Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирекмәндәргә тик ятырға ирек юҡ
Өкөнөң өлкәндәр тормошона ни ҡыҫылышы бар?

Ғүмер буйы кеше араһында, хеҙмәттә янып-көйөп эшләгән өлкәндәрҙең ҡайһы берҙәре хаҡлы ялға сығыу менән яңғыҙлыҡҡа дусар була. Дуҫ-иш кәмей, бала-сағаңдың үҙ мәнфәғәттәре, донъя көтөү мәшәҡәттәре… Бер төрлө ялҡытҡыс, күңелһеҙ тормош алып барған өлкәндәргә хәҙерге заман ағышында юғалмай, үҙ йөҙөңдө һаҡлау, күңелеңде йылытырҙай шөғөл табыу анһат түгел. Тиҫтерҙәрең, замандаштарың менән яҡындан аралашыу, белемеңде арттырыу, кемдеңдер иғтибарлы ҡарашын тойоу оло кеше өсөн бик тә мөһим бит.

Тап бына ошо социаль мәсьәләләрҙе үҙ өҫтөнә алған “III быуын халыҡ университеты” йәмәғәт ойошмаһы хаҡында һөйләмәксебеҙ бөгөн. Уның Рәсәйҙәге эшмәкәрлеге социаль яраҡлашыуға, өлкәндәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға, өҙлөкһөҙ белем алыуҙы арттырыуға йүнәлтелгән иң беренсе майҙансыҡ булғанын ишеткәнегеҙ бармы икән? Ойошма девизының “Өлкән быуынға хөрмәт һәм хәстәрлек!” тип аталыуы һис осраҡлы түгел, есеменә тулыһынса тап килә.

Йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рафиҡ ХӘЙҘӘРОВ менән әңгәмәне университеттың барлыҡҡа килеү тарихынан башларға булдыҡ.

– Рафиҡ Ғилмийәр улы, һеҙ, заманында халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министры урынбаҫары вазифаһында байтаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле етәксе, бөгөн йәнә иңегеҙгә көс етмәҫлек бурыс алырға йөрьәт иткәнһегеҙ түгелме?

– Йөгөм бер ҙә ауыр түгел. Ғүмер буйы кешеләр менән аралашып, төрлө донъяуи мәсьә­ләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлашып йәшәргә ғәҙәтләнгәс, өлкәндәр өсөн университет булдырыу, мәрхәмәтлек һәм ирекмәнлек менән шөғөлләнеү, түләүһеҙ белем биреү программаларын ойоштороу минең өсөн күңел талабына, һәр көнөмдө мәғәнәле иткән эшкә әүерелде. Ете йылда юғары әхлаҡи ҡиммәттәргә эйә булған кешеләрҙән торған ойошма төҙөй алдыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, эшкә тотонғанда тирә-яғымда яңғыҙлыҡтан, битараф­лыҡтан арыған ололарҙың шул тиклем күплеген белмәгәнмен.

Былтыр ғына ла ойошмаға 180 кешене һайлап алдыҡ. Уларҙың ҡарамағында – 56 төрлө клуб. Күңелеңә нимә яҡын – халыҡ ижадымы, баҡсасы­лыҡмы, сәскә үҫтереүме, туризм, экскурсиялар, мәнфәғәттәр буйынса түңәрәк­тәрме – һайлап ал. Пенсионерҙар дүрт йыл буйы ғәрәпсә уҡыу серҙәренә төшөнөп, Ҡөрьәнде үҙаллы өйрәнә алыу бәхетенә лә өлгәште.

– Ветерандар ойошмалары респуб­ли­кабыҙҙа аҙ түгел. Ә халыҡ уни­верситетының ылыҡтырғыс көсө ниҙә?

– Ойошманың эмблемаһына иғтибар иттегеҙме? Эйе, беҙҙең университеттың китабын ҡулына алып уҡып ултырған өкө – тәрән аҡыл, белем, магик көс символы. Күҙҙәрендә – күңел яҡтылығы. Хатта йәнһүрәттәрҙә лә өкө бөтәһенә ярҙам итә, кәңәш бирә.

Даими уҡыу, белемгә ынтылыу өлкәндәрҙең сәләмәтлеге өсөн дә файҙалы. Ә экскурсияларға йөрөү, ғалимдарҙың ҡыҙыҡлы темаларға лекцияларын тыңлау, спорт ярыштарында ҡатнашыу буш ваҡытты йөкмәткеле, файҙалы үткәреү менән бергә күңелде яңы тәьҫораттар менән байыта, аралашҡанда яҡын дуҫтар, фекерҙәштәр табыла.

Бынан бер йыл элек беҙгә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ишек шаҡып, Ырымбур тарафтарында тыуып үҫкән Фәриҙә ханым килеп инде. Өфөлә йәшәгән балалары янына күскән ҡатындың таныш-тоношо ла, туған-тыумасаһы ла юҡ. Өйҙә толҡа тапмай, беҙҙең ойошма хаҡында ишетеп, таны­шырға батырсылыҡ иткән. Донъя ауырлыҡтарынан баҫыл­ған шым ғына ҡатындың тиҙ арала асылып китеп, бик тә яғымлы, аралашыу­сан, күңелсәк кешегә әүерел­гәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп аптыраныҡ. Хәҙер ул “Мисс университет”, “Мисс “Алтын көҙ” тигән маҡтаулы исемдәрҙе ғорурлыҡ менән йөрөтә.

Донъя гел шатлыҡ-һөйөнөс­тәрҙән генә тормай. Яңғыҙ ҡалған ололарҙы һуңғы юлға оҙатыуҙы ла үҙ өҫтөбөҙгә алғаныбыҙ булды. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 94 йәшлек Яков Захарович Хаитты ерләргә хеҙмәт иткән урынынан да, хәрби комиссариаттан да вәкил булмағас, иллеләп кеше йыйылып, һуңғы юлға лайыҡлы оҙаттыҡ. Бала-сағаһы юҡ, 15 йыл буйы яңғыҙ йәшәне. Түшәктә ятҡанында ла ярҙамдан ташла­маныҡ. Тик бер яҡын кешеһе лә юҡ тип уйлап яңылышҡанбыҙ булып сыҡты: ветерандың милкенә дәғүә иткән вариҫтары тиҙ табылды. Ошо бер генә миҫал да ойошманың хәҙерге йәмғиәттә үтә кәрәклеген иҫбатлай түгелме?

– Башҡалар араһында туристик сәйәхәттәргә йөрөү өсөн ҡулайлы машинаһы булған берҙән-бер ветерандар ойошмаһы икәнегеҙҙе ишеттек. Ул хәтлем аҡсаны ҡайҙан таптығыҙ?

– Беҙҙең пенсиябыҙҙан башҡа бер тин дә аҡсабыҙ юҡ. 18 урынлыҡ “ГАЗ-Некст” машинаһы – ил Президенты гранты буйынса өлөшөбөҙгә төшкән көмөш. Социаль проекттарҙы яҡлау буйынса үткәрелгән конкурста “Пенсио­нерҙарҙың мобиль халыҡ университеты (Тәгәрмәстәр өҫтөн­дәге университет)” темаһына проектты уңышлы яҡлап, бүләкле булдыҡ.

“Көмөш ирекмәнлек” үҙәген төҙөү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында ла ҡатнаштыҡ. “Аҡһа­ҡалдарҙың мобиль университеты” темаһына яҡланған социаль проект менән 200 мең һумлыҡ грант алыуға өлгәштек. Конкурсҡа илдең 80 төбәгенән 164 заявка килгәйне. Ошо аҡса иҫәбенә университетҡа йөрөүселәр һанын 1100 кешегә еткерергә уйлайбыҙ.

Сәйәхәткә сыҡҡанда пенсия аҡсаһынан өлөш сығарабыҙ. Татарстан мәктәптәре биләмә­ләренең береһендә беҙ ултырт­ҡан 14 “башкирская красавица” алмағасы үҫә. Емештәрен тәмләргә яҙһын! Оҙаҡламай Рәсәй Дәүләт Думаһында үтәсәк депутаттар менән осрашыуға әҙерләнәбеҙ.
Беҙҙә өлкәндәрҙең тыуған көндәрен күмәкләп йыйылып үткәреү йолаһы ла бар. Кешегә күп кәрәкме? Йылы һүҙ, бергәләп фотоға төшөү, хөрмәт күрһәтеү һикһән йәшлектәргә лә бик килешә. Әйткәндәй, тормош юлдашымды ошо университетта тап итеүем менән дә бәхетлемен.

Белем көнөндә халыҡ университеты үҙенең яңы уҡыу йылын асты. Пландар ҙур: 5 декабрҙә Мәскәүҙә ил Президенты В.В. Путиндың ирекмәндәр менән осрашыу тантанаһында ҡатнашыу бәхете күңелде йылыта, башта өр-яңы идеялар тыуа, клубтар эшмәкәрлеген йәнләндереү буйынса яңы саралар эҙләү өҫтөндәбеҙ. Бергәләп бәшмәк йыйырға, театр миҙгелдәре асылыу менән тамашаларға йөрөйәсәкбеҙ әле.

– Бик күңелле йәшәйһегеҙ икән! Киләсәктә ойошма­ғыҙҙың һеҙҙең кеүек оптимист, тормошто яратҡан, эшлекле өлкәндәр иҫәбенә тулыланыуын теләйбеҙ!


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы
Район: Өфө ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529