Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яратмаһаң да яратырһың
Көн дә ҡулланған һуғандың 500-гә яҡын төрө барлығын белеп, аптырашта ҡалдыҡ: башлы һуған, батун, йыуа, индер һуған, ҡыҙыл һуған, айыу һуғаны, диңгеҙ һуғаны, шнитт, татлы һуған... Ә беҙ, ғәҙәттә, уларҙың ни бары ике төрөн генә файҙаланабыҙ: башлы һуғанды турап — ашҡа, йәшел һуғанды салатҡа һалабыҙ.
Баҡсасылар уның шнитт тигән төрөн үҫтерергә әүәҫ, сөнки ул бик әрһеҙ, бер тапҡыр ултыртһаң, һәр яҙ һайын ҡыяҡтарын өҙөп алып тораһың.
Башлы һуғандың үҙенсәлектәренә лә хайран ҡалырлыҡ, ундағы шәкәр алмаға, грушаға ҡарағанда ла күберәк. Ғөмүмән, ни өсөн шәкәрҙең, татлы ер еләге менән сағыштырғанда, әсе миләштә ике тапҡырға артығыраҡ булыуы башҡа һыймай. Быға ышаныуы ҡыйын, әммә биохимиктар раҫлауынса, күҙҙән йәш ағыҙырлыҡ әсе һуғанда шәкәр 9–14 процент самаһы.
Һуғандың химик составы, ысынлап та, таң ҡалдырырлыҡ. Тәүҙәрәк уны ҡиммәтле, ауырыуға ҡаршы көрәшеүсе фитонцидтары өсөн хөрмәт итеп, сей көйөнә генә ашарға кәңәш бирһәләр, хәҙер уның тимергә бик бай булыуын (айырыуса йәшел ҡыяҡтарының) асыҡлап, бешкән, быҡтырылған, ҡыҙҙырылған һуғанда ла файҙалы элементтың булыуын билдәләнеләр.
Һуған менән ҡыҙҙырылған бауыр ите — тимергә иң бай ризыҡ. Балалар һәм ҡатын-ҡыҙ уны мотлаҡ ашарға тейеш. Ә ир-атты был осраҡта “аша инде” тип өгөтләп тороу ҙа кәрәкмәҫ, моғайын. Әммә һуғандың мөғжизәһе бының менән генә сикләнмәй, барыһынан да элек ундағы кверцитин тип аталған матдәнең яман шешкә ҡаршы тороу һәләте — тәбиғәттең иң ҙур бүләге. Йөҙәрләгән ғалим бөгөн ошо үҙенсәлекте өйрәнә, эҙләнә, яман шеште иҫкәртеү эшенә ҙур өмөт бағлай.
Таҫма ҡыяҡлы һуған (порей) төрлө сирҙе дауалағанда киң ҡулланыла. Унда витаминдар һәм каротин башлы һуғандағынан да күберәк. Тағы ла бер ғәжәп үҙенсәлеген әйтеп үтәйек: һаҡлау осоронда ундағы С витаминының миҡдары 35 миллиграмдан ҡыш көнө 85 миллиграмға тиклем арта. Башҡа барлыҡ йәшелсә һәм еләк-емештә, киреһенсә, был витамин кәмегәндән-кәмей.
Таҫма ҡыяҡлы һуғанды сей көйөнә лә, зәйтүн йәки аҡ майҙа еңелсә ҡыҙҙырып та ашайҙар.
Батун һуғанының ҡыяғы ғәҙәттәге башлы һуғандан С витаминының ике тапҡырға күберәк булыуы менән айырыла. Һуғанһыҙ аш-һыуҙың таты ла, йәме лә булмауын яҡшы белһәк тә, уның хаҡында етерлек мәғлүмәткә эйә түгеллегебеҙ асыҡланды. Күҙҙән йәш сығарырлыҡ әсе тәменә ҡарамаҫтан, уны яратмаған кеше һирәктер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 103

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 458

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 991

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 900

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 661

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 248

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 567

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526