Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Быйыл пенсия өлкәһендә ниндәй яңылыҡтар көтә?
1 ғинуарҙан Чернобыль АЭС-ында, "Маяк" заводында, Теча йылғаһына ядро ҡалдыҡтары төшөү арҡаһында, шулай уҡ Семипалатинск полигонында ядро һынауҙары осоронда зыян күргән кешеләргә аҡсалата компенсация артасаҡ. Айлыҡ түләү менән компенсация 5,5 процентҡа индексацияланасаҡ һәм, күләм категорияһына ҡарап, 47 һумдан алып 23 500 һумғаса тәшкил итәсәк.

1 ғинуарҙан әсәлек (ғаилә) капиталы күләме 5,5 процентҡа индексацияланасаҡ һәм 408 мең 960 һум тәшкил итәсәк.

1 апрелдән федераль льготаға эйә булыусылар пенсия менән бергә алған айлыҡ аҡсалата түләүҙәр 5,5 процентҡа артасаҡ.

Мотлаҡ пенсия страховкаһына стараховка иғәнәһенең төп тарифы — 22 процент, ә мотлаҡ медицина страховкаһына 5,1 процент кимәлендә ҡаласаҡ. Мотлаҡ пенсия страховкаһы системаһына страховка иғәнәһе түләнәсәк йыллыҡ эш хаҡының иң юғары күләме 568 мең һум тәшкил итәсәк. Ошонан күберәк эш хаҡы алыусылар 10 процент иғәнә түләйәсәк.

Үҙенә эшләгән кешеләр өсөн мотлаҡ пенсия түләүҙәре күләме икеләтә арта. Ул хеҙмәткә түләүҙең бер минималь күләменән түгел, ә икеләтә күләменән сығып иҫәпләнәсәк. 1 ғинуарҙан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 5 205 һум тәшкил итә. Тимәк, нотариустар, адвокаттар, шәхси эшҡыуарҙар һәм ошо төркөмгә ингән башҡа кешеләр йыл буйы 32 479,2 һум түләйәсәк (5205 һум х 2 х 26 % х 12). Айына 2706, 6 һум килеп сыға. Мотлаҡ медицина страховкаһына тариф үҙгәрмәй. Ул йылына 3185,5 һум тәшкил итә. Йыллыҡ социаль түләүҙәр 35664,7 һумға тиң буласаҡ.

Быйылғы йылдан зарарлы һәм хәүефле производстволарҙа эш урындары тәҡдим иткән эш биреүселәр өсөн өҫтәмә тариф ғәмәлгә индерелә. 1-се исемлеккә индерелгән эш урындары өсөн өҫтәмә рәүештә — 4, икенсе һәм "бәләкәй" исемлектәр буйынса 2 процент түләргә тура киләсәк.

Пенсия фонды былтыр "бәхет хаттары"н һуңғы тапҡыр ебәрҙе. Конверттар, белдереүҙе баҫыу, почта хеҙмәттәре өсөн фонд 3 миллиард һум аҡса сарыф иткән. Шуға күрә бындай хеҙмәт төрөн туҡтатырға ҡарар ителде. Пенсия иҫәбенең торошон дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы (www.gosuslugi.ru) аша күҙәтергә мөмкин. Ихтыяж тыуһа, Рәсәйҙең Пенсия фондына һорау ебәреп, шәхси иҫәптән өҙөмтә алырға була.

Пенсияны дәүләт менән берлектә финанслау программаһы ғәмәлгә инеү срогы тамамланғанға тиклем туғыҙ ай ҡала. 1 октябргә тиклем программаға ҡушылған осраҡта буласаҡ пенсияға дәүләттән 1:1 принцибы буйынса өҫтәмә алырға мөмкин (йылына иң күбе 12 мең һум күләмендә). Бының өсөн Пенсия фондына ғариза бирергә һәм бер тапҡыр булһа ла үҙ аҡсаңдан иғәнә түләргә кәрәк. Программала эш биреүсе лә ҡатнаша ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529