Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шатлыҡтары сикһеҙ
1925 йылда Туймазыла беренсе фельдшер пункты барлыҡҡа килә. Ағас бинаның бер өлөшөндә фельдшер менән санитар халыҡты ҡабул иткән, икенсе яғында медицина хеҙмәткәрҙәре йәшәгән. Яҡын-тирәләге ашығыс ярҙамға мохтаж ауырыуҙарға аҡ халатлылар ат арбаһына ултырып барып еткән. Бөгөн Туймазы үҙәк район дауаханаһы ауырыуҙарға һанаулы минуттар эсендә ваҡытлы ярҙам күрһәтеү ҡеүәтенә эйә.

2011 — 2012 йылдарға Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу программаһына ярашлы, былтыр травматология бүлексәһендә Юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күреүселәргә ярҙам итеү үҙәге асылған. Унда тиҫтәләрсә ғүмер һаҡлап алып ҡалынған.
Быйыл ғинуарҙа беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһе барлыҡҡа килгән. Ул мейелә ҡан әйләнеше боҙолған һәм киҫкен миокард инфаркты кисергән ауырыуҙарға ярҙам күрһәтә. Ошо маҡсатҡа 60 койка ҡаралған.
— Бындай пациенттарҙы "ашығыс ярҙам" машинаһынан дауаханаға алып килеп еткереү ваҡыты һәм тикшереү саралары ҡәтғи билдәләнгән. Мәҫәлән, инсульт кисереүсенең маршруты шунан ғибәрәт: "ашығыс ярҙам" машинаһында килтерелгәс (бригада өс минут эсендә күрһәтелгән адресҡа юлланырға тейеш), компьютер томографында тикшеренеү үтә, невролог консультацияһын ала һәм көсөргәнешле терапия йәки операция бүлексәләрендә дауа ала. Ошо юлды үтеү 40 минуттан да ашмаҫҡа тейеш. Шул осраҡта ғына сирленең һауығыу ваҡытын тиҙләтеү һәм уны элекке хәленә ҡайтарыу мөмкин,— ти район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин. — Миокард инфарктына дусар булғандарҙы терапевт менән кардиолог ҡаршы ала һәм кисекмәҫтән ярҙам күрһәтә.
Физик мөмкинлектәрҙе тергеҙеү инсульттың икенсе көнөндә үк башлана. Был эште махсус ойошторолған бригада башҡара. Төркөмгә нейрохирург, невролог, логопед, медицина психологы, дауалау физкультураһы табибы, физиотерапевт, рефлексотерапевт, массажист йәлеп ителгән.
Заман талаптарына яуап биргән бындай бүлексәләрҙә 130 мең кешенән торған Туймазы ғына түгел, күрше Шаран һәм Баҡалы райондары халҡын да дауалайҙар.
"Ауыл табибы" программаһы ла төбәк халҡына оло шатлыҡ алып килгән. Быйыл Серафимов, Ҡандра, Собханғол, Түбәнге Троицк ауылдарына 19 белгес — теш табибы, хирург, терапевт, педиатр һәм эндокринологтар ҡайтҡан. Районда йәнә терапевт, педиатр, акушер-гинеколог кеүек белгестәргә ҡытлыҡ бар. Был йәһәттән туймазылар Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыусы 18 йәш яҡташына өмөт бағлай.
Нурзиә Хәсәнова
Туймазы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 102

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 456

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 990

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 899

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 660

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 246

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 565

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524