Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тоя белгәндәргә донъя – ожмах
Тоя белгәндәргә донъя – ожмахНурлы йөҙөнән йылмайыу китмәгән, күпкә йәш күренгән был инәйҙе күргәс, беренсе уйым “Күҙ теймәһен!” булды. Туҡһандың тупһаһына аяҡ баҫһа ла, ғәжәйеп һөйкөмлөлөгөн, асыҡ аҡылын, аныҡ хәтерен юғалтмаған ул, ишетеүе лә, күреүе лә яҡшы. Ошо йәштә лә матур булып ҡалыуы һис тә ғәжәп түгел, күрәһең, уның эске матурлығы, ихласлығы йөҙөндә лә сағылыш тапҡан.


Йәмле Иҙел буйына һыйынған Ялсы ауылында донъяға тәүге ауазын һалған Гөләмзә Сәмиғулла ҡыҙы Сафина. Атаһы менән әсәһенең йәндәй күргән, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле балаһы булһа ла, яҡындары ҡосағында наҙланып үҫергә яҙмай уға. Әсәһе икенсе балаһын тапҡанда вафат була. Өс йәшен яңы тултырған ҡыҙ ҡартатайы менән ҡәртәсәйе ҡулына ҡала, сөнки атаһын әле урман ҡырҡыу, әле һал ағыҙыу кеүек эштәргә ебәрәләр. Яңыраҡ һигеҙ йәштәр самаһындағы кесе улдарын юғалтҡан Сәмерхан бабай менән Хөппөниса инәй өсөн ейәнсәрҙәре Гөләмзә күңел яраларын дауалар йыуаныс булғандыр – яҡындары һәм улар ҡулында уҙған бәхетле ваҡыттары хаҡында инәй тик яҡты хәтирәләр генә һаҡлай. Әйткәндәй, уларҙы “ҡартатай-ҡәртәсәй” тип түгел, ә “атай-әсәй” тип үҫә ул. Атаһы иһә икенсегә өйләнә, әммә бер нисә ай ғына йәшәп ҡалалар – йәш, көсө ташып торған ирҙе Силәбегә завод төҙөргә ебәрәләр (улы Әхәт үҙе киткәс тыуа). Шул китеүҙән ҡайтмай – һуғыш сыҡҡас, Алма-Атаға, унан фронтҡа оҙатыла. 1943 йылда “похоронка”һы килә.
Бәләкәйҙән зирәк, отҡор Гөләмзәнең бик тә уҡығыһы, тиңдәштәре менән бергә парта артына ултырғыһы килә, әммә бәғерһеҙ уҡытыусы уны: “Беҙ кулак балаларын уҡытмайбыҙ”, – тип кире ҡайтарып ебәрә. Кулак тигәне шунан килеп сыға: ҡартатайын һигеҙ йылға төрмәгә ултырталар, әммә ул һигеҙ айҙан ҡайтып инә. “Хажға барған атайыңдың алтыны булған, уны ҡайҙа йәшерҙең, тип ғәйепләнеләр. Атайым үлгәндә мин Ырымбурҙа туғыҙ йыллыҡ действительный хеҙмәттә инем, әсәйем дә үгәй, алтындары булғандырмы-юҡмы, бер нәмә лә белмәйем, бер ғәйебем дә юҡ, тип Сталинға хат яҙҙым, шунан сығарҙылар”, – ти ул ни өсөн үҙенең “кулак балаһы” булып китеүен аңларға тырышҡан ейәнсәренә. Шулай ҙа бөтөнләй үк белемһеҙ ҡалмай ҡыҙ, тәүҙә Һапаш, аҙаҡ Хоҙайбирҙин мәктәбенә йөрөп уҡып, биш класс белем ала.
Һуғыш сыҡҡан көндө лә яҡшы хәтерләй Гөләмзә инәй:
– Түләбайҙа һабантуй бара ине, кемдер килеп: “Герман һуғыш башлаған”, – тип ҡысҡырҙы. Илашып ҡайтып киттек. Бер-бер артлы ирҙәр һуғышҡа китеп бөткәс, эш ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм беҙҙең кеүек үҫмерҙәр иңендә тороп ҡалды. Шул йылы Шәриф тигән малай менән лобогрейкала иген саптыҡ. Мин матурлап, көлтәләп кенә төшөрәм, ул ат ҡыуа. Кирбес һуғырға йөрөнөк, ҡул салғыһы менән бесән саптыҡ. Аяғы һыҙлап саҡ йөрөгән ҡартатайым беҙҙе салғы сүкергә, янырға, бесән сабырға өйрәтте. Яҙ көндәре сплавҡа ебәрә торғайнылар. Иртән Иҙел өҫтө йоҡа ғына боҙ менән ҡаплана, кем боҙло һыуға башлап төшә, шуға өс-дүрт метр тауар бирәләр, һыуыҡ тейеүҙе уйлап торған юҡ, шул тауарҙы алыр өсөн кемуҙарҙан төшөп китәбеҙ һыуға... Хәҙер аяҡ һыҙлауы шул касафаттандыр инде. Өҫтән ағып килгән йыуан-йыуан бүрәнәләр берәй ергә килеп тығыла, уларҙы йырып, рәтләп, туралап ебәрәбеҙ. 45-се йылда Күркәтәтауҙа урман ҡырҡтыҡ. Ҡыш көнө шунда тауҙа ҡыуыш ҡороп яттыҡ. Аслы-туҡлы йөрөгән сибек ҡыҙҙарҙа ҡайҙан хәл булһын инде, нормабыҙҙы тултыра алманыҡ, шулай булһа ла, ваҡыт еткәс, ҡайтарҙылар. Төпсәнгә килеп еткәйнек, беҙҙең һымаҡ аслыҡтан миктәгән атыбыҙ, йығылып, йән бирҙе. Ибрай ауылына барып йоҡлап, көскә ҡайтып еттек. Нисектер ул ат өсөн беҙҙән һорау алып йонсотманылар, шуныһына шөкөр иттек. Шул йылды Муллағәле тигән егеткә кейәүгә сығып, башлы-күҙле булдым. Ул ялға ҡайтҡайны, мине алғас, ҡабат хеҙмәтенә китте, йылдан ашыу ваҡыт үткәс кенә ҡайтты.
Биш йыл һыйыр һауҙым, биш йыл сусҡа ҡараным, ун йыл кирбес һуҡтым, аръяғына һарыҡ ҡараным, юл төҙөлөшөндә эшләнем – Теләүембәт яғына киткән юлды һалдыҡ. Яңы тыуған бәләкәс балаң бар тип торманылар элек, эшкә сығаралар ине. Иптәшем дә колхоз эшенән бушаманы, шофер, комбайнер булды, атҡаҙанған механизатор исемен алды. Трактор менән һөйрәтеп йөрөгән комбайнда эшләгән сағында үҙем бер йыл уның штурвалында булдым. Эш ямғыр йә ысыҡ төшһә генә туҡтала, арыта, шуға көндөҙ мин йөрөтәм комбайнды, ул кискә тиклем һаламға ятып йоҡлай ҙа, төндә эшләй. Бер көн комбайнда китеп барһам, “Совет Башҡортостаны” гәзитенән килгәндәр – яҙып сығарҙылар. Шул гәзитте һаҡламағанмын, бер иҫтәлек булыр ине, исмаһам.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына тормай, алты бала үҫтергән Гөләмзә инәйгә бер түгел, ике ҡыҙын юғалтыу ҡайғыһын кисерергә лә тура килгән. Иң ауыры – бала ҡайғыһы, тип юҡҡа әйтмәгәндәр, фажиғәле вафат булған ҡыҙҙарының баҡыйлыҡҡа китеүенә байтаҡ йылдар уҙһа ла, уларҙы иҫләгәндә инәйҙең күҙҙәрендә һаман да әсе һыҙланыу, әрнеү сағыла. Әйткәндәй, үҙе ғүмер биргән ғәзиздәренән тыш, Хоҙай ҡушыуы буйынса телһеҙ булған, шулай ҙа тормошта үҙ урынын табып, бына тигән итеп донъя көткән Мәхмүт исемле улының улы Русланды ла һигеҙ айҙан ҡарап үҫтерә ул. Әлеге көндә Руслан төп нигеҙҙә нығынып, ғаиләһе менән донъя көтә, өс ул үҫтерә. Мораҡта улы Илгиз, килене Әлфиә менән бергә йәшәгән ҡәртәсәһен йәй көндәрендә үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайта.
– Үҙем яңғыҙ үҫкәс, балаларым ишле, бер-береһенә терәк булһын, тинем. Ейәнемде лә иркәләп кенә үҫтерҙек, үтә ныҡ яратам уны, әле лә гел күргем килеп тора.
Бабай 1982 йылда үлде. Ул барҙа ла малды ишле аҫраныҡ. Ул үлгәс тә ике-өс һыйырҙан ҡалманым, кешенән кәм-хур булмаҫҡа тырыштым. Шәл бәйләнем, төндә өй һыуынып китһә, мейес башына менеп ултырып бәйләй инем. Аллаға шөкөр, балаларҙы ас-яланғас итмәнем, матур ҡараным. Шуға хәҙер үҙем дә ҡәҙерле. Бында күскәнемә өс йыл, киленем дә минең өсөн үлә яҙып тора. Рәхмәт инде уға. Ун ейән-ейәнсәр, һигеҙ бүлә-бүләсәрем бар.
Оҙаҡ йәшәүемдең сере хәрәкәттә, эштәлер, тим. Бер туҡтауһыҙ эш тә эш булды. Пенсияға сыҡҡас, балалар баҡса­һына ашнаҡсы итеп саҡырҙылар. Ай тулды ниһә, башҡалар силсәүиттән барып аҡса алалар, миңә аҡса ла юҡ, чурт та юҡ. Шулайтып, эш хаҡы алмай биш йыл буйы тик йөрөнөм шунда. Бушҡа йөрөһәм дә файҙаһы булды – балалар араһында йөрөп, 20 йәшендә генә арабыҙҙан киткән Альбина ҡыҙымдың ҡайғыһын еңелерәк үткәрҙем. Ауыр булды шул бигерәк, көн дә иртән торам да зыяратҡа барам, унан түҙә алмай, туғай буйлап сығып китәм... Ана шул баҡсалағы балалар араһында йөрөү генә ҡотҡарҙы мине...
Ғүмерҙә алдашманым, урлашманым, ғәйбәт һөйләмәнем, кеше тикшермәнем. Рәнйеш бит үҙеңә, үҙеңә булмаһа балаларыңа кире ҡайта, береһенә булмаһа, икенсеһенә эләгә. Кеше һөйләргә ярамай, яңылышлығы бар икән, икенсе берәүгә еткергәнсе, ул кешенең үҙенә матурлап ҡына әйтергә, аңлатырға кәрәк.
Хәҙерге донъя ожмах бит ул, рәхәтләнеп йәшә лә йәшә. Ошо көндө элек ыҙа сигеп йәшәгән өлкәндәр күрһә, аптырарҙар ине, – ти күпте күргән, күпте кисергән ағинәй.

Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 417

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 598

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 487

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 313

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498