Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәштәрҙе тәрбиәләү мәктәбе
Йәштәрҙе тәрбиәләү мәктәбеСоветтар Союзында ДОСААФ ойошмалары бик ҙур абруйға эйә була торғайны. Дәүләт әһәмиәтендәге эште башҡарҙы бит улар — ил һаҡлаясаҡ үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе тәрбиәләне. Шул замандарҙан һуң байтаҡ һыуҙар аҡты, ил тиклем ил тарҡалып, ҡоролоштар алмашынғанлыҡтан, күп ойошмалар, учреждениелар ябылды йә асылдарын, тәғәйенләнештәрен үҙгәртте. ДОСААФ иһә әүәл-әүәлдән әллә ни үҙгәрмәй генә һаҡланған һәм әле лә элеккесә эшләүен дауам иткән берҙән-бер ойошмалыр, моғайын.
Республикабыҙ ДОСААФ-ы — Рәсәйҙәге иң әүҙем ойошмаларҙың береһе. Уның етәксеһе, запастағы генерал-майор Илгиз Таңатаров — ил именлеген тәьмин итеүгә ҙур өлөш индереүсе хеҙмәтте һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү өсөн күп көс түккән кеше. Шунлыҡтан Башҡортостанда илһөйәрлек тәрбиәләү, егеттәрҙе армияға әҙерләү йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашырлыҡ бүлексәләр аҙ түгел. Шуларҙың береһе — Мәләүез районы ДОСААФ-ы. Уға 2004 йылдан алып Фәйрүс Ғафаров етәкселек итә. Ул граждандарға патриотик тәрбиә биреү һәм башҡа тармаҡтарҙың эшен әүҙемләштереүгә, бүлексәнең матди-техник нигеҙен нығытыуға өлгәште. Бурыстар муниципаль берәмек хакимиәте, хәрби комиссариат, предприятиелар, учреждениелар, уҡыу йорттары етәкселәре, шулай уҡ Мәләүездең һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветерандарының “Яугирҙәр туғанлығы” советы, конфессиялар вәкилдәре һәм башҡаларҙың ярҙамы һәм ҡатнашлығы менән тормошҡа ашырыла. Улар урындағы ДОСААФ эшмәкәрлегенә ҡарата үҙҙәренең фекерҙәре менән ихлас уртаҡлашты.
Сәлих ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВ, Мәләүез районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе:
— Беҙ, өлкән быуын вәкилдәре, бер аҙ ваҡыт РОСТО тип атап йөрөтөлгән ДОСААФ-ҡа элекке исеме ҡайтарылыуына бик шатбыҙ. Беҙҙең ДОСААФ-та йәштәрҙе Йәштәрҙе тәрбиәләү мәктәбетәрбиәләү, армияға әҙерләү эшенә ижади ҡарайҙар. Ул республикала иң алдынғылар сафында тора. Төрлө саралар үткәрелә. Күбеһен бергәләп ойошторабыҙ.
Йәштәргә армияла ла, тыныс тормошта ла кәрәк була торған һөнәрҙәр бирә ДОСААФ. Күптәр автомобиль йөрөтөүсе таныҡлығы алып сыға. Төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәрҙе ҡайғыртып, уларға барып та техник һөнәрҙәргә уҡытыу курстары асабыҙ. ДОСААФ Воскресенское, Һәйет, Ҡотош, Дмитриевка, бер нисә тапҡыр Ергән, Нөгөш ауылдарында шундай курстар ойошторҙо. Бик шәп эш был, халыҡ өсөн файҙалы.
Әкрәм ҒӘЛИМОВ, инвалидтар йәмғиәте рәйесе:
— Миңә ДОСААФ үткәргән сараларҙан айырыуса автоуҙыш оҡшай. Уның барышында, ДОСААФ-тың күнекмә машиналарына ултырып, үҫмерҙәр, йәштәр ветерандар менән бергә ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап йөрөй, райондың ауылдары аша үтә, ысын ялан кухняһында бешкән һалдат бутҡаһын ашай. Быйылғы автоуҙышта Федоровка районына тиклем барып еттек. Обелисктарға сәскә һалдыҡ, ветерандар менән осраштыҡ. Хәрби “ЗиЛ”, “КамАЗ”, шулай уҡ данлы “Катюша” һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сарала кадет корпусы уҡыусылары ла, йәмәғәтселек вәкилдәре лә, ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнашты. Илһөйәрлек, тарихыбыҙға хөрмәт тәрбиәләүҙә бындай сараларҙың әһәмиәте бик ҙур.
Петр МУРЗОДЕРОВ, Мәләүез районының “Чернобыль” союзы рәйесе:
— Мәләүездән Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 200-ләп кеше ҡатнашҡан, бөгөн шуларҙың 90-ы иҫән. Клубыбыҙ әүҙем эшләй, ҡаһармандар хөрмәтенә республикалағы берҙән-бер обелискты ла беҙ ҡуйғанбыҙ. ДОСААФ үткәргән сараларҙа ҡатнашыусылар ҙа бында килеп сәскәләр һала, автоуҙыш менән мотокросс уның эргәһендәге майҙансыҡта старт ала. Әйткәндәй, мотокросс республика райондары араһында тик беҙҙә генә үткәрелә.
Илья РЫБАКОВ, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе:
— Мәләүездән афған һәм чечен һуғыштарында 800-ләп кеше ҡатнашты. Уларҙың иҫәндәре әленән-әле осрашып тора. Ҡала һәм район күләмендәге байрамдарҙа, сараларҙа ҡатнашабыҙ. Мәләүез ҡала һәм район хакимиәте менән берлектә төҙөлгән координация советы әүҙем эшләй. Патриотик саралар ДОСААФ-тан башҡа үтмәй, әлбиттә. Календарҙағы Рәсәйҙең хәрби даны көндәренең бөтәһе лә билдәләнә.
Рөстәм КАНТЕМИРОВ, Хәрби комиссариаттың Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары буйынса бүлеге начальнигы:
— Үҫмерҙәрҙе хеҙмәткә әҙерләүгә ДОСААФ индергән өлөштө баһалап бөтөрлөк түгел. Мәләүез кадет мәктәбендә уҡыусыларҙы кадетлыҡҡа бағышлау көнө дөйөм көс менән тантаналы итеп үткәрелә. Йыл һайын 60 егетте бушлай уҡытып, “С” категориялы шофер танытмаһы биреп сығаралар. Улар армияға һөнәрле булып бара һәм яҡшы баһа алып хеҙмәт итеп ҡайта. Мәләүез ҡалаһының балалар приюты базаһында ойошторолған “Зарница” хәрби-патриотик уйыны ҙур әһәмиәткә эйә. Призывник көнөн үткәргәндә лә ДОСААФ ойошмаһы ҙур ярҙам күрһәтә.
Малик ВАХИТОВ, Мәләүез районы һәм ҡалаһының хакимиәт башлығы:
— Районыбыҙҙа йәштәргә патриотик тәрбиә биреү етди ойошторолған. Был йүнәлештә хакимиәт ҡарамағындағы координация советы әүҙем эшләй. Уның составына хакимиәттең йәштәр, спорт бүлектәре етәкселәре, ДОСААФ, “чернобылселәр”, “афғансылар”, һуғыш, хеҙмәт һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ижтимағи ойошмалары, үҙәк район дауаханаһы вәкилдәре инә һәм совет үҫеп килеүсе быуындың тормошҡа әҙерлекле булып аяҡ баҫыуын ҡайғырта. Был эшкә ДОСААФ ойошмаһы ла ҙур өлөш индерә, патриотик байрамдарға, район һәм республика күләмендәге спорт сараларына күп һанлы йәштәрҙе, үҫмерҙәрҙе ылыҡтыра, еңеүселәргә приздар тапшыра. Район һәм ҡалалағы спорт ҡоролмалары, мәҙәни объекттар балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү йүнәлешендә киң файҙаланыла. ДОСААФ Рәсәй Армияһы сафтарына йәштәребеҙҙе һәйбәт әҙерлек һәм һөнәр биреп оҙата, шуға улар яҡшы хеҙмәт итә, әрме ауырлыҡтарына бирешмәй. Районыбыҙҙа ДОСААФ-тың абруйы ҙур, эшмәкәрлеге киң. Фәйрүз Фәнис улы – бик әүҙем, тынғыһыҙ кеше, күп эшләй. Иң мөһиме — ул йәш быуындың ниндәй булып үҫеүе өсөн бик борсола һәм үҙендә бының өсөн оло яуаплылыҡ тоя. Беҙҙең ДОСААФ-тың уңышлы эшләү сере ошондалыр тип уйлайым. Һыра эсеү, тәмәке тартыу, наркоманияға ҡаршы сараларҙың һөҙөмтәле булыуына ла ДОСААФ һиҙелерлек өлөш индерә.
Г. СӘЛИХОВА.
Мәләүез ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 259

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 1 167

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 1 617

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 1 279

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 1 289

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 1 079

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 1 109

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 1 211

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 1 196

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 1 255

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 1 108

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 1 168