Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күҙ табиптарына ышаныс ҙур
Күҙ табиптарына ышаныс ҙурОшо көндәрҙә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында айырыуса йәнлелек — абруйлы медицина учреждениеһы 85 йыллығын билдәләне.

Ә ғилми-тикшеренеү институты менән ентекле таныштырып тороу кәрәкме икән? Юҡтыр, моғайын. Республикабыҙҙа йәшәүселәр генә түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә уның тупһаһы аша атлап ингәндәр байтаҡ. Һәр кемде һауығыуға өмөт һәм ышаныс әйҙәй. Шуныһы һөйөндөрә: өмөттәре аҡлана, ышаныстары нығый. Шуға ла институт поликлиникаһына йылдың барлыҡ миҙгелендә лә иртә таңдан ашығыусылар бихисап. Элегерәк күҙ сирҙәренән нигеҙҙә өлкән йәштәгеләр яфаланһа, һуңғы осорҙа йәштәр араһында ла насар күреүселәр ишәйә. Ә был ғалимдарҙы айырыуса хәүефләндерә. Шуға ла дауалауҙың һөҙөмтәле алымдарын йылдамыраҡ табырға ынтылалар, ә эҙләнеүҙәре офтальмология өлкәһендәге яңы асыштарға килтерә. Мәҫәлән, былтыр Рәсәй клиникаларында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған нанотехнология, йәғни күҙ мөгөҙсәһендәге сирҙәрҙе дауалауҙа ҡулланылған “УФалинк” аппараты менән “Декстралинк” препараты сираттағы ҙур ҡаҙаныш булды. Дүрт йәш ғалим — Азат Хәлимов, Гүзәл Бикбова, Наил Баймөхәмәтов менән Артур Хәбибуллин — республикала йәштәр премияһына лайыҡ тип табылды.
Һуңғы биш йылда фәнни ҡаҙаныштарға 75 патент алыныуы ла ғилми-тикшеренеү учреждениеһына мәртәбә генә өҫтәй. Институтта йыл да күҙ нурҙарын ҡайтарыу буйынса бихисап операция яһала. Алдынғы технологиялы дауалау алымдарын ҡулланыу һөҙөмтәһендә пациенттарҙы хәҙер ике көн эсендә аяҡҡа баҫтыралар.
Бындағы ғилми эштең йүнәлештәре күп төрлө. Мәҫәлән, балалар офтальмологияһы мәктәбе булдырылған, халыҡ-ара һәм Рәсәй медицина ойошмалары менән хеҙмәттәшлек киңәйә. Өфөлә 7– 8 июндә үткән офтальмология буйынса “Көнсығыш-Көнбайыш” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция — ошо әйтелгәндәргә йәнә бер дәлил. Унда Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең киң танылған 500-ҙән ашыу ғалимы ҡатнашты.
Конференция һәр ваҡыттағыса үҙ эшен “йәнле хирургия”нан башланы. Күҙ сирҙәренән дауалау оҫталары үҙ технологиялары буйынса операция яһаны һәм уның барышы трансляцияланды. Һөҙөмтәлә уларҙың алымы менән теләгән һәр табип таныша алды. Мәҫәлән, Өфөнән хирург Илдар Хөснөтдинов, Мәскәүҙән атаҡлы хирург В. Трубилин, Германиянан доктор Кофф һәм башҡалар күҙ мөгөҙсәһе сиренә операция яһап, тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Ғилми-тикшеренеү институтының ҡаҙаныштары хаҡында һүҙ алып барғанда үткәненә күҙ һалыу ҙа мотлаҡтыр, сөнки бөгөнгө уңыш-табыштар күп йыллыҡ ғилми эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе бит. Әйткәндәй, медицина учреждениеһына 1926 йылда нигеҙ һалынған. Трахома сиренән дауалау өсөн булдырылған өлкә дауаханаһы — хәҙер Рәсәйҙә генә түгел, хатта сит илдәрҙә киң танылыу яулаған ғилми-тикшеренеү институты. Коллектив тәүге етәксе Виктор Одинцовҡа, 1945 – 1954 йылдарҙағы баш табип Ғабдулла Ҡоҙаяровҡа һәм уларҙан һуң ошо вазифаны атҡарыусыларға оло рәхмәтле. Ныҡышмаллыҡ, ғилми эштәргә өҫтөнлөк биреү һөҙөмтәһеҙ ҡалмаған — илдә трахома сире үткән быуаттың 60-сы йылдарында тулыһынса бөтөрөлгән, ә АҠШ-та был сирҙән 70-се йылдарҙа ғына ҡотолғандар.
2006 йылдан алып Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Мөхәррәм Мөхтәрәм улы Бикбов етәкселек итә. Һуңғы йылдарҙа был учреждениеның офтальмологтар әҙерләү мәктәбенә әүерелеүен дә билдәләргә мөмкин.
Юбилей сараһы менән тап килгән конференцияла республикабыҙ Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов институт коллективын ҡотлап: “Һеҙ — республиканы сит илдәрҙә танытҡан һирәк учреждениеларҙың береһе”, — тип бик тә ғәҙел баһа бирҙе.

Әлиә МӨХӘМӘТЙӘНОВА, баш табип урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты:

— Институттың 85 йыллығы менән тап килгән конференция юғары кимәлдә үтте, унда Германия, Австрия, Бельгия, Бөйөк Британия, Һиндостан, Япония һәм БДБ илдәренең киң билдәле хирургтары ҡатнашты.
“Көнсығыш-Көнбайыш” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияның маҡсаты өр-яңы алымдар ярҙамында операциялар менән таныштырыу, секцияларҙа офтальмология өлкәһендәге мәсьәләләр хаҡында фекер алышыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу ине. Шуныһы шатлыҡлы: быларҙың барыһына ла өлгәшелде. Шулай уҡ йәнә бер сара — Тюбинген халыҡ-ара курстары ойошторолдо. Әйткәндәй, ул беҙҙә өсөнсө тапҡыр үтә һәм белгестәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Офтальмология өлкәһендәге яңылыҡтар һәм ҡаҙаныштар менән танышырға күргәҙмә лә ярҙам итте.

Александр БАБУШКИН, ғилми тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире:
— Ил һәм донъя кимәлендәге ғилми-ғәмәли конференциялар уҙғарыу хәҙер беҙҙә йолаға әйләнде. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтын тәжрибә майҙансығына әүерелде тип һис икеләнеүһеҙ әйтә алабыҙ.
Рәсәйҙең, БДБ-ның, Һиндостан, Пакистан, Германия һәм башҡа илдәрҙең абруйлы күҙ табиптарын тәү сиратта беҙҙәге яңылыҡтар ҡыҙыҡһындыра. Ә йәлеп итерлек ҡаҙаныштарыбыҙ, ысынлап та, бар. Мәҫәлән, былтыр дүрт йәш ғалимыбыҙ яңы технология уйлап тапҡаны өсөн фән өлкәһендәге республика премияһына лайыҡ булды.
Күҙ мөгөҙсәһе сирҙәрен дауалауҙа ҡулланылған “УФалинк” аппаратының Рәсәйҙә аналогы юҡ, беҙҙә генә эшләнә. Ул хатта сит ил клиникаларында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы һәм теләп һатып алалар. Беҙҙә тәжрибә туплаған белгестәр Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә уңышлы эшләй. Шуға күрә институтты кадрҙар әҙерләү мәктәбе тип тә атарға мөмкин.
Ҡаҙаныштарҙы айырым бер белгестең хеҙмәте генә түгел, ә коллективтың ижади емеше тип ҡарайбыҙ.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 106

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 461

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 996

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 905

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 665

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 251

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 573

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527