Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ашығыҙ тәмле булһын!
Ашығыҙ тәмле булһын!Быйыл баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә пенсионерҙар, инвалидтар, ауыр хәлдә ҡалған, аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә тәғәйенләнгән социаль ашхана асылғайны. Ошондай уҡ ашхана Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә уңышлы эшләй. Бында көн һайын 60 кешене төшкө аш менән һыйлайҙар. Бындай учреждениены булдырыу күптән көнүҙәк мәсьәлә булып тора ине. “Берҙәм Рәсәй” партияһы ла башланғысты хуплап сыҡты. Программа бағыусылар ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Октябрь районында әле социаль пособие алыусылар һаны 1677-гә еткән. Шуларҙың 205-е — күп балалы ғаилә, ауыр тормош хәленә юлыҡҡан ғаиләләр һаны — 139.
Ашханаға бәлиғ булмаған өс балаһы менән яңғыҙ атай Александр Алешин да йөрөй. Ирен һәм балаларын ташлап киткән әсәйҙең ҡайҙа, нимә менән шөғөлләнгәнен алты йыл буйы асыҡлай алмайҙар. Ул өйҙән сығып киткәндә, төпсөк игеҙәктәре Анна менән Володяға ике генә йәш була. Өлкәндәре Анфисаға әле — 11 йәш. Атай кешенең даими эш Ашығыҙ тәмле булһын! урыны юҡ. Төрлө юл менән икмәк-шәкәрлек аҡса таба. Ҡайһы саҡ уныһы ла килеп сыҡмай. “Шәхси йортта йәшәгәс, күпләп картуф, һуған, кишер, помидор-ҡыяр ултыртабыҙ, ике сусҡа тотабыҙ, тауыҡтар бар. Балалар эргәмдә, ярҙамлашалар”, — ти ул. Өлкән ҡыҙы Анфиса ҡул араһына ингән инде. Үҙе эштә булғанда күршеләре Валя әбей балаларға күҙ-ҡолаҡ булып тора. “Валя әбей миңә ашарға бешерергә өйрәтте. Окрошка, төрлө салат, макарон әҙерләй беләм. Атайым гел генә билмән алып ҡайта”, — ти Анфиса. Ғаиләнең ауыр хәлен белеп, Октябрь районы хакимиәте уларға мөмкин тиклем ярҙам күрһәтергә, балаларҙың йәйге ялын ойошторорға, мәктәпкә әҙерләшергә вәғәҙә биргән.
Людмила Долгова ла һигеҙ айлыҡ бәпесе менән ошо ашхананан файҙалана. Ул дүрт баланы яңғыҙы тәрбиәләй. Ауырға ҡалғас, ире ташлап сығып киткән. Ике йыл алимент түләгәне юҡ. Биш мең һум декрет аҡсаһына өҫтәп, күп балалы ғаилә булараҡ 1500 һум социаль ярҙам ала әсә. Шул аҡсаның 3700 һумы коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә тотонола. Ҡалған 2800 һумға дүрт баланы ашатып ҡара! “Был ашхана беҙҙең ауыр хәлде аҙ булһа ла еңеләйтер тип ышанабыҙ. Исмаһам, көнөнә бер тапҡыр балаҡайҙарыма нимә ашатайым икән тип борсолорға түгел”, — тип күҙ йәштәрен йәшерҙе Людмила...
Л. АЙҘАРОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 098

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 452

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 988

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 896

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 653

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 244

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 463

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523