Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәләмәтлеккә заманса ҡараш
Сәләмәтлеккә заманса ҡарашҺуңғы алты йылда илдә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иғтибар бермә-бер артты. 2006 йылдан алып “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проектының бойомға ашырылыуы, 2011 — 2012 йылдарға Рәсәй төбәктәренең һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһын үтәүгә 620 миллиард һум бүленеүе ыңғай һөҙөмтә бирә башланы. Быны иҫбатлар өсөн ошо осорҙа Рәсәй халҡының ғүмере дүрт йылға оҙайыуын билдәләү ҙә етә. Өфө ҡалаһында өс йыл самаһы элек сафҡа ингән 2-се поликлиника — медицина өлкәһен үҫтереүгә, халыҡтың ғүмерен оҙайтыуға һәм сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән сәйәсәттең күркәм бер сағылышы.

Сират күптән онотолған

Поликлиника заман талаптарына ярашлы төҙөлгән, барлығы 47 600 кешене хеҙмәтләндерә, көнөнә 810 пациентты ҡабул итеү һәләтенә эйә. Шуныһы ғәжәп: мөрәжәғәт итеүселәр күп булыуға ҡарамаҫтан, сират бөтөнләй күҙәтелмәй. Был — һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыуҙың федераль программаһы һөҙөмтәһе.
— Беренсе ҡатҡа видеокамера ҡуйылды һәм компьютерыма тоташтырылды. Хәҙер пациенттарҙың нисек хеҙмәтләндерелеүен кабинеттан сыҡмайынса күҙәтергә мөмкин, — ти поликлиниканың баш табибы Әнисә Сәхәбетдинова.
Өс йыл самаһы элек барлыҡҡа килгән “Дөйөм регистратура” системаһы ла табиптарҙың эшенә ыңғай йоғонто яһай. Телефон йәки электрон почта аша яҙылыу ҡаланың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларындағы ығы-зығыны кәметте. Һәр кем әйтелгән ваҡытҡа килеп, табипҡа сиратһыҙ күренә. Яңылыҡҡа тиҙ ҡулайлашырға өйрәнгән 2-се поликлиника социаль карталарҙы хеҙмәтләндереүгә лә тулыһынса әҙер. Пациент хаҡындағы барлыҡ мәғлүмәтте һаҡлаған карта яҙыу мәшәҡәтен кәметәсәк.
— Поликлиника пациенттар һәм табиптар өсөн уңайлы итеп төҙөлгән, — тип дүрт ҡатлы ыҡсым бина менән таныштыра Әнисә Әхмәҙи ҡыҙы. — Кешеләргә бер корпустан икенсеһенә йүгереп йөрөргә кәрәкмәй, сөнки белгестәрҙең барыһы ла бер урында. Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә иркенләп йөрөй ала: лифт эшләй, һәр ерҙә пандус ҡуйылған.
Поликлиникала шулай уҡ көндөҙгө стационарға урын булдырыуға өлгәшкәндәр. 60 урынға иҫәпләнгән бүлексә эш көнөнән һуң да халыҡты ҡабул итә.

Йәштәр ағыла

Былтыр поликлиникаға 15 йәш белгес эшкә килгән. Учреждение етәкселеге уларға юғары эш хаҡы ла, торлаҡ та вәғәҙә итмәгән, бары тик ҡолас йәйеп эшләү өсөн уңайлыҡтар булдырған. Мәскәү, Ярославль ҡалаларындағы шәхси клиникаларҙа тәжрибә туплап, быйыл тыуған яғына ҡайткан колопроктолог Йәмил Нәбиуллин да хеҙмәт юлын фәҡәт ошонда дауам итергә булған.
— Айырым кабинетым бар, ундағы заманса ҡорамалдар күптәрҙе еңелсә операция ярҙамында йәки бөтөнләй операцияһыҙ дауаларға мөмкинлек бирә, — ти йәш табип.
Көндөҙгө стационар бүлексәһе мөдире, һаулыҡ һаҡлау отличнигы Галина Мирянова, тар белгестәр буйынса мөдир Мәрйәм Ғәзизова, баш шәфҡәт туташтары Марина Караульщикова, Зилә Зараева, өлкән шәфҡәт туташы Фирүзә Рәхимйәнова, табип-рентгенолог Роза Исмәғилева, лаборант-рентгенолог Линара Йәмилева, шәфҡәт туташы Татьяна Васькова, участка табиптары Виктор Усманов, Алевтина Филипповых кеүек бер нисә тиҫтә йыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүсе белгестәр үҙҙәренең тәжрибәһен йәштәр менән ихлас уртаҡлаша.
Дөйөм алғанда, поликлиника табиптарға ҡытлыҡ кисермәй. Уға беркетелгән пациенттар кардиолог, невролог, офтальмолог, хирург, онколог, стоматолог, травмотолог-ортопед, акушер-гинеколог, дерматовенеролог, инфекционист, эндокринолог, онколог, уролог, флеболог кеүек тар белгестәргә күренеү мөмкинлегенә эйә.
Хеҙмәткәрҙәренә уңайлы эш шарттары булдырған, уларҙың хеҙмәт хоҡуғын һаҡлаған һәм эштә йәрәхәтләнеү осраҡтары теркәлмәгән учреждение быйыл Башҡортостан дәүләт хеҙмәт инспекцияһының Ышаныс сертификаты менән бүләкләнде.

Иҫкәртеү отошлораҡ

2009 йылда Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығында “Сәләмәтлек үҙәктәрен ойоштороу тураһында”ғы бойороҡ ҡабул ителгәйне. Уға ярашлы, Башҡортостанда 17 сәләмәтлек үҙәге барлыҡҡа килде. Тәүгеләренең береһе Өфөнөң 2-се поликлиникаһында асылды.
— Сәләмәтлек үҙәгенең бурысы — кешеләргә ғүмерен оҙайтырға ярҙам итеү, сирҙәрҙе иҫкәртеү, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу. Бында тикшеренеү үтергә, табип кәңәшен алырға мөмкин. Бойороҡҡа ярашлы, илдең ҡайһы төбәгендә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһын да ҡабул итәбеҙ. Хеҙмәтләндереү тулыһынса бушлай, — ти баш табип урынбаҫары Зилә Шәрәфетдинова.
Поликлиника табиптары йөкмәтелгән бурысты күңел һалып башҡара, халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу буйынса өҙлөкһөҙ эш алып бара. Мәҫәлән, быйыл улар ҡала туҡталыштарында тәмәке тартыусыларға никотиндың зарарын аңлатыу һәм тәмәкеләрен алмаға алмаштырыу акцияһын уҙғарҙы. Күптән түгел поликлиникаға килеүселәр менән ҡала буйлап йәйәү йөрөп алдылар һәм хәрәкәтләнеүҙең файҙаһын аңлаттылар.
Ғөмүмән, 2-се поликлиникала һаулыҡ һаҡлауҙың яңыра башлауы төҫмөрләнә.
Нурзиә ХӘСӘНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 104

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 459

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 992

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 902

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 662

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 249

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 568

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526