Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңғандарға дәүләт тә ярҙам итә
Уңғандарға дәүләт тә ярҙам итәРаевка ҡасабаһы эргәһендә яңы ҡалҡып сыҡҡан биҫтәлә бер йорт алыҫтан уҡ күркәм булып күренеп тора. ”Был егет дәүләт ярҙамы алмаһа ла, өй һалып сығыр ине. Торғаны менән ут бит ул, тырыш”, – ти ауылдаштары йорт хужаһы Алмаз Йәнекәев хаҡында.
Бѳгѳн тѳҙѳлѳш алып барыуҙың ни тиклем ҡиммәткә тѳшкәнен ошо мәшәҡәтле эш менән булышмағандар ғына белмәй. Беҙ ҙә был ғаилә менән танышҡас, уларҙың бар яҡлап бөтмөр, уңған булғанын аңланыҡ. Йәнекәевтәр әгәр ҙә ”Бюджет хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ тѳҙѳү”дәүләт программаһында ҡатнашмаһа, уларға ла ҡыҫҡа ваҡытта ѳй һалып сығыуы ауырға тѳшѳр ине.

– Ѳйләнешкәс, фатир яллап йәшәнек. Тѳҙѳлѳш ѳсѳн ерҙе аукцион аша һатып алдыҡ. Дуҫ егеттәр программа буйынса субсидия алғайны. Уларҙан күреп, беҙ ҙә документ йыйып тапшырҙыҡ. Сиратта өс йыл самаһы торғандан һуң, 2014 йылда 947 мең һум күләмендә субсидия алыуға өлгәштек. Аҡсаны тѳҙѳлѳш материалдарын алыуға тотондоҡ, ә тѳп эште үҙебеҙҙең кѳс менән атҡарып сыҡтыҡ. Йорт һалыуҙа туғандарыбыҙҙың да ярҙамы ҙур булды. Ѳмәләр ойошторҙоҡ, – ти Алмаз Самат улы.
Ғаилә башлығы сығышы менән Ибрай ауылынан. Бала саҡтан спорт менән шѳғѳлләнгән егет мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ физик культура техникумында уҡырға инә. Һуңынан ошо һѳнәр буйынса юғары белем ала, ил алдындағы хәрби бурысын үтәй. Былтыр икенсе юғары белемгә эйә булған – Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған.
Алмаз Самат улы хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ районының “Рощинский” совхозы ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Бер йылдан һуң Раевка спорт мәктәбенә тренер-уҡтыусы булып күсә. Әлеге ваҡытта гимназияла уҡытыусы булып эшләй, шулай уҡ спорт мәктәбендә тренер.
Балаларҙы тәрбиәләү менән генә сикләнмәй, ул үҙе лә спорт менән ныҡлап шѳғѳлләнә. Кѳрәш, саңғы, велосипедта уҙышыу кеүек ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, яңынан-яңы еңеүҙәр яулай. 2016 йылда Урал кубогы ярышында – беренсе, былтыр йылда Пермь ҡалаһында уҙған Рәсәй чемпионатында икенсе урын да алған. Ғѳмүмән, Алмаз спорт мастеры исемен лайыҡлы йѳрѳтә.
Тормош иптәше Фидәлиә Дәүләкән районы Дүртѳйлѳ ауылынан. Ул Ѳфѳ урман техникумын, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Әле Әлшәй урмансылығында эшләй.
Алмаз менән Фидәлиәнең ауылдары бер-береһенән ѳс саҡрым алыҫлыҡта ғына урынлашҡан. Шуға улар бала саҡтан танышып, дуҫлашып йөрөй. 2010 йылда өйләнешергә ҡарар итәләр. Ғаиләгә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары Асель һәм Самира үҫеп килә. Әле өсөнсө сабыйҙарын кѳтәләр.
– Тормош иптәшем тырыш, яуаплы, балаларҙы ярата һәм тәрбиәләшә. Ѳйѳбѳҙҙә бѳтә уңайлыҡтарҙы булдырҙы ул. Ѳфѳ ҡалаһы хакимиәте башлығы исеменә уҙғарылған ярышта ҡатнашып, беренсе урын алғайны. Еңгән ѳсѳн бирелгән бүләк аҡсаһына аш бүлмәһенә мебель алып ултыртты, - ти Фидәлиә.
– Матур итеп кухня эшләп биргәс, хәҙер кәләш аш бүлмәһенән сыҡмайса беҙҙе тәмле аштар менән һыйлай, баҡсала ла тәртип урынлаштырып ѳлгѳрә, – тип бәхетле йылмая Алмаз.

Әлшәй районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519