Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ табырбыҙ, дәүләт түләһен
Беҙ табырбыҙ, дәүләт түләһенСабый балаға түләнергә тейешле һәр төрлө пособие күләмен аныҡлауҙы һорап йыш мөрәжәғәт итәләр редакцияға. Ғаиләнең матди нигеҙен булдырырға ярҙам итеүсе был мәсьәләгә беҙ битараф ҡала алмайбыҙ һәм уҡыусыларыбыҙҙың ошо йүнәлештәге һорауҙарына түбәндәге яуапты әҙерләнек.

Бала тыуғас та күпме бирәләр?

Быйылғы йылдың 1 ғинуарынан алып һәр балаға тыуғас та бер тапҡыр бирелеүсе пособие 14 266,12 һум тәшкил итә. Ул ата-әсәнең береһенә (йәки уларҙы алмаштырыусы кешегә) эш урыны буйынса түләнә. Ата-әсәнең береһе лә эшләмәһә, был пособиены йәшәгән урын буйынса халыҡты социаль яҡлау органы бирә.
Ошо документтарҙы тапшырырға:
а) пособие һорап яҙған ғариза;
б) бала тыуыуы тураһында ЗАГС органдарынан белешмә.

Йәш ярым тулғансы түләнәсәк аҡса

Балаға йәш ярым тулғансы ай һайын түләнеп барыусы пособие алырға хоҡуҡлы кешеләр:
- әсәй йәки атай, баланы ғәмәлдә тәрбиәләүсе опекун. Был осраҡта уларҙың ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек буйынса һәм әсәлеккә бәйле мотлаҡ социаль страховка бурысы булмаҫҡа тейеш;
- белем биреү учреждениеларында көндөҙ уҡып та бала тәрбиәләү буйынса отпускыға китеүселәр;
- ойошма ябылыу сәбәпле йөклөлөк, бала табыу һәм бала тәрбиәләү буйынса отпускыла ваҡытта эштән бушатылған әсәй, атай, баланы ғәмәлдә тәрбиәләүсе опекун;
- ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек буйынса һәм әсәлеккә бәйле мотлаҡ социаль страховка бурысы булмаған бүтән туған-тыумаса. Ләкин улар пособиены ошондай шарттарҙың береһе килеп тыуғанда ғына алырға мөмкин: баланың әсәһе һәм (йәки) атаһы үлһә, юғалған хәлдә үлгән тип иғлан ителһә, йәки улар ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителһә, ата-әсәлек хоҡуҡтарында сикләнһә, һаулығы насар булыу сәбәпле баланы үҙҙәре тәрбиәләй алмаһа, төрмәлә ултырһа, баланы тәрбиә йәки дауалау учреждениеларынан алып ҡайтыуҙан баш тартһа.

Пособие күләме 2012 йылдың 1 ғинуарынан алып:

беренсе бала өсөн — 2 674,90 һум;
икенсе һәм унан һуңғы балалар өсөн 5 349,79 һум тәшкил итә.

Йөклөлөк һәм бала ҡарау буйынса отпускыла булған саҡта ойошма ябылыу сәбәпле эштән бушатылғандар өсөн балалар пособиеһының максималь күләме 10 699,58 һум тәшкил итә.
Ошо документтарҙы бирергә:
а) пособие һорап яҙған ғариза;
б) бала тыуыу тураһында (йәки уллыҡҡа алыу тураһында) таныҡлыҡ;
в) унан алдағы баланың тыуыуы (йәки уллыҡҡа алыныуы) тураһындағы документ;
г) ойошма ябылған осраҡта — хеҙмәт кенәгәһенән күсермә, бала ҡарау буйынса отпуск бирелеүе тураһындағы бойороҡ, бала табыу һәм бала ҡарау буйынса быға саҡлы түләнгән пособие тураһындағы белешмә.

Ауыл ғаиләләренә ярҙам

Ауыл ерендә йәшәгән әсәләр һәр бала тыуғанда ай һайын түләнеүсе пособие алырға хоҡуҡлы. Уның күләме: беренсе — дүртенсе бала өсөн — 115 һум, бишенсе һәм унан һуңғы бәлиғ булмаған бала өсөн — 230 һум.

Зәғиф баланы ҡараған өсөн

Был пособиеға хеҙмәт йәшендәге эшләмәүсе ата-әсә йәки зәғиф баланы ғәмәлдә ҡараусы кеше хоҡуҡлы. Ул баланың пенсияһына өҫтәп хеҙмәткә яраҡһыҙ граждандарҙы тәрбиәләү буйынса компенсация аҡсаһы ла алырға тейеш. Балаға туғанлыҡ мөнәсәбәтенең ниндәй дәрәжәлә булыуы һәм бала менән бергә йәшәү-йәшәмәүе мөһим түгел.
Был осраҡта пособие күләме 500 һум тәшкил итә.

Эшһеҙ ҡалған әсәгә

Әгәр ҙә әсә эшһеҙ ҡалыу мәленә бала ҡарау буйынса отпускыла булһа һәм эшһеҙ ҡалыуы уның ойошмаһы ябылыуға бәйле икән, эшһеҙлек буйынса пособие алмаған осраҡта уға балаһына өс йәш тулғансы ай һайын 57,50 һум компенсация аҡсаһы түләнә. Тик ул ғариза яҙған мәлгә ошо отпуск бирелеүҙән һуң алты айҙан да күберәк ваҡыт үтмәҫкә тейешле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 106

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 461

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 996

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 905

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 665

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 251

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 573

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527