Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөнәре бар — ҡәҙерле
Һөнәре бар — ҡәҙерлеЗаманалар үҙгәрә, дәүерҙәр алмашына, әммә белем, һөнәрҙең ҡиммәте бер ҡасан да кәмемәй, уларҙың баһаһы һәр саҡ юғары. Матди яҡтан ауыр йәшәгән йә күп балалы ғаиләләрҙә үҫкән, ғөмүмән, ярҙамға мохтаж балалар, училище булмаһа, ҡайҙа барыр? Өфө ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан 83-сө Михайловка һөнәрселек училищеһында белем алған егет һәм ҡыҙҙар тап ошонда уҡыған осорҙа фәһемле тормош мәктәбе үтә, аң-зиһен туплай һәм киләсәккә ҡыйыу юл яра.

Был уҡыу йорто 45 йыл эшләү дәүерендә ауыл хужалығы өсөн өсөн алты меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған. Халыҡ хужалығын, бигерәк тә “Алексеевка” теплица комбинатын, техниканы белгән, йәшелсәселектә, умартасылыҡта оҫта эш иткән хеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерҙе. Артабан ашнаҡсы-кондитер, һатыусылар ҙа әҙерләй башланы.
Училищела әле төрлө йүнәлештә 260-тан ашыу уҡыусы белем ала. Директор Илшат Нәжметдин улы Әминев етәкселегендәге коллектив белем алыусылар баҙар Һөнәре бар — ҡәҙерлешарттарында юғалып ҡалмаһын, һәр кем тормошта лайыҡлы урынын тапһын өсөн заманса уҡытыуға, яңы технологияларға өйрәтеүгә күп көс һала. Унан тыш, студенттарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға, уҡыу йортоноң матди-техник базаһын нығытыуға ныҡлы иғтибар бирә.
2010 йылда коллектив “Мәғариф” милли проекты грантын отоп, 30 миллион һумға уҡыу йортон йыһазландырыу мөмкинлеге тыуҙы.
Илшат Әминев баш ҡалалағы Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағандан һуң Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем ала, Баймаҡ районында башланғыс һөнәри белем биреү өлкәһендә тәжрибә туплап, оҫта ойоштороусы, уңған етәксе булып өлгөрә. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Илшат Нәжметдин улына “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” тигән исем бирелде, Рәсәй Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Бында туғыҙ класс белем менән өс йылда машина-трактор паркын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау мастеры, “С” категориялы шофер, барлыҡ категориялы тракторсы һөнәрҙәренә эйә булырға мөмкин. Үҫемлекселек (йәшелсә, сәскә үҫтереү) оҫтаһы, һатыусы, умартасы һәм “С” категориялы шофер һөнәрҙәрен бер юлы алырға була. ХI класс тамамлап килгәндәр ике йыл эсендә ашнаҡсы һәм кондитер, ә бер йылда умартасы һәм “С” категориялы шофер һөнәрҙәрен алып сыға.
Һөнәре бар — ҡәҙерлеЮғары квалификациялы белгестәр тупланған коллективта ике тиҫтәнән ашыу уҡытыусы эшләй. Улар һәр студентты үҙ балаһылай күреп, белем серҙәрен өләшә, йәштәргә рух ныҡлығы биреүгә, уларҙы донъя ауырлыҡтарына ҡаршы тора алырлыҡ ысын шәхес итеп тәрбиәләүгә күп көс һала.
Уҡыусылар төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, алдынғы урындарҙы яулай. Июнь айының күркәм бер көнөндә Иглин районында училищелар араһында умартасыларҙың һөнәри оҫталығы буйынса республика олимпиадаһы ойошторолғайны. Был бәйгелә Радим Ғәзизов — беренсе, ә мастер Зөлхиә Насирова өсөнсө урынды яуланы.
Буласаҡ белгестәр уҡыуҙан тыш ваҡытын бушҡа уҙғармай: үҙешмәкәр түңәрәктәргә йөрөй, спорт менән шөғөлләнә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара. Улар тырышып уҡыһын өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Күркәм бина заманса биҙәлгән, ишек алды гөл-сәскәгә күмелгән. Ашханала көнөнә өс тапҡыр арзан хаҡҡа туҡланырға була. Быйыл февраль — март айында үткән 80 училище араһында “Иң яҡшы ятаҡхана” республика конкурсында михайловкаларҙың беренсе урынды яулауы юҡҡа түгел.
Иң мөһиме — был һөнәрҙе алған белгестәргә бөгөн ихтыяж арта бара. “Алексеевка” теплица хужалығы үҙендә практика үткәндән һуң күп кенә шофер, кассир, йәшелсә үҫтереүселәрҙе эшкә алып ҡала, социаль яҡтан хәстәрлек күрә, ятаҡхананан урын тәҡдим итә.
Бөгөн баш ҡалала йәмәғәт туҡланыуы тармағы “уянғас” күпләп белгестәр талап ителә. Шуға “Лидо” компанияһы менән хеҙмәттәшлек нығый. Заманса йыһазландырылған фирмала практика үткәндән һуң ҡыҙҙар шунда эшкә тороп ҡала.
Тимәк, 83-сө Михайловка һөнәрселек училищеһын тамамлаған йәштәр отолмай: һөнәрле лә, эшле лә булалар.
Ә. ХӘСӘНОВА.
Өфө районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 112

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 465

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 099

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 909

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 668

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 254

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 576

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 530