Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңел матурлығы йөҙөндә сағыла
Күңел матурлығы йөҙөндә сағылаҠарашынан нур бөркөлгән, йөҙөнән йылмайыу китмәгән был матур инәй Стәрлебаш районының Мәҡсүт ауылында йәшәй. Ошо көндәрҙә ғүмеренең 95-се үрен артылған Мөкәрәмә Ноғман ҡыҙының ихласлығына, теремеклегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Гәзит-журналдар уҡып, ил-йорт яңылыҡтары менән таныша, донъяһын гөл итеп тота, улы Салауат менән өйөнөң ҡаршыһында ғына урынлашҡан ауыл мәсетен дә йыйыштырып, ҡарап торорға өлгөрә.


1923 йылда Стәрлебаш районы­ның Ибраҡай ауылында тыуған Мөкәрәмә Мөхәмәтйәроваға тормош­тоң ағын да, ҡараһын да күп күрергә тура килә. Атаһы ярайһы уҡ ишле малын, ҡорамалдарын колхозға тапшырып, яңы ойошҡан күмәк хужа­лыҡ­ҡа етәкселек итә башлай. Мөкәрәмә тиҫтерҙәре ыңғайына башланғыс белем алғас, колхоз эшенә ҡушыла. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 18 йәш була. 1941 йылдың ҡышында Ибраҡайҙан һигеҙ ҡыҙҙы тракторсылар курсына ебәрә­ләр, яҙғыһын, уҡыу тамамланыу ме­нән, ҡорос атты “йүгәнләп” баҫыуға сығалар. “Тәүге тракторҙар, ҡырағай януар кеүек, беҙгә һис тә буйһонорға теләмәне. Һүнһә, тоҡандырыу үҙе бер ыҙа ине. Әйләнгән һайын радиа­торҙа һыу ҡайнап сыға, саҡ ҡына һаҡһыҙ ҡыланһаң, бешеүеңде көт тә тор. Йүнләп эшкәртелмәгән ерҙе һөрөү ете ҡат тиреңде сығарыр ауыр хеҙмәт ине. Йыш ҡына артҡа табан йөрөтөп, бер урынды киренән һө­рөргә тура килә. Саң-туҙан араһында кешене күрмәй тапау хәүефе ҙур була торғайны, сөнки сәсеүселәр – башлыса оло йәштәге әбей-бабайҙар”, – тип иҫкә ала һуғыш осорон Мөкәрәмә инәй.
Ҡышҡыһын, ҡыр эштәре тамам­лан­ғас, тракторсы ҡыҙҙарҙы Белорет районына урман ҡырҡырға ебәрәләр. 300 саҡрым юлды йәйәү үтеп, хәлдән тайып барып етеүгә, аяҡтарындағы сабаталары тишелеп сыға. Ир-егеттәр йыҡҡан ағасты тал сыбы­ғындай нескә ҡыҙҙар тунап, сүп-сарын өйөп яғып, диләнкәне таҙаларға тейеш. Шулай яҙҙан көҙгә тиклем – тракторҙа, ҡышын Белорет урмандарында арманһыҙ булып эшләп, һуғыштың тәүге ике йылы уҙа.
1943 йылда бер төркөм ҡыҙҙарҙы Новосибирск өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһына илебеҙҙең һуғыш барған төбәктәренән эвакуацияланған завод­тарҙы тергеҙергә ебәрәләр. Ошо китеүенән тыуған төйәгенән, ғәзиз ата-әсәһенән дүрт йылға айырылып, аслығын да, үҙәккә үтер һыуығын да кисерергә тура килә Мөкәрәмәгә. Уларҙы ағас барактарға урынлаштыралар. Бер мәл, төнгө сменанан ҡайтышлай, иптәш ҡыҙҙа­рынан артта ҡалып аҙаша. Ҡурҡы­шынан илай башлай. Эргәһенә кемдер туҡтап: “Һин кем, ҡайҙан була­һың?” – тип һорай. “Ибраҡайҙан мин...” – тип яуаплай ҡыҙ. “Хәҙер шул хәлде иҫләһәм, көлкө лә, йәл дә. Әллә ҡайҙа ятҡан ҙур ҡалала минең бәләкәй генә ауылымды кем белһен инде...” – тип кеткелдәп көлә Мөкәрәмә инәй.
Еңеү хаҡындағы изге хәбәрҙе ҡыҙ­ҙар сикһеҙ ҡыуаныс, ниһайәт, тыуған яҡтарға ҡайтырбыҙ тигән өмөт менән ҡаршы ала. Әммә уларҙы бер кем дә ебәрергә ашыҡмай. Бергә килгән әхирәттәренең байтағы кейәүгә сы­ғып, шул тарафтарҙа төпләнә. Эшкә тилбер, алсаҡ Мөкәрәмәгә лә күҙ һалыусылар була, әлбиттә, әммә ул, мотлаҡ үҙ яғыма ҡайтып ғаилә ҡорасаҡмын, тип хәл итә. Көндәрҙән бер көндө ҡыҙҙың барлыҡ документтары, аҙыҡ-түлек паектары, аҡсаһы һаҡланған сумаҙанын урлайҙар. Мөкәрәмә эшкә лә инә алмай, ашарына ла юҡ. Көн һайын завод ҡап­ҡа­һы янына килә, әммә ҡыҙҙы үткәр­мәйҙәр. Әгәр документтарын тапма­һа, уны төрмәгә ябасаҡтар. Яҙмыш­тың әсе һынауынан бөгөлөп төшкән, аслыҡтан, сараһыҙлыҡтан илап шешенгән ҡыҙҙы завод идаралы­ғында эшләүсе инженер йәлләп өйөнә алып ҡайта, ҡатыны менән таныштыра. Шулай итеп, Мөкәрәмә Михаил менән Екатеринаның алты айлыҡ бәпестәре Оляны ҡарай башлай. Изге күңелле, зыялы ошо ғаилә­лә йәшәү осоронда ҡыҙ аш-һыу серҙәренә, үҙеңде кеше араһында тотоу ҡағиҙәләренә төшөнә, ә иң мөһиме – рус телен үҙләштерә. Инженер Михаилдың ярҙамында документтарын тергеҙеүгә өлгәшә. Яңы ғаиләлә нисек кенә яҡшы булмаһын, ҡыҙҙың күңеле тыуған яғына ашҡына һәм ул 1947 йылда Ибраҡайына ҡайтып төшә.
Мөкәрәмә Ноғман ҡыҙының арта­банғы яҙмышы меңәрләгән башҡорт ҡатын-ҡыҙыныҡына ауаздаш: батыр яугир Сәғмән Мөхәмәтйәров менән матур ғаилә ҡороп, алты бала тәр­биә­ләп үҫтерәләр, алдынғы сөгөл­дөрсө, бәрәс ҡараусы була. “Оҙон ғүмерҙең сере нимәлә?” – тип һорайым Мөкәрәмә инәйҙең өлкән ҡыҙы Зәйтүнә апайҙан. “Тормошто яратыуҙалыр. Һәр көн – оло бүләк, – ти ул. – Бер ҡасан да күңел төшөнкө­лөгөнә бирелмәгән, донъя мәшәҡәт­тәренә көлөп баға белгән, йөҙөнән йылмайыу китмәгән әсәйебеҙҙән күп нәмәгә өйрәнәбеҙ. Оҙон ғүмерле булыуының тағы ла бер сере – йортоноң ҡаршыһында ғына мәсет булыуындалыр, бәлки. Тылсымлы аҙан тауышына ҡойонғанға күрә, донъяһы – ҡотло, күңеле нурлылыр ҡәҙерле кешебеҙҙең”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509