Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ һаулығы – милләт байлығы
Ҡыйғы районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе бер быуатҡа яҡын тарихҡа эйә. Һынылышлы, халыҡ өсөн ауыр 1921 йылда бында тәүге фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. Ике йылдан 50 урынға иҫәпләнгән дауахана эш башлай.

Бөгөн төбәк халҡының сәләмәтлеге һағында үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар уяу тора. Район дауаханаһы хирургия, бала табыу, гинекология, балалар, йоғошло ауырыуҙар, терапия бүлексәләрен, дүрт дауалау-диагностика тармағын берләштерә. 300 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән поликлиника, ауылдарҙа ике участка дауаханаһы, 25 фельдшер-акушерлыҡ пункты уңышлы эшмәкәрлек итә. Дауалау учреждениеларына йәш белгестәрҙең ҡайтыуы – тармаҡтың киләсәгенең өмөтлө һәм ышаныслы булыуына ишара.

“Ҡайһы саҡта йылы һүҙ ҙә етә...”

Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауылын­дағы фельдшер-акушерлыҡ пункты быйыл йәй файҙаланыуға тапшырылған. Ярты быуат элек төҙөлгән медицина учреждениеһы бығаса иҫке бинала урынлашҡан булған. Яңы ФАП төҙөлөшө “Республика адреслы инвестиция программаһы” ярҙамында тормошҡа ашырылған.

Дүшәмбикә ауылында 660 кеше иҫәпләнә, уларҙың 100-ҙән ашыуы – балалар. Күп урындарҙағы кеүек, был төбәктә лә халыҡтың күпселек өлөшөн хаҡлы ялдағы өлкәндәр тәшкил итә. Ә оло кешене төрлө сир-сырхау һағалап ҡына тора, шуға күрә ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуға улар айырыуса һөйөнә.

Фельдшер Эльвира Владик ҡыҙы Ғиззәтуллина ФАП мөдире вазифаһын да башҡара. Дөйөм хеҙмәт стажы өс тиҫтә йылға яҡынлаған фельдшер үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Дүшәмбикә урта мәктәбенең VIII класын тамамлағас, Златоуст ҡалаһындағы медицина училищеһында һөнәри белем ала. Әшә, Златоуст ҡалалары дауаханаларында эшләп, тәжрибә туплай Эльвира. 1992 йылда ғаиләһе менән тыуған яҡтарына ҡайтырға ҡарар итәләр.

Эльвира Владик ҡыҙының уң ҡулы, төп ярҙамсыһы – шәфҡәт туташы Алина Урал ҡыҙы Әхмәтова. Яңы тыуған са­быйҙарҙан алып һигеҙенсе-туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған ололарға тиклем, йәғни барлыҡ ауыл халҡының сәләмәтлеге өсөн яуаплы булыуын аңлап, эште бер төптән егелеп башҡара аҡ халатлы ханымдар. “Ҡайһы берҙә ке­шенең хәлен еңеләйтергә бер йылы ҡараш, яҡты йөҙ ҙә етә”, – ти хеҙмәткәр­ҙәр. Һәм был, ысынлап та, шулай. Ауыл халҡы ла фельдшер менән шәфҡәт туташының эшенән ҡәнәғәт.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты тейешенсә йыһазландырылған. Ул электр менән йылытыла, һыу үткәрел­гән, бер һүҙ менән әйткәндә, заманса шарттар булдырылған. Медицина ҡора­малдары менән тәьмин итеү йәһәтенән Үрге Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы ҙур ярҙам күрһәткән.


Йәштәр тыуған яғына ҡайта

Гөлсиә Ҡазыханова – быйыл ғына Башҡортостан дәүләт медицина универ­ситетын тамамлап, тыуған яғына ҡайт­ҡан йәш белгес. Үҙәк район дауахана­һының балалар поликлиникаһы педиатры булып эшләй.

Ҡолбаҡ ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ бала саҡтан аҡ халат кейеп кешеләрҙе дауалау хаҡында хыяллана. Маҡсатына ирешеү өсөн тырышып белем ала, күрше Арыҫлан урта мәктәбен миҙалға тамамлай.

Тыуған районынан маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға ингән ҡыҙ, табиплыҡ дипломына эйә булыу менән, Ҡыйғыға ҡайтып хеҙмәт юлын башлай.
– Шунда уҡ бер бүлмәле фатир бирҙеләр. Эшем оҡшай, бәләкәстәрҙе яратам. Көнөнә 25-30 баланы ҡабул итәм. Тәжрибәле коллегаларымдың ярҙамын тойоу ышаныс өҫтәй, – ти Гөлсиә Фәхретдин ҡыҙы.


Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518