Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үткер күҙле, һиҙгер күңелле
Үткер күҙле, һиҙгер күңеллеӨфөләге 17-се балалар клиник дауаханаһының ультратауыш ярҙамында диагностикалау (УЗИ) бүлексәһенә инһәң, бер мәлгә балалар баҡсаһына юлыҡҡандай булаһың: тирә-яҡ уйынсыҡ менән тулған, табиптар кескәй пациенттарҙы әүрәтә-әүрәтә сәләмәтлеген тикшерә. Бүлексә етәксеһе Ләйлә Шәйехова менән хеҙмәттәштәре булдырған матур мөхит сиргә һабышҡан баланы ла йылмайтыу, тынысландырыу көсөнә эйә.

22 йыл элек ошо дауаханаға нефролог булып килгән Мәсетле районы ҡыҙы бер заман УЗИ аппаратында эшләрмен тип һис уйламай. Бар белемен һәм көсөн төрлө йәштәге балаларҙың бөйөр сирҙәрен дауалауға һала ул.
— Һәр пациентым күҙ алдында, сөнки улар беҙҙең күҙәтеү аҫтында үҫә, — ти Ләйлә Алкин ҡыҙы. — Мәҫәлән, ун йәшендә бөйөр сире менән килеп юлыҡҡан сырхау ғына малай һау-сәләмәт егет булып үҫеп етте, табип һөнәрен һайланы. Хәҙер ҡатыны балаларын беҙҙең дауаханаға алып йөрөй. Йәнә бер пациентыма 23 йәш тулды, яңыраҡ сабыйының сәләмәтлеген тикшертергә алып килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, медицинаның көсһөҙ саҡтары ла була. Арабыҙҙан киткәндәре йөрәгемдә ауыр йәрәхәт ҡалдырҙы...
Ҡайһы берҙә сирҙең дауалауға бирешмәүе тәжрибәле нефрологтың күңеленә тынғы бирмәй. Кескәйҙәрҙе ыҙалатыусы, һыҙландырыусы ауырыуҙы үтәнән-үтә күргеһе һәм тамырынан юҡҡа сығарғыһы килә. Ошо теләге уны УЗИ аппараттарын үҙләштереүгә этәрә лә инде.
Юғары талаптарға яуап биргән ҡорамалдар алынғандан һуң ультратауыш ярҙамында диагностикалау кабинеты 2009 йылда айырым бүлексә итеп ҙурайтыла. Ул балаларҙың сирен ваҡытында һәм дөрөҫ асыҡлауға тос өлөш индерә. Хеҙмәткәрҙәр үҙ бүлмәләрендә генә ултырмай, ашығыс ярҙам кәрәк булһа, ауыр ҡорамалды йөкмәп, реанимация, операция яһау бүлексәләренә ашыға.
— Бейектән ҡолап йәрәхәтләнгән, юл-транспорт фажиғәһенә юлыҡҡан һәм башҡа бәлә-ҡазаға тарыған балаларҙың эргәһенә беренселәрҙән булып барып етәбеҙ, — ти бүлексә етәксеһе.
Ультратауыш ярҙамында диагностикалау ҡорамалының мөмкинлеге йылдан-йыл арта, шуға күрә Ләйлә Шәйехова белемен камиллаштырыуҙан, яңылыҡтарҙы өйрәнеүҙән туҡтамай. Хәҙер ул яңы тыуған сабыйҙың да ҡан тамырҙарын үтәнән-үтә күрә һәм эске ағзаларындағы кәмселекте асыҡлай ала. Ауырыу баланың хәлен үткер “күҙ”ле махсус ҡорамал аша ғына түгел, күңел күҙе менән дә күрә белгән табип ҡатмарлы операцияларҙың уңышлы башҡарылыуына ла тос өлөш индерә.
Баш ҡалала төрлө йәштәге бала-сағаны дауалайым һәм уларҙы һау-сәләмәт үҫтерешәйем тип янып-көйөп эшләй торғас, шәфҡәтле һөнәр эйәһе өлкән ҡыҙының үҫеп еткәнен дә һиҙмәй ҡалған. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған Лилиәһен былтыр кейәүгә биргәндәр. Кинйәһе Гүзәл әлегә мәктәптә уҡый, ҙурайғас, әсәһе кеүек табип булырға хыяллана. Ләйлә Алкин ҡыҙы донъяһының түңәрәк булғаны өсөн студент саҡта төҙөлөш отрядында танышып ҡауышҡан һөйөклө ире Фәнзәүи Фәнәүи улына рәхмәтле.
— Өйөмдә аңлау тапмаһам, эшем дә уң булмаҫ ине, — ти ул.
Нурзиә ХӘСӘНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 259

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир"

Көслө рухлыларҙы йыйҙы "Баһадир" 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡтың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм...

Тотош уҡырға 1 168

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә

“Ахай” өлкәндәрҙе көтә 29.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар унда яҡлау таба....

Тотош уҡырға 1 617

Иң яҡшы бүләк – аралашыу

Иң яҡшы бүләк – аралашыу 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 1 279

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ"

"Бөгөндән ҡабул итергә әҙербеҙ" 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетынан буласаҡ табиптар эш биреүселәр менән...

Тотош уҡырға 1 289

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк…

Үҙебеҙҙә дауаланһындар тиһәк… 27.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек...

Тотош уҡырға 1 079

"Генус" менән килешеү өҙөлә

"Генус" менән килешеү өҙөлә 26.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Хөкүмәте “Генус” шәхси компанияһы менән Салауат бала табыу йортона бәйле концессион...

Тотош уҡырға 1 109

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ

Ысын дуҫлыҡҡа нигеҙ 25.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөрйәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Бәләкәй...

Тотош уҡырға 1 211

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты

Каринэ Хәбирова аш-һыу серҙәрен дә асты 24.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Александровна...

Тотош уҡырға 1 197

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе”

“Иң ҡырҡыу мәсьәлә – табиптар етешмәүе” 22.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 1 255

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме?

Аҙнаһына дүрт көн эшләрҙәрме? 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен...

Тотош уҡырға 1 108

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк

Ҡала табиптарының үҙҙәренә лә ярҙам кәрәк 21.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Һаулыҡ сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың ҡала дауаханаларына эшкә барған...

Тотош уҡырға 1 168