Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡалыплашҡан ҡараштан ҡотолайыҡ
Танышым шылтырата: "Улымды балалар баҡсаһына урынлаштыра алмай йонсойом, берәй танышың юҡмы? Килешерлек кеше булһа, аҡсаһын түләр инем...". Баш ҡалаға ғына түгел, тотош илгә хас проблеманы хәл итешерлек мөмкинлегем юҡлығын, ике улыма ла баҡсаға путевканы законлы юл менән алыуымды бәйән итәм. Әңгәмәләшеү барышында таныш-тоноштарҙың хәлен барлайбыҙ: аҡса түләп баланы баҡсалы иткәндәр аҙ түгел икән... Кем – 15 мең, кем 20 мең һум түләп, мәсьәләгә нөктә ҡуйған. Бына бит, кеше проблемаһында аҡса эшләүсе намыҫһыҙ әҙәмдәр гөрләтеп эшләп йөрөй, шул уҡ ваҡытта учреждениела буш урындар ҙа булған тигән һүҙ. Әммә миҙалдың икенсе яғын да онотмайыҡ: мәсьәләне хәл итеүҙең башҡа юлдарын барлап та тормайынса, кешеләр ришүәтте үҙ ирке менән тәҡдим итә бит! Тимәк, ғәйепте еңел аҡса көҫәүселәрҙән генә түгел, йәмәғәтселектән дә эҙләргә кәрәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә ҡалыплашҡан ҡараш йәшәп килә: йәнәһе, аҡса төртмәһәң, бер генә мәсьәләне лә хәл итеп булмай. Был баланы балалар баҡсаһына урынлаштырыу мәсьәләһенән башлап, енәйәтте йәшереү кеүек етди проблемаларға тиклем ҡағыла. Тағы бер миҫал: ноябрь аҙағында, мәҫәлән, Өфө ҡалаһы буйынса полиция бүлектәренең береһендә начальник урынбаҫары вазифаһын биләүсегә ҡарата "Мутлашыу" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү органдары белдереүенсә, полиция подполковнигы эске эштәр буйынса башҡа территориаль бүлексәлә эшләүсе хеҙмәттәшенә мутлашыу факты буйынса енәйәт эше асылғанын белеп ҡалған һәм был мәсьәләне хәл итергә вәғәҙә биргән. "Ярҙам" хаҡын 4 миллион һумға баһалаған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Шәхси именлек идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан аралашсы аҡса алған ваҡытта тотолған, бер нисә сәғәттән һуң намыҫһыҙ полиция хеҙмәткәре лә ҡулға алынған.
Ғөмүмән, ришүәтселек – дәүләт власы һәм идараһы нигеҙен ҡаҡшатыусы, уның абруйын төшөрөүсе, граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәтен боҙоусы енәйәтсел күренеш. Быны булдырмау йәһәтенән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының махсус бүлектәре даими эш алып бара, әммә йәмғиәттәге ыңғай үҙгәрештәр хаҡында һүҙ йөрөтөргә иртәрәк әле.
Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн тауарҙар менән тәьмин итеү һәм хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса заказдарҙы үтәүгә бәйле коррупцион енәйәттәрҙе асыҡлау. Ғәҙәттә, намыҫһыҙ чиновниктар төрлө положениеларға һылтана.
Шулай уҡ коррупция күренештәре федераль һәм төбәк маҡсатлы программаларын, шул иҫәптән өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән ҡаҙна аҡсаһын үҙләштергәндә лә йыш күҙәтелә. Миҫал өсөн, быйыл 70-кә яҡын ошондай енәйәт теркәлгән, шул иҫәптән уларҙың 24-е айырыуса ҙур һәм уғата ҙур күләмдә тип баһаланған. Һөҙөмтәлә дәүләткә 31 миллион 745 мең һумлыҡ зыян килтерелгән, 27 кеше яуапҡа тарттырылған.
Законһыҙ рәүештә өҫтәмә хаҡҡа һалым ҡайтарыуға бәйле енәйәттәр һөҙөмтәһендә лә ҡаҙна ҙур зыян күрә: былтыр уның күләме 241 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән. Әлбиттә, бындай мутлыҡтар бер кеше генә түгел, ә енәйәтсел маҡсат менән берләшкән төркөмдәр тарафынан ҡылына. Улар араһында күҙәтеү һәм рөхсәт биреү функцияларын башҡарыусы хеҙмәткәрҙәр күп. Сағыу миҫал – һалым инспекторҙарынан торған төркөмдөң үҙҙәренең контроле аҫтында булған ойошмалар аша һалым ҡайтарыу буйынса ялған документтар әҙерләүе һәм ҡаҙнаға 31 миллион һумдан ашыу зыян килтереүе. Әлеге ваҡытта енәйәтселәр язаға тарттырылған, улар бер нисә йылды тимер рәшәткә артында үткәрәсәк. Сәйәси партияның район бүлеге етәксеһенең бер көнлөк фирма аша һалым ҡайтарыуын, һөҙөмтәлә 100 миллион һумлыҡ зыян килтереүен дә ошондай енәйәт рәтенә индерергә мөмкин.
Коррупция һаҙлығына батҡан иң енәйәтсел тармаҡ тип торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһен атау фарыз. Торлаҡ хужалары берлеге һәм идарасы ойошмаларҙың эшмәкәрлеген тикшереү йәһәтенән республикала ведомство-ара комиссия булдырылған, улар халыҡҡа торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүсе предприятиеларҙың эшмәкәрлеген тикшерә һәм законды боҙоу осраҡтарын асыҡлай. Ошо йәһәттән, быйыл иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлектәре белгестәре торлаҡ фондындағы 400 объектты тикшергән, 98 енәйәт асыҡланған, уларҙың 21-е – коррупцияға бәйле.
Шулай ҙа коррупция кеүек тамырланған күренеште айырым енәйәтселәрҙе асыҡлау менән генә еңеп булмай – дәүләт ҡануниәтен камиллаштырыу, эште һөҙөмтәлерәк итеүсе закондар ҡабул итеү кәрәк. Рәсәй Федерацияһының 151-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәр – ошоға бер миҫал. Уға ярашлы, 2012 йылдың 1 ғинуарынан коррупцияға бәйле енәйәттәрҙе тикшереү Тәфтиш комитеты иңенә ятасаҡ. Шулай ҙа, нисек кенә булмаһын, йәмғиәттең хәлен, халыҡтың ҡанына һеңгән хаталы ҡарашты үҙгәртмәйенсә тороп, бер нисек тә яҡшыртып булмай. Ошо хаҡта һәр кем уйланһын ине.
Гүзәлиә РӘСҮЛЕВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 098

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 452

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 988

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 896

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 657

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 244

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 463

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523