Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дарыуҙары йәнгә шифа
Дарыуҙары йәнгә шифаКүптәр хәтерләйҙер әле: дыуамал 90-сы йылдарҙа мәкерле дифтерия сире, ҡапыл баш ҡалҡытып, байтаҡ ғаиләне фажиғәгә тарытты, хатта йәш-елкенсәкте лә аяманы. Кинәт кенә таралған йоғошло сир медиктарҙы ғына түгел, бөтөн йәмәғәтселекте хафаға төшөрҙө.

Был иҡтисади, сәйәси яҡтан тотороҡһоҙ осорҙа прививкалар өсөн вакциналар етештереү предприятиелары сараһыҙҙың көнөнән эштәрен туҡтатырға өлгөргәйне. Йоғошло сирҙең таралыу тиҙлеге иҫ киткес юғары: ҡоралһыҙ-ниһеҙ ҙә йөҙәрләгән, меңәрләгән кешене ҡырып һалыуы, әллә күпме ғаиләне ҡара ҡайғыға батырыуы ихтимал ине. Ә иҡтисади юғалтыу хаҡында һөйләп тораһы ла юҡ. Халыҡты афәттән бары ваҡытында яһалған прививкаларҙың ғына ҡотҡара алыуы көн кеүек асыҡ.
Бәхеткә күрә, Өфөләге иммунибиологик препараттар һәм дарыуҙар етештереүсе "Иммунопрепарат" предприятиеһының вакциналар етештереүҙе дауам итеүе хәлдең эпидемияға әүерелеүенән һаҡлап ҡалды.
— Беҙҙең препараттарға ихтыяж да, ҡыҙыҡһыныу ҙа бермә-бер артты, хаҡтар ҙа күтәрелде, — тип һөйләй ул хәүефле осор хаҡында предприятиеның производство буйынса директор урынбаҫары Наил Заһиҙуллин. — Медицина препараттары, ҡаты сирҙәрҙе иҫкәртеүҙән, дауалауҙан тыш, ил именлеген һаҡлаусы ышаныслы ҡорал да булып тора.
Ботулизм, дифтерия, быума йүтәл, һын ҡатыу, ҡотороу һәм башҡа үтә хәүефле сирҙәр хаҡында бөгөн белмәгән кеше һирәктер. Ә бынан йөҙ йыл самаһы элек эш башлаған Бактериология институты хеҙмәткәрҙәренә халыҡ араһында бактериологик белем таратыу буйынса байтаҡ көс һалырға тура килгән. Хатта дәһшәтле һуғыш йылдарында ла ғилми-тикшеренеү эше туҡтатылмаған, йоғошло сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуйылмаған. Институт нигеҙендә "Иммунопрепарат" ғилми-Дарыуҙары йәнгә шифатикшеренеү берекмәһе үҫеп сыға, хәҙер ул — "Микроген" ғилми-тикшеренеү берекмәһенең филиалы. Халыҡ-ара "Канн көмөш миҙалы", "Европаса сифат" һәм Рәсәй предприятиелары араһында "Алтын Гермес" приздары менән наградланған, "ХХI быуат флагманы" тигән почетлы исемгә лайыҡ предприятие бөгөн дә илдең һәм халҡыбыҙҙың именлеге һағында уяу тора.
"Иммунопрепарат" 2014 йылдан халыҡ-ара GMP стандарттарына ярашлы яңыртылған производство шарттарына күсмәксе. Яңыса эш шарттарын нисек күҙ алдына килтерергә һуң?
— Беренсенән, предприятие үҙгәртеп ҡороласаҡ, заманса технологиялар менән йыһазландырыласаҡ. Һәр препарат дарыуханаға барып еткәнсе күҙәтеү аҫтында була, етештереү барышында эштең һәр этабы ентекле контролгә алына, һәр операцияның күпме минутта башҡарылыуы, тотош эш процесы тулыһынса документта сағылыш табасаҡ. Һүҙ ҙә юҡ, ҡағыҙ эше лә, сифатҡа талап та артасаҡ. Тәү сиратта иң ҙур табыш килтереүсе киҙеүгә ҡаршы вакциналар етештереү цехын үҙгәртеп ҡорасаҡбыҙ. Европа стандарттарына күсеү ғәйәт ҙур сығым талап итә, әммә эште яңыса ҡормайынса үҫеш булмаясаҡ, — тине Наил Велен улы.
Быйыл предприятие яңы продукция — менингококк вакцинаһы етештереүҙе үҙләштергән. 2013 йылда тағы ла бер мөһим яңы дарыуҙы эшләү маҡсаты ҡуйылған. Ампулаларҙа һәм флакондарҙа сығарылыусы "Иммунован — ВП-4" препараты тын юлдары, аллергия, киҫкен һәм хроник тире сирҙәрен (шул иҫәптән фурункулез, пиодермия һ.б.) һәм башҡа етди ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланыласаҡ.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл һайын Ер йөҙөндә биш йәшкә тиклемге 4,4 миллион сабый йоғошло сирҙәрҙән һәләк була. Ғалимдар әйтеүенсә, балаларҙың иртә үлем осраҡтарын антибиотиктар ярҙамында байтаҡҡа ҡыҫҡартырға мөмкин булыр ине, әммә был дарыуҙар тәьҫирлелеген оҙаҡ һаҡлай алмай, сөнки бактериялар уларға йәһәт яраҡлаша. 10 — 20 йылдан һуң барлыҡ микроорганизмдың да антибиотиктарға ҡаршы тотороҡло нығыныуы ихтимал. Шуға күрә ғалимдарҙың яңынан-яңы дауалау алымдарын эҙләүе ғәжәп түгел. Бактериофаг — тап шундай хәүефһеҙ һәм зарарһыҙ дарыуҙарҙың береһе. Төрлө тикшеренеүҙәрҙе уңышлы үткән ошо препаратты ла алдағы йылдарҙа "Иммунопрепарат"та күпләп етештереү күҙаллана.
Сифатты контролләү бүлеге начальнигы Татьяна Перетрухина әйтеүенсә, дарыу етештереүҙә файҙаланыусы сеймал, һыу, ҡап һәм флакондарҙың барыһы ла хәүефһеҙлеккә оло һынау үтә. Өҫтәүенә, ҡаптарға һалынғас, ауырыуҙарҙы ялған препараттарҙан аралау, кеше сәләмәтлеген һаҡлау өсөн ышаныслы галограммалар йәбештерәләр.
Йәш инженер-химик Константин Константинов үҙе ҡулланған өр-яңы ҡатмарлы аппараттың нескәлектәрен, серҙәрен төшөндөрөргә тырышты. Ғөмүмән, ҡан препараттары етештереү иммунобиологияла үтә ауыр, ҡиммәткә төшөүсе хеҙмәт икән. Был өлкәлә иң яңы ҡорамалдар, фильтрлау һәм хроматографик таҙартыу ысулдары ҡулланыла. Ошо эштең нисек башҡарылыуына ҡарап, ҡандың ойошоуын арттырыусы һәм ҡан баҫымын түбәнәйтеүсе берләшмәләрҙән, шулай уҡ липидтарҙан таҙартыу сифатын да билдәләргә була. Яңы танышыбыҙ әҙер препараттағы аминокислоталарҙың нормала ҡаралған талаптарға ярашлылығын, физик һәм химик үҙенсәлектәрен тикшерә. Белгес эшенең үтә яуаплылығын бик яҡшы аңлай. "Инглиз телен камил белеү, компьютер менән "дуҫ" булыу мөһим", — ти ул.
"Иммунопрепарат"та етештерелгән дарыуҙарҙы "милләттең сәләмәтлеге нигеҙе, йоғошло сирҙәргә ҡаршы ышаныслы ҡалҡан", тип атау һис арттырыу булмаҫ, сөнки халыҡтың санэпидемиологик хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе, мөһим стратегик бурысты йөкмәгән предприятие тәү сиратта Милли календарға ингән йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү прививкаларын һәм вакциналарын етештереүҙе күҙ уңында тота.
Предприятиеның матбуғат секретары Гүзәл Йосопова һөйләүенсә, бынан ике йыл элек Мәскәүҙә презентация үткән, сифаты буйынса заман талаптарына тулыһынса яуап биргән, "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары" билдәһен алған "Иммуновенин" препараты киләһе йылда тағы ла күберәк күләмдә етештереләсәк. Үҙебеҙҙең ғалимдар, белгестәр ҡатнашлығында эшләнгән был юғары тәьҫирле иммунобиологик сара үтә ауыр үтеүсе бактериаль һәм вируслы сирҙәргә ҡаршы көрәштә киң файҙаланыласаҡ.
GМР халыҡ-ара стандарттарына яуап бирәсәк дарыуҙарҙың Рәсәй төбәктәренә генә түгел, сит илдәргә лә юл ярыуы икеләндермәй.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Фото: В. Карабанов


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Уҡыусы
    Уҡыусы от 26.12.2012, 18:34
    Һеҙҙең гәзиттә температура - 6-13, " КП Уфа" ла - 26, ,"Шоңҡар" журналында -19. Кемгә ышанырға?






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 105

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 460

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 994

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 903

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 663

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 250

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 569

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527