Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыл хужалығы белгесе булырға теләһәң...
Ауыл хужалығы белгесе булырға теләһәң...Башҡорт дәүләт аграр университетының Сибайҙағы Урал аръяғы филиалы 2005 йылда асылды. Абитуриенттарҙы белем усағы менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатында уҡыу йортоноң директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, биология фәндәре докторы, профессор Йәлил Төхфәт улы ҺӨЙӨНДӨКОВҠА мөрәжәғәт иттек.

— Йәлил Төхфәт улы, һеҙҙең институтты һайлаған йәштәр ниндәй йүнәлештәр буйынса белем аласаҡ?
— Урал аръяғы филиалы алты йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләнә. “Агрономия”, “Зоотехния” бүлектәрендә ауыл хужалығы бакалаврҙары, “Ветеринария” бүлегендә — ветеринар врачтар, “Агроинженерия” буйынса — “Агробизнеста техник системалар”, “Агросәнәғәт комплексында техник сервис”, “Электротехнология һәм электр ҡоролмалары” специальностары, “Иҡтисад” йүнәлешендә “Финанс һәм кредит”, “Бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит”, “Һалым һәм һалым һалыу” кеүек һөнәрҙәр бюджет нигеҙендә һәм түләүле уҡытыла.
Ситтән тороп уҡыу бүлегендә республиканың төрлө райондарынан һәм күрше өлкәләрҙән барлығы 374 кеше белем ала, улар агроинженерия һәм иҡтисад факультеттарында уҡый. Ситтән тороп белем алыу бүлеге түләүле, хаҡ ошо төбәктең иҡтисади хәлен иҫәпкә алып билдәләнә. Был бүлектә белем алыусыларҙың күбеһе — эшләп йөрөүселәр, шуға күрә дәрестәр теҙмәһе ике яҡ өсөн дә отошло, уңайлы графиктан сығып ҡуйыла. Лекциялар ял, хатта байрам көндәрендә лә ойошторола.
Бында барыһы ла тиерлек маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға килә. Улар менән өс яҡлы килешеү төҙөлә. Район — студент — уҡыу йорто араһындағы килешеү нигеҙендә йәш белгес тыуған яғына ҡайтып эшләргә бурыслы. Һуңғы бер-ике йылда бындай алым үҙен аҡлай башланы. Йәш белгестәрҙең ауылдарға ҡайтып эш башлауы маҡтауға лайыҡ. Улар өсөн Хөкүмәт тарафынан бер тапҡыр 100 мең һум аҡса, ай һайын эш хаҡына 7 мең һум өҫтәмә түләү ҡаралған. Әгәр ул ғаиләле булһа йә иһә өйләнһә һәм кейәүгә сыҡһа, йорт төҙөү өсөн төрлө ташлама бар. Ғөмүмән, йәштәрҙе ҡайтарып, ауыл хужалығын ҡайтанан тергеҙеү өсөн республика етәкселеге тарафынан бихисап программа бар. Уларҙың уңышлы бойомға ашырылыуы ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләүсе уҡыу йорттары өсөн бигерәк отошло, сөнки беҙҙең институтты тамамлаған белгестәр эш менән тәьмин ителәсәк.
Башҡаларҙан айырмалы, беҙҙең студенттар икенсе курстан һуң уҡыуҙарын Өфөлә дауам итә. Әлбиттә, институт етәкселеге студенттарҙы үҙҙәре уҡытып бөтөү яғында. Әммә тейешле практик күнекмәләрҙе үткәреү өсөн шарттарҙың юҡлығы, уҡыу корпусы майҙанының сикләнгәнлеге сәбәпле, ошондай аҙымға барырға мәжбүр. Ошо формала белем алыуҙың ыңғай яҡтары ла бар. Ауылдан килгән студентҡа, ата-әсәһенән айырылып, ситкә китеп, ҡапыл ҙур ҡалаға күнегеп китеүе еңелдән түгел. Беҙҙә уларҙың, тәүге “сирҡаныс” алып, үҙаллы йәшәргә, уҡырға өйрәнеүе күпкә еңелерәк.
Шуға күрә Сибай студенттары уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәүе, тәртипле һәм берҙәм булыуы менән айырылып тора.
Бөгөн 345 студент көндөҙгө бүлектә белем ала. Төп специальностарҙан тыш, улар өҫтәмә эшсе һөнәре алыу мөмкинлегенә эйә. Водитель, киң профилле тракторсы-машинист, электрик, автослесарь, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе, умартасы, ландшафт дизайнеры кеүек һөнәрҙәргә йәштәр теләп уҡый.
— Республикала юғары белемле ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләүсе уҡыу йортоноң фәнни һәм ижади коллективы ла ҡыҙыҡһындыра
— Әлбиттә, филиалдың уңышлы эшләүе тәжрибәле һәм үҙ фәнен яратҡан уҡытыусыларға бәйле. Бөгөн ике профессор, биш фән докторы, ун ете доцент, ун ике өлкән уҡытыусы һәм тиҫтәләрсә ассистент буласаҡ ауыл хужалығы белгестәренә төплө белем бирә. Уҡыу йортонда студенттарҙың фән менән ҡыҙыҡһыныуына ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын филиалда уҡыу йорттары, төбәк-ара һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә фәнни-ғәмәли конференцияларҙың даими үткәрелеп тороуы — быға асыҡ миҫал. Һәр белем йортоноң төп бурыстарының береһе — талантлы йәштәрҙе табып, уларҙы артабан ижади үҫтереү. Был йәһәттән Урал аръяғы филиалында белем алыусы ҡыҙ һәм егеттәр бигерәк ҙур әүҙемлек күрһәтә, йыл һайын үткәрелгән “Фәнни сессия” айлығында улар үҙҙәренең агротехнология, биология, иҡтисад, гуманитар һәм техник фәндәр буйынса ғилми эштәрен тәҡдим итә.
— Студенттарығыҙҙың сит илдәрҙә тәжрибә туплау буйынса йүнәлешле эш алып барыуы билдәле...
— Улар уҡыу һәм производство практикаларын Өфөнөң төрлө ойошмаларында, Яр Саллының “КамАЗ” заводында, “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында, Көньяҡ Урал райондары хужалыҡтарында, Сибай ҡалаһы һәм предприятиеларында, сит өлкәләрҙә үтә. Шулай уҡ студенттар йыл һайын Германия һәм Баварияның ауыл хужалығы предприятиеларына стажировкаға ебәрелә. Унда улар фермер ғаиләләрендә йәшәй, телде өйрәнә, тәжрибә туплай. Быйыл ун студент Германияға барырға әҙерләнә. Ғөмүмән, беҙҙең институтты һайлаусылар бар яҡлап та алдынғы. Профессор Ә. Барлыбаев етәкселегендәге SIFE студент командаһы, 2009 йылдан республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, еңеүсе булды. Тәбиғәт яратыусы йәштәр “TERRA-C” турист клубына йөрөй, хатта туризм буйынса ойошторолған асыҡ республика чемпионатында ҡатнашып, призлы урындар алырға ла өлгөрҙө. Бер һүҙ менән әйткәндә, Урал аръяғы филиалында ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләү бурысы юғары кимәлдә ҡуйылған.

РЕДАКЦИЯНАН: Мәҡәләне баҫмаға әҙерләгән арала Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы директоры Йәлил Төхфәт улы Һөйөндөковтың Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайланыуы мәғлүм булды. Олуғ ғалимды ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уға фән өлкәһендә артабан да яңы үрҙәр, асыштар теләйбеҙ!
Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 090

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518