яңғырай, диспетчерҙар мәғлүмәт туплай, өлкән табиптар менән кәңәшләшә… Был сменала яуаплы эш Михаил Калинин менән Наталья Тарба иңенә йөкмәтелгәйне. Икеһе лә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә тиҫтәләрсә йыл эшләгән, тәжрибәле, абруйлы табиптар.
Эшләгән кешеләрҙе борсорға уңайһыҙланып, буш минут аулап, Михаил Александровичтың эргәһенә барам. Тын ғына әңгәмәләшәбеҙ. Совет заманындағы медицина ярҙамы кимәле менән бөгөнгөнө сағыштыра алған тәжрибәле табип һәр йәһәттән ҡыҙыҡлы әңгәмәсе, уны профессиональ проблемаларҙан тыш, ижтимағи-сәйәси мәсьәләләр ҙә борсой.
Ғүмер ҡыл өҫтөндә ҡалһа, бөтөн өмөт – уларҙа…– Кешеләр, ғәҙәттә, кисектергеһеҙ ярҙам менән ашығысты бутай, – ти ул. – Тәүге төр хеҙмәт поликлиникаларға беркетелгән бригада тарафынан күрһәтелә, участка табибы ауырыуҙың йортона бара. Хәленә ҡарап, сирлегә дауалау билдәләй. Был эш көн дауамында тормошҡа ашырыла. “Ашығыс ярҙам” иһә тәүлек әйләнәһенә эшләй, кешегә тәүге ярҙам күрһәтә, талап ителгән осраҡта дауаханаға оҙата. Дауалау билдәләмәй, участка табибы билдәләгәнде үтәү ҙә улар өсөн мотлаҡ түгел. Ғөмүмән, беҙҙең хеҙмәт таянған ҡануниәтте, норматив акттарҙы, ҡарарҙарҙы, ҡағиҙәләрҙе алһаҡ, уларҙың һаны ике меңдән ашып китә…
Һөйләшеүҙе бүлеп, телефон шылтырай. Диспетчер табипҡа мөрәжәғәт итә: “Тағы ла “теге” пациентҡа саҡырталар, хәле хөртәйгән…” Мөрәжәғәт Черниковка биҫтәһендәге ярҙамсы станцияға йүнәлтелә, бер нисә минут эсендә ундағы “Ашығыс ярҙам” сирле янына йүнәләсәк. Ул арала Михаил Александрович компьютерҙа шылтыратыу тарихын күрһәтә: 40 йәштәрҙәге ир әсәһе менән йәшәй, күрәһең, эсергә яраталыр. Хәле насар, эсе ауырта, ҡан ҡоҫа. Әсә уға өс көн эсендә “Ашығыс ярҙам”ды туғыҙ тапҡыр саҡырған, тик ир медицина хеҙмәткәрҙәрен яҡын да ебәрмәй, даулаша, хаяһыҙлана. Ҡатмарлы осраҡ: медицина хеҙмәткәрҙәре, саҡырғас, бармайынса ла булдыра алмай, әммә шул уҡ ваҡытта теләмәгән кешегә мәжбүри ярҙам да күрһәтеп булмай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәлдең нимә менән тамамланғанын белмәйем. Хәйер, әйтеүҙәренсә, оҡшаш хәлдәр көн дә тиерлек булып тора, медицина хеҙмәткәрҙәренә нимә генә күрергә һәм ишетергә тура килмәй – үҙҙәре генә белә.
СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, барлыҡ ғүмерен кешеләрҙе ҡотҡарыуға арнаған Михаил Александрович һуңғы йылдарҙа ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәтенә йәштәрҙең эшкә килергә теләмәүен, килгәндәрҙең дә көсөргәнешкә, ауыр эшкә оҙаҡҡа түҙмәүен, ә элекке кадрҙарҙың олоғайыуын телгә ала. Әйткәндәй, табиптың улы ла атай һөнәрен һайлаған – ҡала дауаханаларының береһендә травматолог булып эшләй.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улымдың курсташтары үҙҙәрен икенсе юҫыҡта эҙләп ҡарарға мәжбүр: кем үҙ эшен асҡан, кем ялланып эшләй, тигәндәй. Бының төп сәбәбен табиптарҙың эш хаҡы түбән, ә эштең үтә көсөргәнешле булыуынан күрәм. Германияла беҙҙең хеҙмәттәштәр уртаса 120 – 150 мең марка, Францияла 220 – 250 мең франк алып эшләй. Беҙҙә иһә 20-30 мең һум самаһы ғына, – ти ул. Медицина кадрҙарын әҙерләү сифатының да һуңғы йылдарҙа ҡырҡа түбәнәйеүен әсенеп билдәләй Михаил Калинин.
Оператив бүлектең үҙ кардиологы ла бар. Дөрөҫөрәге, бында тәүлек әйләнәһенә дистанциялы кардиология пункты эшләй. Был юлы заманса йыһазландырылған кабинетта табип Любовь Боголюбова дежурҙа ине. Эштең асылы түбәндәгесә: “Ашығыс ярҙам” бригадаһы сирлегә урында кардиограмма яһай, мәғлүмәтте кәрәҙле телефон аша пунктҡа оҙата, табип сирленең хәлен билдәләй, кәңәштәрен бирә. Күҙәтеп торһаң, ҡыҙыҡ кеүек: Өфөнөң теге осондағы ауырыуҙың йөрәк тибешен һанаулы минуттарҙа ошонда еткерәләр, уның яҙмышы – табиптар ҡулында…

Беҙҙе көтәләр!

Үҙәк ярҙамсы станция ике ҡатлы бинала урынлашҡан. Тимәк, 145 медицина белгесе (уларҙың 28-е – табип, ҡалғандары – фельдшер), 75 водитель, 2 механик алмашлап, тәүлек әйләнәһенә ошо пункттан кешеләргә ярҙамға ашыға тигән һүҙ. Тығыҙ бүлмәләр, тар коридор. Эш араһында ҡапҡылап алырға буфет, дежур булғанда бер аҙ ял итеү өсөн ял бүлмәһе бар. Һәндерәләр казармалағыса тығыҙ итеп теҙелгән, кейем-һалым шкафтары, һыуытҡыс, телевизор – артыҡ бер нәмә лә юҡ.
...”Экскурсия”ны бүлеп, хәбәр итәләр: кардиобригада саҡырыу буйынса сыға, миңә лә – рөхсәт. Беҙҙе Өфө үҙәгендәге фатирҙарҙың береһендә көтәләр. Борсоулы ханым шылтырата: иренең ҡан баҫымы өсөнсө көн дауамында юғары, башы сыҙап торғоһоҙ ауырта, хәле юҡ. Бөгөн иртән иһә, хәле хөртәйеп, ауыҙы салышайғандай тойолғас (инсульт билдәһе), ханым түҙмәгән, тағы ла “Ашығыс ярҙам” номерын йыйған. “Тағы ла” тиеүемдең ғилләһе шунда: бында һәр мөрәжәғәт компьютерҙа теркәлә бара, шылтыратыуҙарҙың ҡайҙан, ҡасан, кемдән һәм ниндәй номерҙан килгәнлеге билдәле, тип әйткәйнем инде. Ҡыҫҡаһы, абоненттың нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткәнлеге күренеп тора. Үрҙә телгә алған ханым медицина хеҙмәткәрҙәрен бығаса ике тапҡыр саҡыртҡан булған, әммә ауырыу дауаханаға барыуҙан баш тартҡан.
Шулай итеп, “киреләнгән” ағайға ярҙамға ашыҡтыҡ. Бригада кардиологтан, шәфҡәт туташынан, шоферҙан һәм минән тора. Пациентта шик тыумаһын өсөн, аҡ халат кейергә тура килде. Уҙамандың хәле, ысынлап та, шәптән түгел. Шәфҡәт туташы анализдар алды, шунда уҡ кардиограмма эшләнеләр. Күрһәткестәр хәүефле: пациентҡа дауахана шарттарында дауаланыу фарыз. Әммә ағай ауыртыуҙы баҫҡан, ҡан баҫымын төшөрә торған бер генә укол яһарға үтенә, дауахананан тағы ла баш тарта. Эргәһендә – өлтөрәп торған ҡатыны менән улы, уларҙың көйәләнеүен бар тип тә белмәй. Ул ғынамы һуң! Ағайҙың ҡарашынан ергә һеңерҙәй булаһың – яҡындарына бер күтәрелеп ҡараһа, тегеләр шып-шым ҡала. Баҡһаң, шәхси фирмаһына етәкселек иткән, ҡарап тороуға үҙен донъяның ысын хужаһылай итеп тотҡан мөһабәт кәүҙәле ир табиптарҙан ҡурҡа икән!
Алтынсы тиҫтәне ваҡлаған ағайҙың бығаса бер тапҡыр ҙа (!) участка поликлиникаһына мөрәжәғәт иткәне юҡ, уға хатта махсус карточка ла асылмаған. Ҡан алғанда, укол яһағанда ифрат шөрләй, хатта иҫтән ауыуы ихтимал, имеш. Вәт һиңә мә! Шуға күрә ул: “Ошонда ятып үлергә ризамын, тик дауаханаға бармайым!” – тип ҡырталаша. Ирҙең хәлен еңеләйткәнсе, ҡатыны иламһырап та алды – инандырып булманы. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә өгөтләү менән мәшғүл булды – бушҡа ғына. Аптырағас, “үҙ теләгем менән баш тарттым” тигән ғариза яҙҙырып, кире базаға йүнәлдек.
Юл ыңғайы кардиолог Вероника Саховская менән әңгәмәләшәм. Ул – тәжрибәле табип, һуңғы 11 йылда “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә эшләй. Махсус ҡорамалдар һәм дарыуҙар тултырылған ун килограмлыҡ сумканы һөйрәргә, ауырыуҙарҙы носилкаға һалып ташырға тура килә. “Шулай ҙа эшемде яратам, хеҙмәттәштәремә лә күңелем күптән береккән”, – ти ул. Әйткәндәй, шәфҡәт туташы Тамара Богданова ла “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә 26 йыл эшләй, ошо осорҙа ниндәй генә сирлеләрҙе күрергә тура килмәгән уға. Хәҙер ул – тәжрибәле, хеҙмәттең йөҙөн билдәләгән белгестәр рәтендә.

Нисек түҙергә?

Ярҙамсы станцияға ҡайтып бер аҙ ял итергә лә өлгөрмәнек, икенсе бригада менән тағы бер саҡырыуға юлландыҡ. 14 йәшлек үҫмерҙең эсе ауырта, үҙен насар тоя. “Ашығыс ярҙам”ды әсәһе саҡыртҡан. Был юлы юлдаштарым – ике йәш кенә фельдшер. Рудаль Баһауовтың эш стажы – өс йыл, медицина училищеһын тамамлағандан һуң туп-тура ошонда эшкә килгән. Рәмзиә Нартдинова иһә хеҙмәт юлын башлап ҡына тора, бер үк ваҡытта юғары медицина белеме ала. Тыумышы менән Балтас районынан, яңыраҡ кейәүгә сыҡҡан. “Иремдең эш хаҡы юғары, донъя көтөргә етә, шулай ҙа мин эшһеҙ ултыра алмайым, кешеләр менән аралашып, үҙемде кемгәлер кәрәк итеп тойоп йәшәүҙе хуп күрәм”, – ти ул. Юл ыңғайы Рәмзиә имен булмаған ғаиләләргә, наркомандарға ярҙамға барған хәлдәрҙе һөйләй, әммә иң ҡатмарлы осраҡтар ҙа эшемдән баш тартырға мәжбүр итмәйәсәк, ти. Бәләкәй генә буйлы, нескә генә ҡыҙҙың ҡыйыулығына ирекһеҙҙән һоҡланып ҡуям.
Заманса иркен, зауыҡ менән йыйыштырылған фатирҙа беҙҙе тәкәббер, дорфа ханым ҡаршы алды. “Хәлһеҙ” тигән малайыбыҙ кәнәфиҙә телевизор ҡарап ята ине. Сирләүен-сирләһә лә, әсәһе бәйән иткәнсә, эш ул тиклем хөрттән түгел.
– Бына ошондай дарыуҙар бирҙем. Һеҙ улар менән танышмы? – Әсә кеше фельдшерға ышанмағанын тағы берҙе күрһәтергә теләгәндәй, ҡиммәтле ҡаптарҙы өҫтәлгә ташлап ебәрҙе. – Һеҙҙең вазифағыҙ кем? Фельдшер ғынамы? Ә ҡайҙа табип? Ниндәй мәғәнәһеҙ һорауҙар бирәһегеҙ? Балам ауырый тип торам бит!
Ҡатын өй буйлап шарт-шорт баҫып йөрөй, фельдшерҙың ябай ғына һорауҙарына ла яуап биргеһе килмәй. Уға дауаханаға барырға, улына анализдар тапшырырға тәҡдим итәләр. Ҡатын риза: поликлиникаға йөрөгәнсе, былай сирҙең сәбәбен күпкә тиҙерәк асыҡларға була. Улар йыйынғансы, фельдшерҙар менән әңгәмәләшәбеҙ.
– Бына күрҙегеҙме, – ти Рудаль. – “Ашығыс ярҙам”ды саҡырғас, килмәйенсә сара юҡ. Ысынбарлыҡта иһә, поликлиникаға барып йә табип саҡыртып хәл итеп була торған осраҡ. Ҡайҙалыр ярҙамға ысынлап мохтаждар, ә беҙ ҡайһы саҡта “таксист” булырға мәжбүрбеҙ.
Дауаханаға тиклем һауалы ханым менән барғы килмәй: Рәмзиә менән автомобилдең алғы ултырғысына, водитель янына ҡунаҡлайбыҙ. “Шундай мөнәсәбәткә нисек түҙергә мөмкин?” – тип Рәмзиәнән һорайым. Ҡағиҙә буйынса “Ашығыс ярҙам” вәкилдәре сирлеләр менән бәхәсләшергә, хәҡиҡәтте иҫбатларға тейеш түгел – пациент һәр саҡ хаҡлы, тип аңлата ул. Был ғына нимә, урам берәҙәктәре, иҫеректәр, психик сирлеләр һәм йәмғиәтебеҙҙең башҡа шундай “кире элементтары”нан ниҙәр генә күрергә тура килмәй икән. Хоҙай түҙем бирһен!
18-се дауаханаға килеп еткәнсе, сирле үҫмер һәм уның әсәһе менән бергә килгән Рудаль “тәрбиәүи һөйләшеү” алып барған, күрәһең: ҡатын, автомобилдән төшкән ыңғайы, беҙҙән ҡыҙыулығы өсөн ғәфү үтенде. Беҙ Рәмзиә менән хатта аптырап ҡалдыҡ: намыҫы уянған кешеләр ҙә була икән! Шулай ҙа кәйеф ифрат күтәрелеп китте.

Төп бәлә – битарафтар һәм тығындар

“Ашығыс ярҙам” автомобилдәренең барыһы ла заманса ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылған. Был бригаданың ниндәй урамда йөрөгәнен, ҡайҙа нисә минут торғанын, хатта бензин күләмен онлайн режимда белеп торорға ярҙам итә. Махсус диспетчер ярҙамсы станцияла компьютер аша күҙәтеп ултыра, ҡайһы бер автомобилдәрҙе юл ыңғайы икенсе саҡырыуҙарға ебәреүе лә ихтимал. Һәр автомобилгә видеокүҙәтеү ҙә ҡуйылған. Әммә был яңылыҡтар замандың икенсе бәләһенән – юлдағы тығындарҙан ҡотолорға бер нисек тә ярҙам итә алмай шул! Бер нисә водитель менән әңгәмәләшкәйнем, улар ҡала урамдарынан йөрөү бик ҡатмарлы булыуына, күптәрҙең “Ашығыс ярҙам” автомобиленә юл бирергә теләмәүенә, ҡайһы бер яңы йорттарҙың хужалары үҙ белдеге менән юлдарҙы ҡамап ҡуйыуына, ихаталарҙың ҡараңғылығына, яҡтыртылмауына зарланып торҙо.
Оператив бүлек табибы Зимфира Фәнил ҡыҙы Друзина менән дә әңгәмәләшергә ваҡыт табабыҙ. Ул үҙ эшенең оҫтаһы, оҙаҡ йылдар саҡырыуҙарға йөрөгән, табиптарҙың консультатив хеҙмәтендә эшләгән. Хәтерендә – тиҫтәләгән ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр, әйткәндәй, берәүһен һеҙгә лә тәҡдим итәм (аҫта уҡығыҙ). Оператив бүлек фельдшеры Риф Ғиззәтов та – уникаль шәхес, уны “беҙҙең энциклопедия” тип йөрөтәләр. Эш шунда: Риф Рухлыбаян улы баш ҡаланың һәр урамы, тыҡрығының исемен генә белеп ҡалмай, ә уларҙың ҡайҙа урынлашҡанын, йорттарҙың тәртибен яттан белә. Файҙалы мәғлүмәтте махсус журналдарға туплай бара. Әйткәндәй, ҡатыны ла табип, дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Оператив бүлек етәксеһе Марсель Ихсановҡа иһә айырым рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ: “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте менән үткәргән көндө ойоштороу йәһәтенән уның ярҙамы ҙур булды. Әйткәндәй, Марсель Әүзаһит улы – йәш табип, һөнәре буйынса – травматолог.
– Хеҙмәт юлын тап “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенән башлағанға үкенмәйем, – ти ул. – Бында тәжрибә туплаған табиптарға баһа юғары, артабан ҡайҙа ла эшләргә була.
…Көн үтеп тә бара. Арыным, дөрөҫөн әйткәндә. Көсөргәнеш иҫ китмәле ҙур: дәрт-дарманды эшеңде еренә еткереп башҡарыу, сит кешеләргә ярау, тәүлек әйләнәһенә ҡала ҡыҙырыу өсөн еткерергә кәрәк. Асылда иһә, “Ашығыс ярҙам” белгестәре табип, психолог, социаль хеҙмәткәр һәм башҡа һөнәр кешеләренең дә үҙенсәлектәрен берләштерә. Эйе, “аҡ халатлылар”ҙы әрләүе генә еңел, улар менән бер генә көнөгөҙҙө үткәреп ҡарағыҙ… Бына ҡайҙа кәрәк ул ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы! Уларға уңыштар, түҙемлек, күңел тыныслығы теләйем.

Зимфира Фәнил ҡыҙы Друзина һөйләгән тарихтан:

— “Ашығыс ярҙам”ды оло йәштәге бабай саҡыртты: әбейенең хәле насар, йөрәгенә зарлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көсөргәнешле мәл ине, белгестәр етмәгәс, юлға бер үҙемә сығырға тура килде. Барып еткәс шул асыҡланды: әбей менән бабай ныҡ ҡына низағлашҡан, мөнәсәбәт асыҡлаған. Әбей хәлһеҙләнеп йығылған. Мин уның менән булашҡансы, бабай ҡайҙалыр юғалды. Ваннаға инеп киткәндәй тойолдо, әммә 10-15 минут самаһы ваҡыт үтте – ул юҡ та юҡ. Әбейгә укол яһағас, ипләп кенә ванна ишеген ҡағам: бабай тауыш бирмәй! Ҡот осто, әммә күрәһеләрем алда булған икән… Бәхетемдән, йортҡа ҡарттарҙың улы килеп инде – уға ла шылтыратҡан булғандар, күрәһең. Хәлде аңлатҡас, ир ванна ишеген емерергә тотондо. Унда иһә… бабай муйынын элмәккә тыҡҡан! Баҡһаң, әбейемде үлтерҙем, тип уйлаған икән. Улы уны ҡырҡып төшөрҙө – бабай тере ине. Мин иһә станцияға шылтыраттым, ярҙамға тағы бер бригада саҡырҙым. Ул килгәнсе, әбей менән бабай араһында сабып йөрөргә, икеһенә лә ярҙам күрһәтергә тура килде. Аҙаҡ ҡарттарҙы ике бригада менән төрлө дауаханаларға оҙаттыҡ. Бына шундай хәлдәр ҙә була. Ошонан һуң оҙаҡ тыныслана алмай йөрөнөм, был тарихты әлегәсә онотмайым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Аспирант
    Аспирант от 26.01.2013, 10:57
    Иң һәйбәт публикация! Афарин, Гүзәлиә Балтабаева!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 102

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 456

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 990

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 899

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 660

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 246

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 565

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524