Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыйыу малайҙар үҫә
Ҡыйыу малайҙар үҫәБәхетте ваҡ-ваҡ шатлыҡтарҙың хасил итеүендә тамсы ла шик юҡ. Эш урынындағы һөйөнөстәр, ғаиләгә килеп ингән ҡыуаныстар шуға миҫал. Ошо аҙнала бер төркөм хеҙмәт алдынғылары, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡулынан илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың дәүләт наградаларын алды.

– Бөтәбеҙ ҙә илебеҙ үҫе­ше, респуб­лика­быҙ­ҙың киләсәге өсөн фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтәбеҙ. Беҙҙең өлөшкә сәскә атҡан Рәсәй субъектында, Баш­ҡорт­ос­танда йәшәү һәм эшләү яҙмышы төшкән, – тип башланы сығышын Рөстәм Зәки улы. – Баш­ҡортостанда һәр йәһәттән дә – бюджетты тәьмин итеү, иҡти­сад, социаль үҫеш буйынса – күрһәт­кестәр яҡшы. Был тәңгәлдә үҙебеҙгә алған йөкләмә­ләрҙе теүәл үтәйбеҙ, киләсәктә лә уй-ниәттәрҙе ошо йүнәлештә дауам итәсәкбеҙ. Барыһы ла һеҙҙең тырышлыҡ менән уңышлы бойомға ашырыла.
Салауат Юлаев орденын алған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урын­баҫары Вельмир Аҙнаев билдә­ләүенсә, ҡоролтайҙың өй туйлауында республика етәкселегенең өлөшө ҙур, улар һәр саҡ тос ярҙамды тоя.
Уңғандар араһында ҡәҙерле ҡунаҡ – Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, Зәки Вәлиди исемендәге Башҡорт мәҙәни үҙәк Советы рәйесе Илшад Хәсәновтың булыуы ҙур мәртәбәгә тиң ине. Салауат Юлаев орденын алған Илшад Хәсән улының һүҙҙәренә ҡарағанда, Үзбәкстанда милләттәштәребеҙ башҡортса радио тыңлап кинәнә, телетапшырыуҙар ҡарай. Улай ғына ла түгел, әле Өфөлә юҡ саҡта Ташкент ҡалаһының иң күркәм урамдарының береһе мәғрифәтсе Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен йөрөтөүе күпте һөйләй.
Исемлектә хеҙмәттәштәребеҙҙе күреү шулай уҡ күңел күтәренкелеге бирҙе. Мәҫәлән, “Уфимское времечко” телетапшырыуын алып барыусы Эрнест Хәйруллинға, радио хеҙмәтенең тауыш режиссеры Люциә Тимер­баеваға Башҡортостан Республи­каһының Почет грамотаһы бирелде, ә Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры Фәйрүзә Юнысова ошо көндән “Баш­ҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә башланы. Республиканың финанс министры Рида Собханҡолова – “Рәсәйҙең атҡаҙанған иҡтисадсыһы”, Баш­ҡортостандың Арбитраж суды судьяһы Светлана Чернышова “Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған юрисы” тигән юғары исемдәргә лайыҡ булды.
Баш ҡалалағы 21-се лицейҙың һәм 97-се мәктәптең VIII класс уҡыусылары Илфат Ғәлин менән Денис Кузнецов Рәсәй Ҡотҡарыусылар союзының Почет грамотаһын алды. Ғәҙәттән тыш хәлдә юғалып ҡалмаған батыр малайҙарға афарин!
– Беҙҙә бөтә тармаҡҡа ла иғтибар тигеҙ бүленә, һуңғы ваҡытта айырыуса һаулыҡ һаҡлау темаһы көнүҙәк. Ошо көндәрҙә Медицина форумы асылды. Һаулыҡ һаҡлау тармағы яңы бейеклектәргә күтәрелһен өсөн – матди-техник яҡтан тәьмин итеүҙә, өр-яңы клиникалар һәм поликлиникалар төҙөүҙә – ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тип тамамланы һүҙен Рөстәм Хәмитов.

И. МӨХӘМӘТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518