Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡыҙыл зона”нан сыға алырбыҙмы?
Ата-әсәнең сәләмәтлеккә мөнәсәбәтенән күп нәмә тора.

Демография мәсьәләһе – беҙҙең ил өсөн үтә етди, бәхәс тыуҙыра, борсолдора торған проблема. Үткән быуаттың 30-сы йылдарынан башлап Рәсәй халҡының һаны ҡыҫҡарыуға йүнәлеш алды. Халыҡтың тәбиғи кәмеүе төрлө ҡатмарлыҡ тыуҙыра, пенсия системаһына ауырлыҡ төшә, һаулыҡ һаҡлауҙа, хеҙмәт баҙарында ҡыйынлыҡтар арта, ҡулланыусылар баҙары ҡыҫҡара һ.б.

Социологтар әйтеүенсә, демографик көрсөк – үткәндәге йәмәғәтселек ваҡиғаларының шаңдауы. Хәҙер ҡабул ителгән сараларҙың һөҙөмтәһен бары алыҫ киләсәктә күрергә мөмкин буласаҡ.

Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ, социология фәндәре докторы, профессор Рауил Талип улы НАСИБУЛЛИН – тап ошо мәсьәләләрҙе тәрән өйрәнгән, даими рәүештә тикшеренеүҙәр үткәргән ғалим. Уның фәһемле һығымталары бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ тип уйлайбыҙ.

– Рауил Талип улы, һеҙ ғүме­регеҙҙең күп өлөшөн социология, йәшәйеш, ғаилә мәсьә­лә­ләрен тәрән өйрәнеүгә арнаған шәхес. Ошо йүнәлештә иле­беҙҙә власть тарафынан бай­таҡ эш башҡарыла, маҡсаттар билдәләнә, закондар ҡабул ителә. Әммә уларҙың тор­мош­ҡа ашасағына икеләнеүселәр ҙә, хупламаусылар ҙа табылып тора. Сәбәбе ниҙә?

– Бер пролетариат шағирының һүҙҙәрен миҫалға килтерәйек: “Беҙҙә иң мөһим һүҙҙәр ҙә, ғәҙәткә әүерелеп, күлдәк кеүек иҫкереп туҙа…” Был ҡанатлы фраза бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған, бер үк ғәмәлде урынлы-урынһыҙ ҡа­батлау уның мәғәнәһен арзанайтыуға килтерә.

Мәҫәлән, “власть” һүҙен ала­йыҡ. Нобель премияһы лауреаты Б. Рассел уның мәғәнәһен “билдә­ләнгән маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу” тип аңлата. Тарих быны яҡшы раҫлай: әгәр ҙә халыҡҡа вәғәҙә биреп, маҡсат ҡуйып та, уны тормошҡа ашырмайһың икән, тимәк, ышанысты ла, һүҙ көсөн дә ҡаҡшатаһың. Заманында беҙгә “киләһе быуын коммунизмда йәшәйәсәк” тип вәғәҙә иттеләр. Юҡ, маҡсатҡа өлгәшелмәне.

Һығымта шул: кешеләрҙең ышанысын һаҡларға теләһәң, министрмы һин, ферма мөдиреме, маҡсат ҡуйғанға тиклем уға өлгәшеү юлдарын, ресурстарҙы, бөтә мөмкинлектәрҙе барларға тейешһең. Ҡулыңдан килмәҫтәй булһа, тотонмауың хәйерлерәк. Бик күп кешенең мән­фәғәттәренә ҡағылған маҡсатты бар ғаләмгә яңғыратыуҙың йәмғиәттә төрлө фекер тыуҙырыуы тәбиғи. Бынан ҡурҡырға ярамай. Эштең ыңғай яҡҡа тәгәрәгәнен күреү менән икеләнеүселәр ҙә, ҡаршы сығыусылар ҙа кәмейәсәк.

– Рәсәй Президентының инаугурациянан һуң йәмәғәт иғтибарына сығарылған “2024 йылға тиклем Рәсәй Федера­цияһының милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тура­һында”ғы Указын да халыҡтың төрлөсә ҡабул итеүе билдәле. Кемдер хупланы, кемдер ышанып етмәне. “Бындай проект­тар элек тә булды, барыһы ла тормошҡа ашманы”, тиеүселәр ҙә бар.

– Минеңсә, ҡайһы бер уҡыу­сыларыбыҙ документты тулы­һынса иғтибар менән уҡып сыҡмағандыр төҫлө. Бәлки, бөтә хәлде асыҡ анализлай, күҙ алдына килтерә лә алмайҙарҙыр. Демография мәсьәлә­ләренең мөһим өлөшө булған бер генә маҡсатлы пунктҡа байҡау яһа­йыҡ. Указға ярашлы, Рәсәй Хөкү­мәте алдына “ғүмер оҙайлылығын 78 йәшкә тиклем еткереү” бурысы ҡуйылды.

Ошо маҡсат дәүләт демография сәйәсәтенең нисек принципиаль рәүештә үҙгәреүен раҫлай: әгәр ҙә быға тиклем “халыҡты һаҡлау”, “һанын арттырыу” тура­һында күберәк һөйләһәк, хәҙер һүҙ яңы сифатҡа күсеүҙе тәьмин итеү, көтөлгән ғүмер оҙайлы­лығын арттырыу хаҡында бара. Айырманы һиҙҙегеҙме?

– Миҫалдар менән нығыт­һағыҙ яҡшы булыр ине.
– Ғүмер оҙайлылығы халыҡ­тың социаль-иҡтисади именлеге күрһәткесе булып тора. Ысынбар­лыҡҡа күҙ һалайыҡ: әгәр ҙә бөгөн донъяға 100 кеше килгән икән, ҡасандыр уларҙың 100 проценты ла вафат буласаҡ. Тормош шулай ҡоролған. Проблема шунда: уларҙың һәр береһе күпме ғүмер кисерер һәм нисек йәшәр? Көн­күреш сифаты ҡәнәғәтләнерлек булырмы, юҡмы?

Указға әйләнеп ҡайтайыҡ. Уртаса ғүмер оҙайлылығын 78 йәшкә еткереү өсөн нимә эшләргә кәрәк? 1995 йылда был күрһәткес 66,2 йыл тәшкил иткәйне. 2010 – 2017 йылдарҙа республикала ул 72 йылға тиклем күтәрелде. Алдағы алты йылда 78 йылға тиклем арттырыу һис тә утопия түгел, әгәр ҙә тейешле шарттарҙы үтәй алһаҡ. Мәҫәлән, Указда телгә алынған “ярлылыҡты ике тапҡырға кәметеү” шарты үтәлһә. Ғүмер оҙайлылығы – социаль-иҡтисади үҫеш кимәлен һәм тормош сифатын билдәләгән күрһәт­кес, шул уҡ ваҡытта ул халыҡтың төрлө йәштәге төркөмдәрендәге үлем кимәленә бәйле.

Был барыһынан да элек са­быйҙар үлеменә ҡағыла. 1995 йылда ул 1000 сабыйға 18,3 промилле тәшкил итһә, 2017 йылда был һанды 6,8-гә тиклем кәме­тергә мөмкин булды. Бала үлеме – һәр ғаилә өсөн аяныслы фажи­ғә, әммә әлегә бер генә илдә лә был кире күрһәткесте тамырынан бөтөрә алғандары юҡ. Тимәк, беҙгә алты йылда 4,5 промилле кимәленә сығырға кәрәк.

– Тәү ҡарашҡа һандар ҙур ҙа түгел һымаҡ…

– Эйе, тик был юлы эш ҡат­мар­лы буласаҡ, сөнки һуңғы йыл­дарҙағы алға китеш – сабыйҙар үлемен өс тапҡырға тиерлек ҡыҫ­ҡартыу – күп һаулыҡ һаҡлау объекттарының торошон яҡшыр­тыу, яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу, эш ысулдарын камиллаштырыу һөҙөмтә­һе. Ә хәҙер тыуым процесында ҡат­нашыусылар – атай, әсәй, уларҙың яҡын туған-тыумаса­ларының сәләмәтлеккә мөнәсә­бәтенән күп нәмә торасаҡ. Беҙ үҙебеҙҙең һәм балаларыбыҙҙың һаулығын нисек ҡайғыртабыҙ – бөтәһе лә күҙ алдында, миҫалдар тирә-яғыбыҙ тулы.

Яңыраҡ район дауаханаһында оҙаҡ йылдар эшләүсе таныш табип бала табыу бүлексәһенә иҫерек ҡатынды ҡабул иткән­дәрен һөйләп аптыратты. Әсә лә, сабый ҙа иҫән, әммә балала хәүеф­ле патологик тайпылыштар табылған. Эскелек менән ма­уыҡҡан ғаиләләрҙе һауыҡтырмай тороп, һау-сәләмәт быуын тәр­биә­ләү тураһында һүҙ алып барыу мөмкин түгел. Үкенескә ҡаршы, сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итмәгән, имен булмаған ғаи­ләләр етерлек. Бына ҡайҙа ең һыҙғанып эшләргә кәрәк беҙгә, проблемалар медицина тарма­ғынан бигерәк ғаилә ҡорған парҙарҙан башлана.
– Демографик күрһәткестәр хәҙерге осорҙа ла социаль-иҡтисади хәл менән тығыҙ бәйле, тимәксеһегеҙме?

– Бер нисә шәкертемде алып, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәт-аналитика үҙәгендә фәнни тикшеренеүҙәр үткәрҙек. Унда республикабыҙҙа йәшәгән һәр кемдең ниндәй сир менән ауырыуы, ҡайҙа дауаланыуы тураһында ҙур мәғлүмәт туп­ланған. Ә кеше ни өсөн ауырыу­ҙан яфалана, торлаҡ хәле нисек, ниндәй шарттарҙа эшләй? Ул хаҡта бер ауыҙ һүҙ ҙә юҡ. Ошо мәғлүмәтте анализлап, белемгә әүерелдереү файҙалы булыр ине.

Һәр район, ҡала хакимиәте башлы­ғының өҫтәлендә демографик күрһәткестәр ята: күпме кеше тыуған, күпмеһе вафат булған – бөтә мәғлүмәт туплан­ған. Сир һәм үлем сәбәптәре асыҡ күрһәтелгән: суицид, һыуға батыу, ҡартлыҡ, хеҙмәтте һаҡлау­ҙың насар ойошторолоуы һ.б. Хәүефле күрһәткестәр – ҡыҙыл, нормала тип иҫәпләнгәндәре йәшел төҫкә буялған. “Ҡыҙыл” зоналағы Архангел, Борай, Стәрлебаш, Балтас, Ғафури һәм Баҡалы райондарында социологик тикшеренеүҙәр шуны күрһәтте: кешенең киләсәккә өмөт юғалтыуы оло социаль проблемаға килтерә.

Юҡҡа ғына Рәсәй Прези­дентының үрҙә әйтелгән Указында маҡсатҡа өлгәшеү өсөн 12 пункттан торған бурыс билдә­ләнмәгән бит. Шартлы рәүештә уны өс төркөмгә бүлергә мөмкин: йәмғиәт өсөн дөйөм проблемалар; һәр йәш төркөмөндәге үҙенсәлекле мәсьәләләр; һәр айырым ғаиләнең һәм кешенең проблемалары. Тимәк, Указдың үтәлеше лә республ­икабыҙҙа йәшәгән дүрт миллиондан ашыу кешенең теләгенән, сәләмәтлеккә мөнәсәбәтенән тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512