Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атай-әсәй – ер өҫтөндәге хазина
Атай-әсәй – ер өҫтөндәге хазинаҮкенескә ҡаршы, балалар менән атай-әсәйҙәр, йәштәр менән оло быуын араһындағы аңлашылмаусанлыҡ, һүҙ көрәштереү, хатта бер-береңде йәберләүгә, үпкәләшеүгә барып етеү – тормошта йыш осраған күренештәр.


Килен – ҡәйнә араһы

Урыҫ халҡында ҡәйнә – кейәү араһы сетерекле мәсьәлә һаналһа, беҙҙә башлыса ҡәйнә – килен мөнәсәбәт­тәренә иғтибар көслө. Был ауыҙ-тел ижадында ла – төртмә көләмәстәрҙә, мәҡәл-әйтемдәрҙә – асыҡ сағыла. Урыҫтар “Ялҡау кейәү генә ҡәйнәһен әрләмәҫ”, “Кейәү өсөн ҡәйнәнең кеҫәһе һай” тиһә, беҙҙең халыҡ “Килен килер, киле һабылай теле килер”, “Йыуаш ҡәйнәнән дә “ыш” тигән һүҙ сығыр”, ти.
Сәлимә исемле танышым ҡәйнәһе менән йәшәй. Яҡын күреп йыш ҡына хәлдәрен һөйләп, унан арыу уҡ өлкә­нерәк тә булғас, кәңәш һорап ала. Өйләнешкәс, күп тә тормай, ҡәйнә­һенең бер бүлмәле фатирын һатып, ипотекаға өс бүлмәлене алып ебәр­ҙеләр. “Ҡабаланманығыҙмы икән? Ҡәйнәң йәш. Олоғайып, ярҙам кәрәкһә, бергә йәшәп өлгөрөр инегеҙ. Башҡаның башы ауырымай, тиҙәр бит”, – тип шик белдерҙем. Тиҙҙән йәш килен менән ҡәйнә араһында аңлашыл­маусанлыҡтар башланды. “Ныҡ үсек­сән, һүҙ күтәрмәй. Мин әйткән һәр нәмәнән йөй эҙләй. Шуға артыҡ һүҙ ҡушырға тырышмайым. Иң йәнемде көйҙөргәне: бала тәрбиәләүгә ҡыҫыла. Йыш ауырый тип, ҡат-ҡат кейендерә, улым бышлығып, тирләп йөрөй. Әле бына яңыраҡ та, улай ныҡ кейен­дермәгеҙ, тигәнгә туҙынып китте, бүлмәһенең ишеге шарт ябылды. Әллә үҙем берәй нәмәне дөрөҫ эшләмә­йемме? Өндәшмәй ҙә ҡала алмайым, әммә ураған һайын һүҙгә килешеп йәшәү ҙә ялҡытты. Аптырағас, хәлемде тәфсирләп, интернеттағы “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөнә яҙып ебәрҙем, бәлки, берәй аҡыллы ғына кәңәш биреүсе табылыр. Апай, һин дә инеп ҡара әле”, – тип шылтыратты бер көн Сәлимә.
Әлбиттә, хатҡа ҡарата фекерен белдереүселәр күп булды. Ҡайһы берәүҙәр килендең үҙен оло кеше менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡора белмәүҙә ғәйепләне, йәшерәктәр, киреһенсә, уны яҡланы. Алтын урталыҡты тәшкил иткән иң дөрөҫ яуаптарҙың береһен блог хужабикәһе, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова бирҙе, минеңсә: “Бергә йәшәйһең икән, оло кешенең хәтерен ҡалдырмаҫҡа тырышаһың инде. Һәр ике яҡтан да сабырлыҡ, ауыр аҡыл кәрәк был осраҡта.
15 йәштә уҡырға сығып китеп, 19-ҙа килен булып төшкән миңә ҡәйнәм оло тәрбиәсе булды. Модаға эйәреп, башта уға “әсәй” тип өндәшкәйнем, ипле генә: “Килен, әсәй берәү генә була, мин – ҡәйнәң”, – тип барыһын да урынына йымлап ҡуйҙы. Ҡәйнә менән килен араһы әсәй менән ҡыҙҙыҡынан айырыла бит ул. Бының өсөн уға рәхмәт­лемен. Ғөмүмән, беҙҙә туғанлыҡ төшөнсәләре мөнәсәбәттәрҙе шул тиклем аҡыллы көйләй, улар яҙылмаған ҡанун дәрәжәһендә хатта. Бына шуға ла ҡәйнәмә һүҙ әйтер алдынан әллә нисә үлсәп ҡарай торғайным.
Минең дә ҡыҙымды ҡәйнәм ҡарашты. Кейемен бер нисә комплект итеп алып барам: быныһы – һыуыҡ булһа, быныһы – йылытып ебәрһә, быныһы – тирләп инһә, тип әйтеп ҡалдырам. Нисек кейендергәнен оҡшатмаған саҡтар ҙа булғандыр. Әммә көнөндә өндәшмәйем, иртә­гәһенә, ҡәйнәм, һауа торошо шулай булһа, ошоно кейҙерерһең йәме, тип йылы, күңелле тауыш менән, оҡшатмағанды белдермәй генә әйтәм. Ҡәйнәм үҙе лә сабыр холоҡло, аҡыллы булды. Шуға һүҙгә килешмәй, бик матур йәшәнек.
Баланың ауыр һүҙе һалмауырҙан ауыр, тиҙәр, ә килен-кейәүҙең әйткәне үҙ балаңдыҡынан да нығыраҡ тәьҫир итеүе ихтимал”.

Әсәйҙе һайлап алмайҙар

Килен менән ҡәйнә генә түгел, ғаиләнең башҡа ағзалары араһында ла һүҙгә килешеү, низағ осраҡтары булмай тормай. Юҡ ҡына сәбәптән үпкәләшеп, йылдар буйы аралашмаған әсәй менән ҡыҙҙарҙы беләм.
Йәше 40-ҡа яҡынлаған Әлфиә ике йыл самаһы әсәһе менән һөйләшмәй, бер ҡалала йәшәп тә, янына бармай. Нимәгә үпкәләгән, ни сәбәпле низағ сыҡҡан тиһегеҙме? Әсәһе телефонына оло ҡыҙын “доченька” тип, ә Әлфиәне исеме менән яҙған. “Шуның өсөн генә кеше үпкәләйме?” – тип аптырайым. “Улай ғына түгел шул, әсәйем электән апайымды нығыраҡ яратты, мине гел ситләтте. Бала саҡтан бөтә яҡшы, матур әйбер уға булды. Апайым әсәйемә оҡшап һары сәсле, аҡ йөҙлө, ә мин – атайым ише ҡараҡас. Атайым менән ғаилә тормоштары килеп сыҡмауҙа мине ғәйепле һанаған кеүек. Гел ҡыйырһытыуы арҡаһында күңелемдә ниндәйҙер көйөк ҡалған”, – тине ҡатын.
Ә бит психологтар тап ана шундай үпкә-рәнйеш кешенең үҫешенә, яулайһы уңыштарына, бәхетле тормошона кәртә булып тора тип һанай. Асыуҙан ауырыу тыуа, тип тә тиккә әйтмәгәндәр. Ошолар хаҡында, атай-әсәйҙе һайлап алып булмау, уларҙы нисек бар, шулай ҡабул итеү, яратыу, иҫән саҡтарында ҡәҙерҙәрен белеү тураһында оҙаҡ һөйләштек. Хаҡ Тәғәләнең оло бүләге булған фани донъя ғәзиз кешеңә үпкә һаҡлап йәшәү өсөн бирелмәгән бит! “Ниндәй генә булмаһын, ул – һинең әсәйең! Уның барлығы өсөн рәхмәтле бул, кисерә бел”, – тинем Әлфиәгә. Әле яңыраҡ хәбәр итә: “Әсәйемде байрам менән ҡотлап шылтыраттым, илап ебәрҙе. Мин дә иланым. Аңлаштыҡ. Рәхмәт һеҙгә!”

Кешеләргә бер йылы һүҙ етә...

Оло кеше менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡороу, бергә йәшәгән осраҡта тыныс, көйлө мөхит булдырыуға өлгәшеү йор аҡыл, сабырлыҡ талап итә. Ҡайһы берҙә юҡ ҡына нәмәнән дә низағ сығарырға, бер-береңдең күңелен китергә мөмкин. Шундай осраҡтарҙа хәлде яйлап ебәреү, дөрөҫ юҫыҡҡа бороу, хатта әйтер һүҙеңде әйтмәү, тыйылып ҡала белеү тап йәшерәк быуындан тора, сөнки тормош тәжрибәһе ни тиклем генә бай булмаһын, өлкәнәйә килә ололарҙың күңеле сабыйҙыҡы ише нескәрә, холоҡтары ауырлаша. Халыҡта “бала аҡылы ингән” тигән һүҙбәйләнеш буштан барлыҡҡа килмәгән. Бына Миләүшә исемле ҡатындың тормошонан бер миҫал.
“Йәше һикһәнде уҙғас, бығаса тетә баҫып йөрөгән, башҡаларҙан ҡалыш­май сәмләнеп донъя көткән ҡәйнәм ҡапыл биреште. Ауылдан үҙебеҙгә күсереп алдыҡ. Әле ул ғүмеренең туҡһан тигән үренә яҡынлай. Әлбиттә, оло кешене ҡарау еңел түгел, тәүге йылдарҙа бигерәк тә ҡыйын ине. Әммә был – бурысыбыҙ, беҙҙең өлгөлә балалар үҫә. Йәшәй-йәшәй күп нәмәне яйлау-көйләү юлдарын үҙләштерәһең, ваҡ-төйәккә иғтибар итмәҫкә өйрә­нәһең, ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәр башлыса ҡатын-ҡыҙҙан тора икәненә төшөнәһең.
Яңы йыл байрамы алдынан балаларға эштән бирелгән Ҡыш бабай күстәнәстәрен алып ҡайтып тотторҙоҡ. Матур ҡапҡа төрөлгән бүләкте ҡыҙ­ҙарым йылдағыса ныҡ ҡыуанып ҡабул итеп мәж килде. Уларға ҡәйнәм дә ҡушылды, ялтыр тышлы кәнфиттәрҙең, башҡа тәмлекәстәрҙең әле береһен, әле икенсеһен тотоп ҡарап торҙо ла: “Ә миңә күстәнәс ебәрмәнеләрме ни?” – тип иламһырап һораны. Аптырап киттек, шулай ҙа “һиңә тигән бүләк килеп етмәгән әле” тип хәлде яйларға баш етте. Иртәгәһенә иптәшем менән магазинға барып, байрамса биҙәлгән ҡапсыҡҡа тәмлекәстәр тултырып, “бына һиңә лә Ҡыш бабайҙан күстәнәс килеп етте” тип алып ҡайтып тотторҙоҡ. Оло кешенең ҡыуанысының сиге булманы!”
Барыһы ла үтә, тигән аҡыл эйәһе. Эйе, ғүмер – фани, йәшәү – әҙәм балаларына үлсәп кенә бирелгән ҙур бүләк. Һәм уны ваҡлыҡтарға, үпкә-рәнйешкә әрәм итмәй, асыҡ күңел, изгелекле йөрәк, ихласлыҡ менән үтеү – оло бәхет.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519