Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иҫке мәсьәләгә яңыса ҡараш
Хөкүмәт йортондағы был кәңәшмә ғәҙәттәгесә башланманы: район, төрлө ведомство етәкселәре тулы залдың трибунаһына инвалид бала тәрбиәләүсе Рәсимә Әлимғолова сығып баҫты...

Физик мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе әсәләрҙең исеменән сығыш яһап, ул Хөкүмәт ҡарамағындағы координацион совет ағзаларына үҙҙәренең тәҡдимдәрен дә иҫәпкә алыуҙы һораны. Ғәҙәттә отчет биреүҙәргә ҡоролған совет ултырышы был юлы йәнле кәңәшләшеү ҡорон хәтерләтте. Республикала әле 13,5 мең ғаиләлә 14 меңдән ашыу инвалид бала тәрбиәләнә, ә 471-е — балалар йортонда, Хөкүмәт тәьминәтендә.
Кәңәшмәне алып барыусы Премьер-министр урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙән төрлө үтенес, һорауҙар менән тулы хаттар ағымы һис кәмемәй. Ауыр хәлдә ҡалған яңғыҙ әсә проблемалары менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, артабан тормошто яйлау, баланы тәрбиәләү өсөн ниҙәр эшләргә белмәй ҡаңғыра. Рәсимә Рәйес ҡыҙын диагнозды классификациялау, техник реабилитациялау сараларының түбән сифаты, шифаханаларҙа һауыҡтырыу мөмкинлегенең сикләнгәнлеге, реабилитация үҙәктәренең аҙ булыуы ла бик борсой. “Инвалид бала йәмғиәт тормошонан һис тә ситтә ҡалырға тейеш түгел”, тип иҫәпләй әсә. “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙарында беҙҙең проблемаларҙы, аһ-зарҙы күрһәтеү урынына физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың нисек ауырлыҡтарҙы еңеп, уңышҡа өлгәшеүе хаҡында һөйләһәгеҙ, фәһемлерәк булыр ине”, — тигән фекер ҙә яңғыраны. Лилиә Ғүмәрова ултырышта күтәрелгән күпселек мәсьәләләрҙең финанс сығымдары талап итмәүен, ә ойоштороу эшен юғары кимәлгә еткереү кәрәклеген белдерҙе.
Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфирә Баҡыева баш ҡалала йәшәүсе 3800-ҙән ашыу инвалид баланы реабилитациялау, уҡытыу һәм яңы хеҙмәттәр ойоштороуҙағы ауырлыҡтар хаҡында һөйләне. Ғаиләләрҙең мәғлүмәт банкын булдырыу, “Асыҡ мөхит” программаһына үҙгәрештәр индереү кәрәклеге лә көн кеүек асыҡ. Юғары технологиялы ҡатмарлы операцияларҙан һуң сабыйҙарҙы оҙайлы реабилитациялау, ошо маҡсатта 300 урынлыҡ реабилитация үҙәге булдырыуҙың мөһимлегенә лә иғтибар йүнәлтелде. Республика балалар клиник дауаханаһының баш врачы Рөстәм Әхмәтшин медицина кәрәк-ярағының үтә ҡиммәтлеген иҫәпкә алып (бер стимулятор хаҡы ғына бер миллион һум тора!), сабыйҙарҙың ғүмерен ҡотҡарыуға финансты арттырыу кәрәклеген билдәләне.
Бөгөн илдә “Рәсәй Федерацияһы халҡын социаль тәьмин итеү нигеҙҙәре тураһында”ғы Федераль закон проектын йәмәғәтселектә тикшереү, фекер алышыу бара. Ундағы “дәүләт-шәхси партнерлыҡ” тигән яңы төшөнсә инвалид балаларҙы реабилитациялауға ла ҡағыла. “Мәрхәмәт” хәйриә фонды президенты Айгөл Гәрәеваның ошо проектҡа ярашлы яңы перспективалар һәм мөмкинлектәрҙе үҙ эсенә алған сығышы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Ғөмүмән, координацион совет эшендә ҡатнашыусыларҙың теләге бер булды: инвалидтарҙы реабилитациялау һәм йәмғиәт тормошона йәлеп итеү буйынса республика маҡсатлы программаһын булдырыу, профессиональ һөнәргә эйә балаларҙы эшкә урынлаштырырға ярҙам итеү, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең ихтыяжын даими өйрәнеү һәм башҡалар. Был бер көнлөк эш түгел, әммә дәүләт органдарының, йәмәғәтселектең аңлашып, ҡулға-ҡул тотоношоп партнерҙарса эшләүе һөҙөмтәһендә хатта тау-таш аҡтарырға ла булалыр.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 530