Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә!
Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә!“Буйың бигерәк тәпәш, үтә лә сибекһең, һинән ниндәй уҡытыусы сыҡһын, — тип ҡаршы ала бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған һәм тәүге тапҡыр эшкә урынлашырға килгән йәш белгесте Оло Ыҡтамаҡтағы лицей директоры. — Уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе оҙон буйлы, бик теремек, шуҡ, һин уларҙы тыңлата алмаҫһың...”

“Улайһа, уны үҙем эшкә алам, — тип әйтеп һала шул саҡ бығаса шым ғына ситтә баҫып торған күрше мәктәп директоры. — Эш буйҙа түгел бит, ә был ҡыҙҙың яҡшы уҡытыусы булып китәсәгендә һис шигем юҡ”. Коллегаһының һүҙҙәрен ишеткәс, лицей директоры ҡыҙға иғтибар менән ҡарап тора ла: “Юҡ, ул беҙҙә уҡытасаҡ”, — тип белдерә.
32 йыл элек була был хәл. Шул иҫтәлекле көндән алып Мәсетле районының Аҡа ауылында тыуып үҫкән Рәйсә Мофаззалова ауыл уҡытыусыһы булып китә. Өлкән кластарҙа математика дәрестәрен алып бара. Ентекле әҙерләнеп, төрлө сығанаҡтан алынған мауыҡтырғыс мәғлүмәттәрҙе оҫта ҡулланып, һәр дәресен мауыҡтырғыс итеп, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатына ынтылып үткәрә. Маҡсатына өлгәшә лә. Уның уҡыусылары район һәм республика олимпиадаларында ҡатнаша, еңеүсе лә була.
Рәйсә Рәйес ҡыҙы әйтеүенсә, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн үҙ һөнәреңде тәрән үҙләштереү, даими рәүештә белемеңде камиллаштырыу, уҡыусыларыңды яратыу, уларҙың киләсәк яҙмышына битараф булмау бик мөһим. “Арҙаҡлы педагогтарҙың асыштарын, алдынғы ысулдарын өйрәнәм дә, уларҙың хеҙмәттәренән үҙемә иң-иң оҡшағандарын һайлап алып, дәрестәремде шуларға таянып ойошторам”, — ти Рәйсә Рәйес ҡыҙы. Ул уҡытҡан лицей районда ғына түгел, тотош төбәктә иң көслөһө тип танылған. Тимәк, уҡытыусыларға талап та юғары.
Был ауыл уҡытыусыһына дәрт һәм сәм өҫтәй. Хәйер, тырышлыҡ, маҡсатҡа ынтылыш кеүек ҡиммәттәрҙе Рәйсә Мофаззаловаға бала сағында уҡ ата-әсәһе һеңдергәндер. Атаһы Рәйес Хатмулла улы Ғиниәтов заманында “Әй” совхозының алдынғы малсыһы булған, әсәһе Зөһрә Ҡолмөхәммәт ҡыҙы — алдынғы һауынсы, райондың почетлы гражданы, төбәктә легендар шәхес, Ленин, “Октябрь Революцияһы”, “Ҡыҙыл Байраҡ” ордендары кавалеры. Был йәһәттән Рәйсә Рәйес ҡыҙы ла әсәһенән ҡалышмай тип әйтерлек: ул — халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Район етәкселеге һәм республиканың Мәғариф министрлығы тарафынан бирелгән маҡтау грамоталары байтаҡ уның.
Яңыраҡ арҙаҡлы ауыл уҡытыусыһының киләсәк быуынды лайыҡлы тәрбиәләүгә арналған хеҙмәте тағы бер юғары награда менән билдәләнде — уға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде. “Бейеклектәргә өлгәшеү еңел булмай, ә шул үрҙе һаҡлап ҡалыу тағы ла ауырыраҡ”, — ти Рәйсә Мофаззалова. Һәм, эштең буйҙа түгел, йөрәктә икәнлеген иҫбатлауын дауам итеп, ең һыҙғанып эшләй ҙә эшләй...
Мәсетле районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 112

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 465

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 099

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 909

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 668

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 254

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 576

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 530